Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
7 Август , 12:32

Ғаиләң юҡ, балаң юҡ...

Йә Хоҙай, көтөп алған йәкшәмбе етте! Исмаһам, саҡ ҡына ял итеп алырмын. Атыу аҙнаның нисек үткәнен иҫләһәм, ҡыйын булып китә...

Ғаиләң юҡ, балаң юҡ...
Ғаиләң юҡ, балаң юҡ...

Йә Хоҙай, көтөп алған йәкшәмбе етте! Исмаһам, саҡ ҡына ял итеп алырмын. Атыу аҙнаның нисек үткәнен иҫләһәм, ҡыйын булып китә...
– Ялда бушһыңмы? — Дүшәмбе эш көнө ике туған апайымдың шылтыратыуынан башланып китте.
– Өйөмдө йыуып, таҙалап алырға ине. Эштә йөрөп, һаман ҡул теймәй, — тием мин.
– Шәмбе еҙнәңдең юбилейы бит, һине лә саҡырабыҙ. Кухняла кәрәгең дә тейер. Өлгөрә алмайым. Кеше алдында оятҡа ҡалғы килмәй. Беҙгә бер көн алдан килеп йоҡларһың. Илап ятҡан балаң, ҡыҙғанып ултырған ирең юҡ...
Эй, шул “отказ” һуға белмәүемде әйтеп бирәйем! Ризалаштым, ҡайҙа бараһың инде? Трубканы һалыуым булды, кабинетҡа етәксем инде.
– Приказ килде, уҡытырға бер хеҙмәткәрҙе ебәрергә кәрәк, — тине ул, һаулыҡ алғас. — Йәш кеше һин барырһың. Өфөлә үтә, ике көн була. Иртәгә таңда юлға сығаһың.
– Мин иртәгә Фәлән ауылына командировкаға барам бит...
– Эйе шул! — Етәксем маңлайына һуғып ҡуйҙы ла, ҡаштары төйөлөп, уйланып китте. Шунан: – Фәлән ауылға бөгөн бар, — тип ҡарарын әйтте.
– Нисек бөгөн?! Өлгөрмәйем бит! Юлға ғына ике сәғәт китә...
– Ярай, нисауа! Һин бит әле йәш, ас ирең өйҙә көтмәй, балаң-малың юҡ, яйлап йөрөп ҡайт. — Барыһы хәл ителде тигәндәй, кабинеттан һыҙҙырта һалды.
Шулай, аҙнаның өс көнө юлда үтте. Кесе йома көндө иҫәнәй-иҫәнәй кабинетыма килеп индем. Йоҡо баҫмаҫтан алда тип эшкә тотондом. Инде ең һыҙғанып эшләй башлағайным, ике туған апай шылтырата:
– Иртәгә эштән һуң тура беҙгә килергә онотма!
– Ярай-ярай, апай, — тип трубканы һалам тигәйнем, ул дауам итә:
– Шуны әйтәм тип итәм: бөгөн ҡайнымдар килә. Һиндә ҡунырҙар. Яңғыҙ тораһың, ҡарттарға бер кем ҡамасауламаҫ. Беҙҙә, үҙең беләң, өс бала, урын да юҡ. Әҙерләнеп кенә тор инде, алтыла килеп етәләр.
Әттәгенәһе! Ул ҡәйнәләрен кем икәнен дә белмәйем, миңә ебәргәнсе... “Юҡ” тип әйтеп өлгөрмәнем. Ә алтыла килә торған кешеләр дүрттә эшемә килеп ингәс, ултыра төштөм...
Йома эшкә нисек барып еткәнемде иҫләмәйем. Баш гөжләп тора. Кис буйына әбей-бабайға тамаҡ йүнәттем, аҙаҡ хәбәрҙәрен тыңлап ултырҙым. Етмәһә, таң менән тороп, мине лә уяттылар. Ә эштә коллегалар шат йылмайып ҡаршы алды. Шунда уҡ кабинеттарына индереп, сәй яһанылар. Бушҡа түгел икән.
– Беҙҙең Фәлән Фәләнович киләһе аҙнанан пенсияға сыға. Бына һиңә йыйылған аҡса. Берәй бүләк ал. Мин балалар менән магазиндар буйлап йөрөй алмайым, — тине береһе.
– Минең ир, икенсе иргә бүләк һайларға киттем тиһәм, өйгә индермәҫ ул, — тине икенсеһе.
– Эйе шул! Ғаилә менән бер нәмә эшләп булмай. Шуға һин кейәүгә сығам тип ҡабаланма, иректә йөрөп ҡал, — тип өсөнсөһө йомғаҡлап ҡуйҙы.
Ярай, былай ҙа еҙнәгә берәй нәмә ҡарарға кәрәк. Эштән һуң магазиндар буйлап йөрөнөм.
Йома кис, шәмбе аяҡ өҫтөндә үтте. Саҡырылған ҡунаҡ булһам да, өҫтәл артында ултырыу эләкмәне. Миңә “һеңлем, аш һалыш”, “тәрилкәләрҙе йыйып алыш”, “сәй яһаш”, “өҫтәлде рәтләш”, ә башҡа ҡунаҡтарға “ултырығыҙ, йәш кеше бар бит” тигән әмерҙәр яуып ҡына торҙо.
Ҡунаҡтан һуң, һауыт-һабаны төнгө өстә йыуып бөтһәм дә, ҡайтырға булдым. Урын етмәй тиһәләр ҙә, ҡайныһы менән ҡәйнәһе залда хырылдап йоҡлай, тимәк, өйөмдә миңә иркенлек.
– Өйҙә күстәнәс көтөп ултырған балаларың юҡ, һиңә һалып тормайым, — тине апайым оҙатҡанда.
Яуапҡа өндәшеп торманым. Бары тик: “Эй Алла! Ҡасан ғына кейәүгә сығам да, бала табам да ял итәм инде?” – тип уйлап ҡуйҙым.

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: