Туйҙан ҡасҡан кейәү (Булған хәл)
Туй, тигәндәй... һеҙгә тормошта булған бер ваҡиғаны һөйләп уҙғым килә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында булды был хәл. Марат менән Лилиә бер йыл тирәһе осрашып йөрөнө. Лилиә – ауыл ҡыҙы, Марат ҡалала тыуып үҫкән. Егет өйләнершергә тәҡдим иткәс, ҡыҙ ҡыуанып риза булған. Туға ике яҡтан да ныҡлап әҙерләнә башлағандар. Туй күлдәгенең затлыһы һаҡланған, алтын балдаҡтар алынған, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, ҡәйнеш-балдыҙҙарға, ҡоҙасаларға, килендәштәргә, бажаларға, еңгәй-еҙнәйҙәргә бүләктәр хәстәрләнгән, бик күп ҡунаҡтар саҡырылған. Ул ваҡытта туйҙар кафела түгел. Өйҙәрҙә генә уҙа ине. Күптәр хәтерләйҙер, 90-сы йылдарҙа магазин кәштәләрендә тауар бик аҙ һатылды. Яҡшы кейемдәрҙе алыу өсөн дә сират алына ине. Шунан уйлағыҙ инде, ниндәй мәшәҡәттәр, сығымдар талап ителгәнен.
Туйға бер-ике көн алдан Лилиәләргә дөйөм ятҡта йәшәг дуҫ ҡыҙҙары ҡайтып төшә. Йәштәр бит, фантазия йәш. Кәләште нисек итеп “һатып” ебәрергә, тип алдан уйлап планлаштырғандар: йомаҡтар, йыр-бейеүҙәр. Хатта кәләш урынына ваҡытлыса ултыртып ҡуйырға тип, күрше егетен дә күндергәндәр. Ир булаһы кейәү егете – бай ғаиләнән, кәләш өсөн аҡсаһын йәлләмәҫ, тип уйлағандарҙыр инде.
Көтөлгән көн килеп еткән. Лилиәне кейәүҙән ҡасырып, шифонер эсенә ултыртып ҡуйғандар. Уның урынына аҡ селтәр бөркәнгән һаҡаллы Самат ағай килеп ултырған. Бүлмәне йоҙаҡҡа бәйләп, ишек яғына ике ҡыҙ һаҡҡа баҫҡан. Иҙәнгә аяҡ эҙҙәре һыҙылған, уларға баҫҡан һайын аҡса түләйһең. Аҡ ҡағыҙға ирендәргә помада һөртөп үбеп сыҡҡан эҙҙәрҙҙең ҡайһыныһы Лилиәнеке икәнен дә үтәргә кәрәк булған.
Бына туй көнө етте. Егет дуҫ егеттәре, ҡунаҡтар менән бер нисә машинаға ултырып, кәләш яғына килеп еткән. Ләкин ҡапҡа бикле. Ингең килһә – йомаҡтың яуабын әйт. Йырла, бейе, аҡса түлә. Егет һәм дуҫтары оҙаҡ һатыулашҡан. Ҡыҙҙар һуҙған шапка аҡса менән тулған.
Ләкин уйындан уймаҡ сығырын белһәләр ине ул... Бик оҙаҡ һатыулашып, аҡсалар түләп кейәү кәләш йәшеренгән бүлмәгә инә. Шаршау артында ултырған аҡ һаҡаллы Саматты күргәс, егеттең сабырлығы бөтә. Асыуланып ҡысҡырып ебәрә: “Шул хәтлем мыҫҡыл итер булғас, ҡыҙығыҙға үҙегеҙ өйләнегеҙ!” - ти ул. Иптәштәре лә тыйып, туҡтата алмай уны. Кейәү аҡ “Волга”ға ултыра ла ҡайтып китә. Машина артынан аҡ туҙан ғына тороп ҡала. Йыйылған ҡунаҡтар аптырап, ауыҙҙарын асып тороп ҡала.
Ҡыҙыу ҡанлы Марат башҡа кәләше янына килмәй. Улай ғына ла түгел, Себер тарафтарына уҡ эшкә сығып киткән...
Фәғийлә Шәкирова.