Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
12 Апрель , 19:50

Апайым таныш күрәҙәсегә барырға тәҡдим итте

Ә һеҙ боҙомға ышанаһығыҙмы? Яҙығыҙ. 

Апайым таныш күрәҙәсегә барырға тәҡдим итте
Апайым таныш күрәҙәсегә барырға тәҡдим итте

Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгән егетем менән никах булды. Ике йыл кеше фатирында  йәшәнек. Беҙҙең менән һәр ваҡыт әхирәтем булды. Ата-әсәйемдәр ярҙамында, ниһайәт, ипотекаға квартира алып йәшәй башлағайныҡ, ни эшләптер егетем менән аралар һыуына башланы. Тик юҡтан әрләшә лә китәбеҙ. Бер ваҡыт шулай ныҡ ҡына талашып китеп, егетем сығып китте. Шулай кәйефем булмағанда апайыма барҙым һәм низағтар тураһында һөйләп бирҙем. Апайым таныш күрәҙәсегә барырға тәҡдим итте.
Барғас, күрәҙәсе, яҡын кешең ҡалдырған ялтыр әйберҙән ҡотолмайынса, тыныслыҡ тапмаҫһығыҙ. Өйөңдән эҙлә, тип ҡайтарҙы.
Ҡайтҡас, бар ерҙе аҡтарып сыҡтым, тик бер нимә тапманым. Алдағандыр, тип ҡул һелтәп ятып йоҡланым. Икенсе көн эшкә китергә сыҡҡас, ишекте бикләгәндә, ҡояш яҡтыһында ишек башында нимәлер ялтырағанына иғтибар иттем. Үрелеп ҡарағас, унда ике энә күрҙем. Ҡулъяулыҡ менән алып, насарлыҡ, ҡайҙан килгәнһең, шунда кит, тип, ағас төбөнә күмеп киттем.
Икенсе көн әхирәтемдең әсәһен күрҙем. Ҡыҙы аварияға эләгеп больницаға һалғандар икән.
Ә беҙҙең тормош аҡрынлап үҙ яйына ҡайтты.

"Серле донъя"

Автор:
Читайте нас: