Шоңҡар
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Апрель 2025, 10:35

Үҙ теләге менән риза булмаһа, урларға тура килә...

– Әлләсе, тағы төрмәгә ябып ҡуймаҫтармы? Ул һиңә һарыҡ бәрәсе түгел, кеше балаһы!.. Кемдең балаһы бит әле ишшыу – Шәрифулла бабайҙың иң яратҡан, бер бөртөк ҡыҙы.

Үҙ теләге менән риза булмаһа, урларға тура килә...
Үҙ теләге менән риза булмаһа, урларға тура килә...

Ҡыҙ урлау еңел эш түгел, егеттәр. Ҡыҙҙар үҙҙәре риза булған осраҡта ла “ски”ҙары бик күп уның. Беренсенән, ата-әсәһе ризалығын бирерме, һине ҡыҙҙарына тиң күрерме?.. Икенсенән, ҡыҙ нисек ҡабул итер был ҡылығыңды? Өсөнсөнән, кеше һүҙе лә ҡурҡыта:
-Кешесә йөрөп, ҡыҙ ҙа ала алманы, меҫкен, бахыр тиәсәктәр. Нәзирә уға тиң ҡыҙмы, буйы етмәгәнгә үрелә, тип тә ебәрһәлер, ят та үл...
***

Нәзирә урта мәктәпте бөтөрөп, бухгалтерҙар курсын тамамланы. Ауылда һылыу ҡыҙға күҙ һалыусы егеттәр байтаҡ. Фәтих был аҫыл ҡошто күҙ алмаһы кеүек һаҡлап, янында ғына йөрөй. Уның эргәһенә бер кемде лә ебәрмәй һәм әлегәсә үҙе лә бик яҡынламай. Өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Нәзирә уны ышаныслы дуҫы, тип иҫәпләй икән, әйҙә шулай булып торһон, әлегә. Тик һуңғы ваҡыт ҡыҙ эргәһендә “ҡоҙғондар” күп оса башланы. Шуға егет, быға тиклем булған уңайлы позицияһынан сығып, уйындан ҡайтышлай ҡыҙға:
-Беләһеңме, Нәзирә, беҙ хәҙер күптән баласаға түгел. Һинең һөнәрең бар, мин дә шоферҙар курсын тамамлап ҡайттым. Какой ни какой колхоз бынамын тигән машинаға ултыртып ҡуйҙы...
-Эйе, беләм, шунан!..
-Ана, күл буйында, һалынып бөткән өйөм, кәләш алғанымды көтөп ултыра... Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, мин һине үлеп яратам, сыҡ миңә кейәүгә! Беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ донъяла! - тип, ниһәйәт әйтеп бөттө ниәтләгән һүҙен.
Ҡыҙ башта ни әйтергә лә белмәй баҙап ҡалды. Бит алмалары алланды. Тулҡынланып, төшкән сәсен ҡолағы артына ҡыҫтырып, егетте баштан-аяғына тиклем күҙҙән үткәрҙе... Үҙе лә яуапҡа ни ишетерен белмәй, тулҡынланып торған Фәтихҡа:
- Фәтих, миңә саҡ ун һигеҙ йәш тулды, әлегә кейәүгә сығаһым килмәй. Атай-әсәй йортонда иркә ҡыҙ булып танһығым ҡанманы. Бер үк асыуланма, йәме, һин шәп егет, тик миңә әле кейәүгә сығырға иртәрәк - тип, яуап бирҙе.
-Нәзирә, әллә ҡайҙа китмәйбеҙ ҙә инде. Бер ауылданбыҙ... Әсәйеңдәргә көндә килеп йөрөрбөҙ...
-Юууу-уҡ, Фәтих, килеп йөрөү менән бергә йәшәү бер түгел, - ҡыҙ йылмайҙы.
-Әгәр мин һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым, үлеп яратам, тиһәм...
- Үлеп яратам, тиһәң дә...
-Сәмемә тейәһең, Нәзирә... Үҙ теләгең менән миңә кейәүгә сыҡмаһаң, урлайым мин һине!
-Урлайһың?!. Кит, әкиәт һөйләмә! Ҡыҙҙарҙы урлап алған замандар үткән инде...
-Урлайым, ант итәм!
-Ҡулыңдан килһә, тәүәкәлләп ҡара!..
***
Үҙ теләге менән миңә кейәүгә сығырға риза булмаһа, башҡа егеттәр башын әйләндермәҫ элек, ысынлап, был сибәркәйҙе урларға тура киләсәк... Егет ҡайтыу яғына ыңғайланы. Урларға тура килһә, нисек урларға? Әгәр ул мине һуңынан бөтөнләй күрәлмәй башлаһа нишләрмен?.. Әлегә егет бер һорауына ла яуап белмәй. Дуҫ егете Нәжип тә:
-Был заманда ҡыҙ урлайҙармы һуң? - тип ҡулдарын ғына йәйҙе.
-Урлайҙармы, юҡмы икәнен әйтә алмайым. Минең дә ишеткәнем юҡ... Бына минең атайым әсәйемде урлап алған. Ана, бынамын, тигән итеп йәшәп яталар. Әгәр ысынлап шулай итергә тура килһә, миңә һинең ярҙамың кәрәк булыр, дуҫ.
Нәжип:
-Әлләсе тағы, төрмәгә ябып ҡуймаҫтармы? Ул һиңә һарыҡ бәрәсе түгел, кеше балаһы!.. Кемдең балаһы бит әле ишшыу – Шәрифулла бабайҙың иң яратҡан, бер бөртөк ҡыҙы.
-Дәәә-ә, дөрөҫ әйтәһең!..
***
Икенсе көн Фәтих бухгалтерия ишеген килеп ҡаҡты, тик ишек бикле ине.
Күрше бүлмәләге ҡыҙҙар:
-Нәзирә район үҙәгенә отчет алып китте, бөгөн булмай тинеләр.
Егеттең кәйефе ҡырылды. Председатель ҡушҡан ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарып, тегендә-бында һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, машинаһын стоянкала ҡалдырып, өйөнә ҡайтып китте. Юлында Нәжип тап булды.
Фәтих:
-Әйҙә, беҙ уны бөгөн, киске уйындан һуң урлайбыҙ!
-Кемде? – тине Нәжип, ҡапыл ғына дуҫының уй осон тоталмай.
-Нәзирәне!
-Ээээ-эй, әпәт шул, бер балыҡ башы!.. Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, унан кире әсәйем дә әрләйәсәк, һин иҫәр ыңғайына йүләрләнеп йөрөгәнгә. Нәжип ҡайтыу яғына ыңғайланы.
-Ярар, дуҫлығың шул сама ғына икән. Һинән башҡа ла урлайым мин уны. Тик күп һөйләнеп йөрөмә, аңланыңмы, мороноңа алырһың...
Нәзирә менән Фәтих киске уйында, клубта осраштылар. Ҡәҙимгесә һөйләшеп, көлөшөп, уйындарҙа ҡатнашып, ҡапма-ҡаршы бейештеләр. Бик күңелле булды.
Ҡайтышлай ҡыҙ:
-Иртәгә район үҙәгенә барып, бөгөн бөтмәгән эштәремде ослап ҡайтам. Силсәүит рәйесе, һинең менән барырға ҡушты. Юл ыңғайы, силпоға һуғылып, магазинға тауар ҙа тейәп алырһығыҙ тине. Иртән юллама алырға онотма, йәме. Мин һине ауыл ҡапҡаһы төбөндә көтөп торормон, - тине лә, өйөнә йүгереп инеп китте.
-Тыныс йоҡо, Нәзирәм! – тип тороп ҡалды егет. - Әллә шаяраһың, әллә иғтибар итмәгән булып ҡыланаһың, аңламайым мин һине, - тип, үҙ алдына һөйләнеп, көйләп ҡайтыу яғына ыңғайланы егет.
***
Шаярып-көлгән кеүек булһа ла, ул да мине ярата кеүек. Әле бая, ҡапма-ҡаршы бейегендәрендә, ҡалай яратып ҡараны ул миңә... Ә ҡулдары шундай йомшаҡ, йылы, хатта йөрәгенең тибеше тойолған кеүек... Ҡайтып ятҡас та егет оҙаҡ йоҡлап китә алмай, иртәгәге сәфәр тураһында уйланып ятты. Башына матур ғына уйҙар ҙа килде...
Фәтих иртән тороп, йыуынып, кейенеп, тамаҡ ялғап алды ла, күтәрмәгә сығып баҫты.
Эшкә китергә әҙерләнеп йөрөгән әсәһе:
-Һа-а-ай, үҙемдең улым да ҙур үҫте, кәләш алырлыҡ булды! – тине һоҡланып.
-Әсәй, әгәр ысынлап кәләш алып ҡайтһам, һеҙ атайым менән ҡаршы булмаҫһығыҙмы? – тине, уйынсы-ысынлы.
-Киленгә кеше ҡаршы була ти мени, иҫәркәйем?
-Әтеү, бөгөн үк алып ҡайтам, йәме, әсәй, әҙер тор! Шаярмайым, ысынлап алып ҡайтам.
-Ярар! Тик атайың кеүек була күрмә...
-Атайыма нимә булған? Ул һине урлағанын беләм. Мин дә был йоланы ҡабатларға уйлайым әле...
-Урланы ти, ана, юҡ хәбәр, - әсәһе ҡысҡырып көлдө.
-Әсәй, һөйләле, урламанымы әллә?
-Оҙон һүҙ китапҡа яҡшы, - тигән боронғолар... Мин үҙем атайыңды урланым. Карандаслы атҡа ҡыңғырауҙар тағып, атайыңдың дуҫы Зинур бабайыңды кусырға ултыртып, үҙем аҙиалға төрөнөп, атайың эргәһенә менеп ултырҙым да, өләсәйеңдәр ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтаныҡ. Юл ыңғайы, атайыңдың ҡолағына: Һин мине ысынлап яратаһыңмы? – тип шыбырҙаным. Ул: Яратмаған ҡайҙа ул, яратам кәнишнә! – тине. Атайың ҡыйыуланып китеп, мине күтәреп алып өйҙәренә индерҙе:
-Әсәй, ҡайҙа мендәрең, киленеңдең аяғы аҫтына һал! – тип һөрәнләп ебәреүе булды, өләсәйең ап-аҡ тышлы мендәрен аяғым аҫтына килтереп тә һалды...
-Һеҙ, ир-аттарҙы шулай, кәрәк урында, әҙерәк төртөп тә ебәрергә кәрәк ул...
Ана шул көндән алып даны таралып китте атайыңдың. Хатта ир-аттар: Йүнле ирҙәр кәләште урлап ҡына ала, ана Нурислам кеүек! – тип кенә ебәрәләр. Атайың, ҡорсанғы, маһайып торған була шунда.
-Был турала бер кемгә лә һөйләмәгәнһеңдер, әсәй?
-Юу-у-уҡ! Үҙемә мәртәбәләһә! Шуға ҡәҙәр, шунан һуң да ауылда башҡа ҡыҙ урлаусы булманы. Ә уйлап ҡараһаң ниндәй матур йола!.. Ярай, улым, эшкә ашығам, һау булып тор!
-Пока, әсәй!
-Ҡара һин уларҙы, ниндәй сер һаҡлап йөрөтәләр.
- Атай, мин һинең хатаңды ҡабатламам, - тине егет, үҙенә ишетерлек кенә итеп һәм эшкә сығып йүгерҙе.
***
Район үҙәгендә, Нәзирә үҙ эштәрен бөтөргәнсе, Фәтих машинаһын силпо алдында ҡалдырып, магазиндарҙа йөрөп, кәрәк-яраҡ алды. Шунда йәшәүсе Фатима инәһенә инеп, хәл-әхүәлдәрен белешеп, һөйләшә-серләшә сәй эсеп алғас, ишек алдында тәгәрәп ятҡан түмәрҙәрен ярып ташланы.
-Инәй, миңә берәй матууур аҙиал һатып алырға кәрәк ине. Мин сепрәк-сапраҡтың рәтен белмәйем, алып бирешмәҫһең микән?- тине ул инәһенә, һуңғы ярылған дүмәрҙе өйөмгә ырғытып.
- Алырбыҙ, алырбыҙ... Әсәйең ҡуштымы ни?.. Хәҙер өҫтөмдө генә алыштырып сығайым да...
-Иң матур күлдәгеңде кей, йәме, инәй, - тип артынан ҡысҡырып ҡалды Фәтих. Беҙгә барып етеп әйләнерһең, күптән килгәнең юҡ... Әсәйемдәр ҙә ҡыуаныр...
***
Юлда Нәзирәне ултыртып алдылар.
-Таныш бул, Нәзирә, был минең Фатима инәйем, - тине Фәтих. Фатима инәй, ә был бая һиңә әйткән - Нәзирә, - тип таныштырҙы егет.
Район үҙәге менән ауыл араһы ун биш саҡырым, төшкә ҡәҙәр елдереп ҡайтып еттеләр.
-Башта, Фатима инәйемде өйгә алып ҡайтып ҡалдырайым да, һуңынан һине илтеп ҡуйырмын, йәме, Нәзирә, - тип, Фәтих үҙҙәренең өй алдына килеп туҡтаны. Ата-әсәһе лә төшкө ашҡа ҡайтҡандар икән.
Машина ҡапҡа алдына килеп туҡтағас, Фәтих етеҙ генә төшөп, икенсе яҡтан ишекте асып ебәрҙе. Нәзирә ситтә ултырғас, Фатима инәйҙе үткәрәйем тип, ергә һикерҙе. Тап шул мәл Фатима инәй, бая һатып алған аҙиялды яҙып ебәреп, ҡыҙҙың башынан япты. Шуны ғына көтөп торған Фәтих, Нәзирәне төрөп, күтәреп өйөнә алып инеп тә китте. Өйгә ингәс:
-
Өйгә ингәс:
-Әсәй, ҡайҙа мендәрең, киленеңдең аяғы аҫтына һал! – тип һөрәнләне егет.
Ул арала, алдан һөйләшеп килешкәнсә, Фатима инәй балын, майын тотоп йүгереп килеп инде.
-Килен, телең майҙай йомшаҡ, балдай татлы булһын! – тип, ҡыҙға бал менән май ҡаптырҙы..
Ул ике арала Нәзирәнең ата-әсәһе килеп етте. Күрше-тирәләр ҡапҡа алдына йыйылды. Нәзирәнең атаһы:
-Ҡыҙым, ризаһыңмы, яратаһыңмы? – тип, ҡыҙына ишетерлек кенә итеп, һораны.
Ҡыҙ эйе, тигәнде аңлатып, башын ғына ҡаҡты.
Йыйылған халыҡ араһынан берәү:
-Һай, Нурисламдың малайы, афарин! Атаһынан ҡалышманы! Маладис! - тигән тауыштар яңғыраны.
Фәтихтарҙың өй эсе, ҡапҡа алды умарта күсе кеүек гөөөж килде. Ауылда яңылыҡ тиҙ тарала бит ул... Ә был, онотҡанда бер булған “Ҡыҙ урлау” йәшен тиҙлегендә тирә-йүн ауылдарға ла барып еткән ине инде.
Нәзирәгә күҙ атып йөрөгән “асыҡ ауыҙҙар” Фәтихҡа көнләшеп тә, һоҡланып та ҡаранылар.
-Вәт, егет исмаһам, әллә ни һәйләнеп тә йөрөмәне, әйтте эшләне! – тине Нәжип, дуҫының ҡыйыулығына һоҡланып.
***
Туйға бөтә ауыл йыйылды. Ҡаҙандар элеп, ҡутарып, бишбармаҡ бешерҙеләр, әллә нисә самауыр ҡайнаттылар... Буҙа, ҡымыҙ эстеләр! Йырланылар, бейенеләр, уйнанылар-көлдөләр... Тәмле һый-хөрмәттән өҫтәлдәр, затлы бүләктәрҙән һикеләр бөгөлдө...
Йәйге көн ҡояшлы. Талғын ғына йылы ямғыр һибәләп үтте. Йәйғор сыҡты. Таң менән еңгәләр йәш киленгә һыу юлы күрһәтергә алып киттеләр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҡәнәғәт, сөкөрләшеп, йәштәр артынан эйәрҙе.
Салауат күпере ауылдың ике осон тоташтырып, һыу юлы ҡапҡаһы булып, йәштәрҙе өйҙәренәсә оҙатып, аҡ ебәк болоттар араһына инеп ирене. Йәш кәләш мөлдөрәмә силәктәрен сайпылдырмай, ҡәйнәһе тупһаһына алып ҡайтып, тәүге самауырын ҡайнатырға ҡуйҙы.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас