Шоңҡар
+7 °С
Ясно
Әкәмәт
16 Октября , 07:18

Һаумыһығыҙ, Вәрис Миңлебаевич!

– Нимә?! Бына нимә, өлкән инженер! – Аҙаҡҡы ике һүҙҙе ул ниндәйҙер баҫым менән әйтте. – Һин бөгөндән башлап ул “өлкән” һүҙен онот, белдеңме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаумыһығыҙ, Вәрис Миңлебаевич!Һаумыһығыҙ, Вәрис Миңлебаевич!
Һаумыһығыҙ, Вәрис Миңлебаевич!

Эштең иң ҡыҙыу мәлендә телефон шылтыраны.
– Кем һин? – Ҡапыл туп-тура яңғыраған был һорауға нисек яуап бирергә белмәй, аптырап ҡалдым. Ысынлап та, кем һуң мин? Дуҫ-иштәр өсөн мин – Мәжит, директорға – өлкән инженер Әбсәләмов, ә ҡатынға иһә, кәйефенә ҡарап, утыҙ төрлө исемем бар.
– М... мин, – тип яуапланым, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, ваҡытты һуҙырға теләп.
– Кем?! – Был юлы тауыш дәһшәтле яңғыраны. – Малай-шалай бар што ли бында, шаярып ултырырға? Ниндәй тәрбиәһеҙе алды унда трубканы?
– Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ кем булаһығыҙ? – Мин һаман да айыҡ ҡына фекер йөрөтә алмайым. Иң яҡшыһы, трубканы ташлап, бүлмәнән сығып тайырға кәрәк булған да бит, ҡапыл уйлап өлгөрөп буламы ни?
– Мин һине нисек телефон аша һөйлә­шергә өйрәтермен, аңра, йүнһеҙ...
Тик шул һүҙҙәрҙән һуң ғына күрше бүлек мөдире Вәрис Миңлебаевичтың тауышын таныным. Номерҙы яңылыш йыйғандыр инде, элек шылтыратҡаны юҡ ине.
– Был һеҙме ни, Вәрис Миңлебаевич? Ғәфү итегеҙ, таны­маным. Мин өлкән инженер Әбсә... – тип аҡлана ғына башлағайным, барып сыҡманы. Ул мине эттән алып, эткә һалып әрләне-әрләне лә:
– Ярай, тиҙ генә йүгереп килеп ет. Эш бар, – тип бойорҙо.
Мин үҙемдең икенсе бүлектә эшләүем, уға буйһонмауымды аңлатып бирмәксе булдым.
– Нимә?! Бына нимә, өлкән инженер! – Аҙаҡҡы ике һүҙҙе ул ниндәйҙер баҫым менән әйтте. – Һин бөгөндән башлап ул “өлкән” һүҙен онот, белдеңме?
– Белмәнем. – Мин үҙем дә бик тиҫкәре кеше. – Әле һеҙ директор түгел, шикелле.
Трубканы һалғас, бик оҙаҡ йөрәгемде тотоп ултырҙым.
Атылып үҙебеҙҙең бүлек мөдире килеп керҙе. Йөҙө ап-аҡ, ҡулдары ҡалтырай.
– Һин нишләп Вәрис Миңлебаевич менән һүҙгә килештең? Ул һиңә яза биреүҙе талап итә.
Мин тынысланып өлгөргәйнем инде.
– Һеҙгә кем ул? – тинем эре генә. – Бойорорға ул бит һеҙҙең кеүек бүлек мөдире генә.
– Эх һин, ғүмер буйы белдекһеҙ булдың, – тип мөдир мыжып алып китте. – Вәрис Миңлебаевич директор­ҙың ҡоҙаһының бажаһы тип әллә нисә тапҡыр әйттем бит инде. Әгәр яза бир­мә­һәң, үҙеңде эштән ҡыуҙыртам, ти, ә миңә пенсияға ике йыл ғына ҡалған.
Мөдирҙе йәлләп ҡуйҙым. Насар кеше түгел ул, мине лә бик ихтирам итә, тик шул Вәрис Миңлебаевич кеүектәр уның ҡотон алып бөтөр­гәндәр. Яза биргәндә лә ул, үҙен ғәйепле тойоп, ғәфү үтенә-үтенә генә бирҙе. Мин ябай инженер булып ҡалдым.
Хәҙер мин, эштә лә, өйҙә лә, телефон шылтыраһа, трубканы алыу менән:
– Һаумыһығыҙ, Вәрис Миңлебаевич, – тип ҡысҡырам. Минән бер кем дә көлмәй, хатта үрнәк алыусылар ҙа бар.

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас