Шоңҡар
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
21 Февраль 2025, 15:03

Ыуыҙ ҡоймағы һәм... ҡаймағы

Быҙауҙы эҙләргә булып киттем. Сисенеп ташланым да, батҡаҡҡа төшөп китеп, ҡойоно соҡойом. Билдәле, үлгән инде ул барыбер, шулай ҙа күмеп булһа ла ҡайтайым, тейем...

Ыуыҙ ҡоймағы һәм... ҡаймағы
Ыуыҙ ҡоймағы һәм... ҡаймағы

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Рәис ағай Ишбаев ҡәләмгә тотонһа, унан бына тигән шәп яҙыусы сығыр ине, моғайын. Аҫта бәйән ителәсәк хәлдәр – шуға дәлил.

Рәис ағай байтаҡ ҡыҙыҡ хәлдәргә, мажаралы ваҡиғаларға тарыған кеше ул. Шул тарихтарының береһен беҙгә лә бәйән итте. Ул шул тиклем матур итеп һөйләй. Уны тыңлаған кеше бәйән ителгәндәрҙе кинолағы һымаҡ күҙ алдына килтерә баралыр...

-Был хәл байтаҡ йылдар элек булды. Ҡайҙа ул мәлдәрҙә кәрәҙле телефондар – духтары ла юҡ ине.

Бер мәл, яҙ, май баштары ине булһа кәрәк, һыйыр ҡайтманы. Элек йөрөгән яҡтарын атай менән арҡыры-буйға гиҙеп бөттөк. Юҡ! Өс көн буйы эҙләһәк тә таба алманыҡ. Ахыры, ваҡытты бушҡа уҙғармайыҡ, тип, балта-фәләндәребеҙҙе алып, атай менән Финляндияға (Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһенә) менергә булдыҡ. Малайға өй һалып йөрөгән саҡ ине. Өйҙөң эше күп бит инде аның.

Атай менән мәж килеп эшләп йөрөһәк, дружбаның (бысҡы) бензины бөттө лә ҡуйҙы. Срочно ғына бер нәмәне бысыр кәрәк ине. Бысҡыны йөкмәп тышҡа сыҡтым. Берәйһенән берәй стакан бензин һорап тороу инде уй. Бер ваҡыт геүелдәп килеп, пожарный машина эргәнән бешә һуғып үтеп китте. Бысҡы, бензин ҡайғыһы бөттө – бысҡыны өйгә индереп һелтәнем дә пожарный артынан елдерҙем. Үҙем пожарник булғас, бындай осраҡта битараф ҡалып булмай. Машина киткән яҡта былай төтөн-фәлән тойолмай. Нимә булды икән, тип аптырайым. Пожарный машина урман яғынараҡ үтте. Барып етһәм, пожарниктар машинанан төшөп, аптырабыраҡ ҡарап торалар. Иғтибарлабыраҡ күҙ һалһам, эргәләге батҡаҡ эсенән бер һыйыр башы күренә - мөгөҙҙәре һерәйеп тора. Батҡаҡ тирәһенә нығыраҡ яҡынлағайным, һыйыр, мине танып, мөлдөрәп кенә, мө-ө-ө тигән була. Өс көн эҙләгән һәүкәшебеҙ...

-Рәйес ағай, һин кешене беләһең, был һыйыр  кемдеке икән? Хужаһы кем икән? – тип һорайҙар егеттәр.

-Хужаһы мына тора, - тейем, түште һуғып. – Минең һыйыр. Уже дүртенсе көн ҡайтмай.

-Ысын һинекеме? – тиҙәр.

-Минеке, - тейем.

Машинанан тиҙ генә биҙрә алып, һыйырға һыу эсерә башланым. Ул ваҡытта Зәйтүн ҡусты ҡарауыл начальнигы.

-Рәйес ағай, нимештәйең? Тороп тор, – тей был.

-Һыйырға һыу эсерәм бит, - тейем.

-Тороп тор, эсермәй тор. Һыйырҙы хәҙер сығарыр кәрәк. 4-5 биҙрә һыу эсһә, тағы ла ауырая бит.

-Ярай, - тип ризалашып, биҙрәне ергә ҡуйҙым.

-Һыйырҙы был ҡойонан сығарырға кеше күп кәрәк була бит, Рәйес ағай, - тей тегеләр.

Килешәм. Былар 3 кеше.

Ул ваҡытта ҡайҙа һиңә хәҙерге һымаҡ телефондар. Пожарныйҙың рацияһы бар бит инде. Пожаркаға звонить итегеҙ, тейем.  Диспетчер алды. Мин әйтәм, ҡустым, тиҙ генә судебный приставтарға звонить ит. Унда минең малай эшләй. 3-4 малай алһын да бында минең эргәгә килһен, тейем. Адресты әйттем. Финляндияла, үҙенең өйө тәңгәлендә аҫта, тип өҫтәнем.

Бер ун минут үттеме-юҡмы, малайҙар килеп төштө. 3 малай.

-Рәйес ағай, ишеү бер кеше кәрәк, - тей Зәйтүн.

-Минең ыздарауай атайым бар бит, - тейем. Малай тиҙ генә барып атайымды алып килде. Атайым ишеү көрәктәр тотоп килгән.

Ике кеше һыйырҙың мөгөҙөнән, Зәйтүн ҡойо эсенә сумып, пожарный рукавты һыйырҙың эсенән үткәреп, 4 малай рукавтан, атайым һыйырҙың ҡойроғонан һөрәй. Беҙ мөгөҙөнән һөрәшәбеҙ. Шул һигеҙ кеше һыйырҙы саҡ һөйрәп сығарҙыҡ. Ныҡ та упҡан шул.

Зәйтүн, бына хәҙер һыу эсерһәң дә була, тип ҡуйҙы. Һыйырға һыуҙы машинанан алып торабыҙ, эсереп торабыҙ. 5 биҙрә һыу эсте, бахыр, ныҡ һыуһаған булған. Пожарный машинанан рукавты төшөрөп, һыйырҙы сайғылап алдым. Ул арала тегеләргә рациянан, тиҙ генә ҡайтып етегеҙ, выезд, тигән хәбәр килде.

-Ярай, Рәйес ағай, артабан үҙең как-нибудь. Һыйырыңды сығарҙыҡ, беҙ ҡайттыҡ, - тип былар бешә һуғып ҡайтып киттеләр. Судебный приставтың егеттәре лә ҡабат эштәренә юлландылар. Атай менән икебеҙ генә ҡалдыҡ.

Һыйырҙы яратып алдым. Эй мине ялаған була. Ҡотҡарғанға рәхмәт белдереүелер, бәлки... Һағынған да булғандыр инде. Уже дүрт көн күрмәгән бит инде. Моронон, керпектәрен, ҡойроғоноң төбөн вис күгәүендәр ашап бөткән бахырҙың. Һаҡлана алмаған бит инде – ҡойроҡ батҡаҡ эсендә...

Теге пожарник егеттәргә, һыйырым ошо арала ғына быҙауларға тейеш ине ишеү, тиһәм, береһе, ҡойроҡ тирәһендәге лайлаға күрһәтеп, һыйырың ҡойо эсендә быҙаулаған уже, ана, тигәйне.

Быҙауҙы эҙләргә булып киттем. Сисенеп ташланым да, батҡаҡҡа төшөп китеп, ҡойоно соҡойом. Билдәле, үлгән инде ул барыбер, шулай ҙа күмеп булһа ла ҡайтайым, тейем. Эҙләнем-эҙләнем, юҡ, тапманым. Атайым, ярай, ятһын шунда, үлгән бит инде ул, тигәс, батҡаҡтан сыҡтым. Ярай, һыйыр иҫән иң мөһиме, тип күндем. Ололар, ярты ҡаза, ти бындай осраҡта.

Был майҙың баштары ине. Ул тирәлә картуф баҡсалары күп. Шуларға инеп, ҡутарғансы үлән йолҡоп алдым. Ҡайын ботаҡтары ла һындырып алып ҡосаҡланым. Һыйырҙы шуларға әүрәтеп эйәртеп алып ҡайтыу инде уйым. Ас бит инде ул. Үләнде әҙләп кенә ҡаптырып, үҙем яй ғына алдан барам. Был саҡ атлап эйәреп килә. Арый. Ултырып тәмәке тартып алам. Тегене тәнтерәкләтеп, батҡаҡтан өйгә тиклем ике сәғәт буйы алып ҡайттым. Элекке өй зыярат ҡаршыһындағы ғына тауҙа ине бит -  Финляндиянан төшөп килгән юл ситендә генә.

Ветеринарға шылтыраттым. Бына һыйырҙы шундай-шундай хәлдәрҙән һуң алып ҡайттыҡ, тиҙ генә килеп кит әле, тейем. Теге килеп уколдар һалды. О-о, ҡоҙа, быны йыуындырыр кәрәк, тигәс, мунса яғып ебәрҙек. Ҡатын ике биҙрә һыу алып сығып, йүкә йыуғыс менән һыйырҙы йыуындыра. Елендәрен йыуа. Һыйыр хатта ҡымшанмай ҙа, тик тора. Ветеринар, былай ғына булмай, араҡы булһа, араҡы менән ыуыр кәрәк, ти. Самогон бар ине, ҡатын шуның менән вис ыуып сыҡты һыйырҙы.

Һыйыр батып торған ерендә быҙаулаған, шикелле, тейем ветеринарға. Теге тотҡолап ҡараны ла, эйе, шулай һымаҡ шул, тей. Мал табибы, шулайтығыҙ, былайтығыҙ, тип беҙгә кәңәштәрен әйтеп, дарыуҙар яҙып ҡайтып китте. Һауығыҙ, һөт төшөрөп алығыҙ, тип тә өҫтәне. Уның кәңәшен тотоп, тартҡылай торғас, ҡатын һөт төшөрөп алды. Йәһәтләп ыуыҙ ҡоймағы ла ҡойоп ебәрҙе.

Пожаркала эшләйем бит инде. Иртәгәһенә дежурға теге ҡоймаҡты алып киттем. Малайҙарға, һыйыр шулай-шулай мажаралар менән табылды, тип табылыу тарихын тәмләп һөйләп, еңгәгеҙ бына ыуыҙ ҡоймағы ла ебәрҙе, тип ҡоймаҡ менән һыйланым тегеләрҙе. Шунан икенсе, өсөнсө дежурҙарға уже ҡаймаҡ апара башланым. Ҡатын геүелдәтеп һөт бора, шөкөр. Быҙау булмаһа ла, аҡтан яҙҙырманы әле, тибеҙ.

Шулай бер ун биш көнләп үтте. Бер мәл эштә саҡта бисәкәй шылтырата.  “Рәйес, тиҙ генә ҡайтып ет. Һыйыр быҙаулаған”, ти. Нисек инде?! Шаҡ ҡаттым. Нәчәлниккә әйттем дә тиҙ генә ҡайтып киттем. Ысынлап та, быҙау ята шул... Күрше Зиннурҙың малайы теге быҙауҙы күтәреп индергән. Һарайҙың арт яғында быҙаулаған булған.

Быҙауға оя эшләп, шунда индереп һалдым. Матур ғына үгеҙ быҙау...

Был әкиәт инде. Һөйҙәп аңлатып булмай. Кеше ышанмаҫтай хәл инде. Ветеринар Рәшит ағайҙың, ҡустым, бындай хәл бер ҡайҙа ла бер ҡасан да булғаны юҡ, тигәне хәтерҙә.

Малайҙар аҙаҡтан эштә: “һыйыр һыуалды әле ул. Еңгәйҙе ебәрмәйеңме? Һөт төшөрөп бирер ине”, тип көлөп бер булдылар.

Яҙғылыҡ батҡаҡ бит инде. Һыйыр ныҡ батҡан шул. Ул ҡойо хәҙерге Хеҙмәт урамының Ҡайынтүш яғына киткән ерендә ине.

Уны тәүҙә бер малай күреп ҡалған. Әсәһе малайын лесхозға атаһына йомошҡа ебәргән булған. Малай шул тирәнән үтеп барһа, ҡойо өҫтөндә бер баш – һыйыр башы ята, тей бит инде. Ҡолаҡтары ҡыбырҙағас, ен икән тип ҡурҡҡан башта. Шунан әсәһенә әйткән. Әсәһе МЧС-ҡа хәбәр иткән.

Аҙаҡтан ул малай менән әсәһенә рәхмәт әйтеп, күстәнәстәр алып барып киттек.

Һыйыр ныҡ батмағандыр, тип пожарниктар өс кеше генә барған булғандар. Ә һигеҙ  кеше саҡ сығарҙыҡ. Ҡатын йүкә йыуғыс менән йыуғанда ла тик кенә торған һыйырыбыҙ артабан ҡорола бер тәүлек тирәһе йоҡланы ла ҡуйҙы. Бер нәмә лә ашамай ҙа. Һыу эсә лә ята. Быҙау һалғанына переживать итәме икән, тип уйлайбыҙ бит әле ул.

Бына шулай, йәмәғәт, быҙауламаған һыйырҙың ыуыҙ ҡоймағы менән ҡаймағын да ашатты был донъя! – тип тамамланы һыйыры менән булған мажараларҙы бәйән итеүҙе Рәис ағай.

 

Т. БАҺАУЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас