Егет менән ҡыҙ дуҫлашып йөрөй. Көндәрҙең береһендә егет уға тәҡдим яһай.
Ҡыҙ:
– Ярай, уйлап ҡарармын, – ти.
Иртәгәһенә осрашыуға ҡыҙ кәйефһеҙ генә килә. Егет сәбәбен һорай.
– Һиңә кейәүгә сығырға...
– И, тапҡанһың ҡайғырыр сәбәп. Донъяла ҡыҙҙар бөткән тиһеңме! Башҡа кәләш табырмын әле.