Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
8 Июнь , 23:05

Ҡәйнеше аҡылға ултыртҡан...

Һеҙҙең арала ирҙәр эшенә ҡыҫылып-быҫылып йөрөүселәр бармы?

Ҡәйнеше аҡылға ултыртҡан...
Ҡәйнеше аҡылға ултыртҡан...

Ауылда һуғым һуя ти, бер кеше. Үгеҙ йығылған, әүҙем генә тунау эше бара. Ҡатындар әйткәс, эсәк йыуырға сығырға әҙер ултыралар өйҙә. Хужа балта, бау хәстәрләп келәткә кереп киткән.
Хужабикә генә, тынғыһыҙ кеше булғандыр инде, сығып, ирҙәрҙең эшен ҡарап йөрөй икән, указаниелар биреп тунаусыларға. Ҡыҙыл уңәс, күтән юллау эше башланғас, бер ир, еңгә, ошо эсәкте тотоп тор әле, тиштем, ахыры, бысрағы иткә аҡмаһын тип бер эсәкте тотторған бит, арттан ҡарап торған еңгәһенә. Юллап бөткәндәр, эс- ҡарын төшөрә башлағандар икән,теге еңгә тотҡан «эсәк » эс -ҡарынға бер ҡатышы булмаған нәмә булып сыҡҡан. Хужа килеп еткән уңарсы:
- Нишләп уны тотоп тораһың, эш эшләмәйенсә! -тип асыуланғас ҡына, башына барып еткән еңгәнең, ниндәй «эсәк» тотторғаны ҡәйнешенең... Бүтән бер ҡасан да алдан сығып, ирҙәр эшенә ҡыҫылып йөрөмәҫлек булған еңгә.

Автор:
Читайте нас: