Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кәсеп
22 Июнь 2018, 13:47

Уҡытыусы сауҙагәр йәки "Башмаркет"тың хужаһы кем? (№2, 2018)

Сибай ҡалаһындағы “Башмаркет” тигән магазинды күреү менән уның хужаһын берәй йомробаш йәһүдтер тип уйлағайным, үҙебеҙҙең Рөстәм ЯРАТОВ исемле башҡорт егете булып сыҡты.


Сибай ҡалаһындағы “Башмаркет” тигән магазинды күреү менән уның хужаһын берәй йомробаш йәһүдтер тип уйлағайным, үҙебеҙҙең Рөстәм ЯРАТОВ исемле башҡорт егете булып сыҡты. Сибайҙа өс магазин, бер күмәртәләп һатыу базаһы тота икән. Уртаҡ таныштарыбыҙ ҙа бар. Улар аша бәйләнешкә сығып, интервью хаҡында һөйләштем. Эшҡыуар егет ялдарға ҡарай Өфөгә килергә тейеш ине. Уны шул мәлдә тап итергә кәрәк. Әммә барыһы ла беҙ теләгәнсә генә бармай тормошта. Үҙемә Сибайға юлланырға тура килде...

Сибай ҡалаһына барып еткәнемдә көндөҙгө өстәр тирәһе ине. Телефондан Рөстәм Яратовтың номерын йыйҙым.

– Алло, сәләм, Мансур, бында минең бер эш килеп сыҡты... Әйҙә, шуны тиҙ генә эшләйем дә, унан һуң һинең менән яйлап ултырып һөйләшеп алырбыҙ.

Рөстәмдең артынан инде ярайһы уҡ ваҡыт “һунар итеп” саҡ килеп тоттом тигәндә “табышымды” ҡулдан ысҡындырғым килмәне. Тимерҙе ҡыҙыу сағында һуғырға булдым:

– Рөстәм, ә ул эшең буйынса һин ҡайҙа барырға тейешһең?

– Ҡыҙылға, бер нөктәгә тиҙ генә тауар алып барырға кәрәк. Улар минең яҡшы клиенттарым, шуға тауарҙы ваҡытында еткермәй булмай.

– Ярай, әйҙә, Ҡыҙылға мин һинең менән барам. Машиналағы һөйләшеүебеҙҙе диктофонға яҙҙырырмын да ҡуйырмын!

– Ярай һуң, улай булғас, хәҙер барып тауар тейәп алырбыҙ ҙа, бындағы бер-ике эште тамамлап, юлға сығырбыҙ.

Килештек. Мин уның өйө янына юл тоттом. Унан Рөстәмдең машинаһында шәхси эшҡыуарҙың бер көнөн күреү маҡсаты менән сәйәхәткә ҡуҙғалырға тейешмен.

Машина ҡуҙғалып китте. Диктофонды бер аҙ көйләгәс, һүҙ башлайым тиһәм, Рөстәм һорай:

– Һин хәҙер миңә һорауҙар бирәсәкһеңме? Уларға нисегерәк яуап ҡайтарайым?

– Юҡ, һорауҙар мөмкин тиклем әҙерәк булыр. Үҙеңдең күңелеңдә нимәләр ята – барыһын да һөйләп тик бар. Аҙаҡ шул фекерҙәрең араһынан үҙебеҙгә кәрәклеләрен һайлап алырбыҙ.

– Ярай улайһа, нимәнән башларға һуң?


“Сифатлы тауар” булырға өйрәттеләр


– Үҙең менән яҡынданыраҡ таныштыр. Кеше һинең кем икәнлегеңде белергә тейеш тәһә!

– Сығышым менән Баймаҡ районының Абдрахман ауылынан, ә тарих төпкөлөнәрәк ҡарағанда, беҙҙең тамырҙарыбыҙ Сыңғыҙ ауылына барып тоташа. Ғаиләбеҙ шәжәрәһе буйынса Яратовтар фамилияһы инде ике йөҙ йыл дауамында үҙгәрмәйенсә килгәнлеге күренә. Ә үҙем Красноярск крайында тыуғанмын. Атайым, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәш сағында шул яҡтарға эшкә барған булған. Шунда әсәйем менән танышҡандар. Ғаиләлә икенсе баламын, апайым һәм ҡустым бар. Миңә йәш ярым булғанда ғаиләбеҙ кире Башҡортостанға күсеп ҡайта. Тәүҙә Абдрахман ауылына, шунан туҡһанынсы йылдың көҙөндә, атайымды Калинин ауылына эшкә саҡырғастар, ғаиләһе менән шунда килеп төпләнә.

2002 йылда туғыҙынсы синыфты Калинин ауылының тулы булмаған урта мәктәбендә тамамлағас, унынсы-ун беренсе синыфҡа уҡырға Сибайҙағы “Политек” лицейына килдем. Хәҙер лицей юҡ, уның статусын алып, ни бары ҡаланың 14-се мәктәбе итеп ҡалдырҙылар. Уҡырға килгәнемдә тәүге осорҙа әҙерәк ҡыйынлыҡтар булды, сөнки ауыл мәктәбендә уҡытыу сифаты түбәнерәк бит инде... Шуға ҡайһы бер предметтарҙан класташтарҙы ҡыуып етергә тура килде. Ә математика, география, тарих, физкультура кеүек фәндәрҙән яҡшы өлгәштем. Бигерәк тә уҡытыусыларым Мәрфуға Фәйзулла ҡыҙына, Зөфәр Юлай улына рәхмәтлемен. Класс етәксебеҙ, география уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәйнулла ҡыҙы ла үҙ эшенең оҫтаһы. Миҫал өсөн шуны әйтә алам: ун беренсе класта уҡығанымда Сибай ҡалаһы буйынса уҙғарылған олимпиадаға бер минут та ултырып әҙерләнмәйенсә барып икенсе урын алдым.

– Олимпиадаларҙа йыш ҡатнаша торғайныңмы?

– Эйе, ун беренсе кластың башында беҙҙең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса уҡытыусыбыҙ тарих фәненә ҡарата иғтибарымды тойоп, олимпиадала ҡатнашырға тәҡдим яһаны. Уның менән беҙ яңы ғына танышҡайныҡ, сөнки унынсы класта икенсе уҡытыусы дәрес алып барҙы, ә ун беренсегә Земфира Имам ҡыҙы Шәрипова килде. Шулай итеп, сентябрь айынан башлап декабрь аҙағына тиклем махсус рәүештә олимпиадаға әҙерләндем. Әммә параллель класта уҡыған ҡыҙыҡай был олимпиадала беренсе урын алды, ә миңә икенсе урын бирҙеләр. Шул сәбәпле республика кимәленә сыға алманым. Был “еңелеүем”ә бер ҙә үкенмәйем, сөнки тарих фәне менән ысынлап та ҡыҙыҡһынып китеүемә тап ошо ваҡиғалар йоғонто яһаны. Бигерәк тә уҡытыусыма рәхмәтлемен. Ул күп нәмәләрҙе аңлатты, өйрәтте. Мәктәпте тамамлағас, 2004 йылда, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына, тарих һәм филология факультетына уҡырға индем. Тәүге йылда ситтән тороп уҡыным, шунан был рәүештә ысын белем алып булмағанын тойғас, икенсе йылына көндөҙгө бүлеккә күстем. Әлбиттә, бында ла етешмәгән имтихан-зачеттарҙы тапшырырға, башҡаларҙы ҡыуып етергә тура килде. Ҙур ярҙамдары өсөн тәү сиратта уҡытыусыларыма рәхмәт әйткем килә: кафедра мөдире Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәновҡа (уның менән беҙ һаман да аралашабыҙ, бер кварталда йәшәйбеҙ), Алим Барый улы Зариповҡа (беҙгә 2004 йылда уҡ: “Тиҙҙән мәктәптәрҙе ябыуҙар башланасаҡ, күптәрегеҙгә эш булмаясаҡ, шуға тырышып уҡығыҙ, конкуренция шарттарында башҡаларға ҡарағанда һеҙҙең “сифатлыраҡ тауар” икәнлегегеҙ күренеп торорға тейеш...” – ти торғайны). Һәм шулай килеп сыҡты ла, күп тә үтмәне, биш-алты йылдан “оптимизация” процестары башланды. Күп кенә яңы уҡып сыҡҡан белгестәргә эш ҡалманы.


Һөнәрем буйынса “торгаш” булмаһам да…


– Университетты тамамлағас мәктәпкә эшкә төшә алдыңмы?

– Эйе, ысынын әйткәндә, мәктәптән башҡа бер ерҙә лә эш эҙләмәнем. 2009 йылда уҡыуҙы тамамлағас та Сибай ҡалаһында эшкә урынлашып ҡараным, әммә бында эшһеҙ ятҡан юғары квалификациялы уҡытыусылар муйындан ине. Баймаҡ районының мәғариф бүлегенә барып анкета тултырҙым һәм эш һораным. Яуап оҙаҡ көттөрҙө. Уҡыуҙар ҙа килеп етте... Кәйеф төштө. Шунан, сентябрҙең баштарында, мәғариф бүлегенән шылтыраттылар: “Сибай эргәһендәге Казанка ауылында урын бар, иртәгә үк директоры менән һөйләш тә, оҡшаһа – эшкә сыҡ”. Иртәгеһенә Казанкаға барғайным, директоры йәш белгес килгәнгә ҡыуанып китте, шунда уҡ документтарҙы тапшырып мәктәпкә тарих буйынса уҡытыусы булып эшкә төштөм. Шулай итеп, минең тормошомдағы “мәктәп эше” этабы башланып китте. Иң тәүҙә балаларҙы БДИ-ға әҙерләргә кәрәк ине. Бының өсөн белемдәрендәге “аҡ таптарын” юҡҡа сығарырға кәрәк булды. Был эштә миңә лицейҙағы уҡытыусымдың кәңәштәре һәм тәжрибәһе ныҡ ярҙам итте. Үҙ аҡсама балаларға тестар, материалдар һатып алдым. Һөҙөмтәлә, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү предметтарын һайлаған алты баланың барыһы ла имтиханды яҡшы тапшырҙы.

2010 йылда бер дуҫым сауҙа сфераһына эшкә саҡырҙы. Уның дәлилдәре: һин кешеләр менән аралаша беләһең һәм бер нәмә лә юғалтмайһың булды. Мин мәктәптән китергә ғариза яҙмайынса ғына тәм-том һатыусы компанияға анкетамды тапшырҙым. Кандидатурамды оҙаҡ ҡаранылар, өс тапҡыр күҙмә-күҙ әңгәмәгә барҙым. Һөҙөмтәлә – эшкә алдылар.

– Йәғни һин мәктәптә эшләп йөрөйһөң. Һөнәрең оҡшай. Әммә яратҡан эшеңде ташлап сығып китәһең. Сәбәбе?

– Сәбәбе – әлеге лә баяғы шул эш хаҡы... Йәш белгес булараҡ өҫтәлмә түләүҙәр менән ни бары туғыҙ мең һум аҡса ала инем. Был 2009–2010 йылдарҙа. Ә 2010 йылдың йәйендә мин, Аллаға шөкөр, кәләш алдым һәм шул ваҡытта уйлана башланым: был туғыҙ меңгә генә мин нисек ғаиләне аҫрарға тейешмен? Аңлай инем, былай барһа, кәләшем дә педагог бит инде, беҙҙең тормош юҡлыҡта ғына үтәсәк. Ә мәктәптәге эш миңә, ысынлап та, оҡшай ине. Балалар менән тәүге көндәрҙән үк уртаҡ тел таба алдым. Уларҙың уңыштарын күреү йән рәхәте була торғайны.

– Ә яңы урында һиңә эш хаҡын күпме вәғәҙә иттеләр?

– Эшкә барғандағы анкетала “теләгән эш хаҡығыҙ” тигән графаға 15-17 мең һум тип яҙҙым. Шундай эш хаҡы, минеңсә, яҡшы булып тойолғандыр, күрәһең. Шунан мине эшкә алдылар, ә һөнәрем буйынса мин “торгаш” түгел... Уҡытыусы. Шуға ҡарамаҫтан, нимәгәлер өлгәшергә, өйрәнергә ҙур теләгем бар ине. Шулай итеп, тормошомда “сауҙа вәкиле” этабы башланып китте.

Был этаптың һәр көнө иҫ китмәле ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа була торғайны. Сауҙа өлкәһендә бер ниндәй ҙә тәжрибәһе булмаған уҡытыусыны эшкә алғаны өсөн тәм-том һатыусы компанияға ла рәхмәтлемен. Ундағы төрлө кимәл етәкселәре ярҙамы менән яңынан-яңы тәжрибәләр тупланым. Бигерәк тә Магнитогорск ҡалаһынан Евгений Севрюковҡа рәхмәтем ҙур, сөнки ул миңә тәү башлап ышанды һәм тормошомдо туҡһан градусҡа бороп ебәрҙе. Ғөмүмән, һәр кешенең яҙмышында китеп барған йүнәлешенә ныҡ йоғонто яһаған шундай шәхестәр була. Мәҫәлән, ун беренсе синыфтағы уҡытыусым Земфира Имам ҡыҙы, сауҙа өлкәһенә алып килгән дуҫым Тигранды алып ҡарайыҡ... Евгений әңгәмә ваҡытында төрлө һорауҙар бирҙе, башлаған эште ташламаһын тигән һынаулы ҡарашы хәҙер ҙә иҫемдә.

– Әлеге лә баяғы эш хаҡы буйынса: һин “теләгән эш хаҡы”ңды алдыңмы? Һәм бөгөнгө көн күҙлегенән баһалап: әҙ һорағанһыңмы, әллә күпме?

– Минең тәүге эш хаҡым да теләгәнемдән байтаҡҡа күберәк ине, яңылышмаһам, егерме дүрт мең һум тирәһе сыҡты. Киттем ҡыуанып. Ул аҡсаларға куртка, салбар алдым һәм байтаҡ ваҡыт туҙҙырғансы кейҙем.

Ә 15–17 мең һум эш хаҡы әҙме йәки күпме тигән һорауға килгәндә... Ул заман өсөн шул һандар тейешлесә ине. Сөнки күп кенә агенттар тап шундай кимәлдәге эш хаҡы алалар ине. Мин ҙур компанияға тура эшкә төшөү уңышы йылмайғанға һәм хәтәр һөҙөмтәле эшләгәнгә күрә генә башҡаларға ҡарағанда күберәк аҡса ала торғайным. Бөгөнгө тәжрибәмдән сығып ҡарайым да, үҙем аптырап ҡуям: 2010 йылдың ноябрь айында ғына был тәм-том һатыусы компанияға 400 000 һум килем килтергәнмен! Ундай кимәлгә сығыр өсөн хәтәр ҙур клиент базаһы кәрәк! Аҙнаһына йөҙҙән артыҡ сауҙа нөктәләрен урап сыға торғайным. Иртәнсәк уянып, йыуынып, сәй эсеп алам да сығып китәм магазиндар буйлап. Яҡшы эшләгәс, компания ла иғтибарҙан яҙҙырмай торғайны: башҡа агенттар бәләкәс кенә кеҫә компьютерҙарына махсус программалар ҡуйып эшләп йөрөһә, минеке IPad планшеты булды.

– Ә сауҙа вәкиле булып йөрөүҙән баш тартып, ни өсөн шәхси эшҡыуарлыҡҡа киттең?

– Холҡомдоң бер һыҙаты бар: берәй етешһеҙлек күрһәм, шуны төҙәтергә тырышам, төҙәтә алмаһам – уға бөтөн күңелем менән ҡаршы булам. Сауҙа вәкиле булып эшләгәндә лә тотош системаның ҡайһы бер етешһеҙлектәрен күреп йәнем әсене. Ҡайһы бер осраҡтарҙа төрлө кимәл етәкселәре үҙҙәренә етмәгән аҡылды беҙгә өйрәтеп маташты... Ә мин бер ҡасан да аҡсаһыҙ, шөғөлһөҙ йөрөгәнем булманы. Әле студент йылдарында уҡ ҡустым менән ниндәйҙер кәсептәр ойоштороп аҡса эшләнек: көҙөн – бесән-һалам һаттыҡ, яҙғыһын – тиҙәк, ат менән кешеләрҙең ырҙындарын тырматтыҡ, йәй – утын бысып-ярҙыҡ. 2005–2007 йылдарҙа уҡ көнөнә икешәр мең һум таҙа килем сығара торғайныҡ. Студент йылдарында ла үҙ йүнемде үҙем күрҙем... Беҙ ҡустым менән 2014 йылдың яҙында дачалар өсөн бәҙрәфтәр яһау менән булыша башлағайныҡ. Тәүге бәҙрәфте брус, таҡта, евровагонканан үҙем өсөн эшләгәйнем (көлә). Эшләп бөткәс ҡустыма әйтәм: әйҙә һатып ҡарайыҡ.

– Үҙеңә эшләгән нәмәне һатырға булдың?!

– Эйе, үҙебеҙгә ултыртырға теләгән нәмәне һатам тип гәзиткә иғлан бирҙек. Күп тә үтмәй килеп алып киттеләр, тағы шылтыратыуҙар башланды. Беҙ эшебеҙҙең уңышлы сығыуына ҡыуанып киттек. Йәнә инструменттарға тотондоҡ. Эшләйбеҙ ҙә һатабыҙ, эшләйбеҙ ҙә һатабыҙ... Уның араһында эт оялары яһай башланыҡ: төрлө вариантта, төрлө ҙурлыҡта. Кемгәлер йылытылған, кемгәлер башҡа төрлө. Уны беҙ тәүге йылда әсәйҙең ихатаһы эсендә эшләнек. Мин уҡыуҙы тамамлап эшкә төшкәндән бирле ҡорамалдар йыя инем. Һәр бер эш хаҡымдан дрель, шөрөп борғос, болгарка кеүек нәмәләр ала торғайным. Сауҙа вәкиле булып эшләй башлағас та егерме өс меңлек күп функциялы циркуляр бысҡы һатып алдым. Шуның менән таҡталарҙан штакетниктар яһап һаттыҡ. Шул йәйҙә йыйған инструменттарымдың кәрәге ныҡ тейҙе. Сөнки бер бәҙрәф эшләр өсөн кәмендә биш инструмент кәрәк: циркуляр бысҡы, болгарка, шөрөп борғос, лобзик һәм дрель. Ошо инструменттар булһа, эш күпкә еңеләйә һәм сифатлыраҡ килеп сыға. Эксперименттар юлы менән оптималь ҙурлыҡтарҙы ла иҫәпләп сығарҙыҡ: үтә ҙур ҙа, бәләкәс тә булмаһын. Әлбиттә, хаталар ҙа булды. Әммә яңы башланған эш өсөн был ғәҙәти күренеш ине. Шулай итеп, беҙ тәүге йылдың йәйендә утыҙҙан ашыу бәҙрәф һаттыҡ. Һатып алыусының өйөнә тиклем үҙебеҙ алып барып ҡуя торғайныҡ. Уның араһында тиҫтәләгән эт оялары ла һатылды. Киләһе йылда ошо эште үҫтерергә тигән ҡарар ҡабул иттем. 2015 йылдың яҙында кредит алып Өфөнән торба бөгөү станогын алып ҡайттым. Шунан, Сибайҙа ҡуртымға майҙан алып, поликарбонаттан теплица-парниктар, беседка, бәҙрәф һәм эт оялары эшләй башланыҡ. Үҙебеҙгә ярҙамсылар ҙа ялланыҡ, сөнки теплица-парниктар яһар өсөн торбаларҙы иретеп-йәбештереүсе кәрәк ине, ғөмүмән, заказдар артҡас, эшсе ҡулдар ҙа етмәй башланы. Кешеләр ҙә, эштәр ҙә ҡайнап торҙо инде.

Ә мин ул ваҡытта әле һаман сауҙа вәкиле булыуымды ташламаған инем. Эш араһында ғына килеп ҡарап, материалдар етмәһә өҫтәп китә торғайным. 2015 йылдың йәйендә бер магазинды ҡуртымға биргәндәрен белеп ҡалдым да хужаһы менән барып һөйләштем: ҡана, миңә бирегеҙ. Был магазин Сибайҙың ҡап уртаһында тора ине.

Өйгә ҡайттым да кәләшкә әйтәм: бына магазин бар, әйҙә, теләгең булһа, эшләйек. Булмаһа, берәй балалар баҡсаһынамы, мәктәпкәме эшкә сығаһың инде. Сөнки уның декрет ялы тамамланып килә ине. Кәләшем, Аллаға шөкөр, риза булды. Хәҙер аңлайым: бер үҙем генә бындай эште алып китә алмаҫ инем. Кәләшем – Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан Зифа исемле һылыу. Ул Әбйәлилдәргә хас дәрт менән магазиндарыбыҙҙың иҫәп-хисап, һатыу, һатыусыларҙың эшмәкәрлеген көйләү эштәрен алып бара. Ҡыҫҡаһы, уң ҡулым. Уңыштарымдың яртыһы – уныҡы.

Сауҙа өлкәһендә эшләһәм дә, үҙем магазин тотҡаным булманы бит. Күберәк кеше магазиндары буйлап йөрөнөм. Магазинды алыуын алдыҡ та, үҙебеҙҙең бер тәжрибә юҡ. Кәләшем дә һатыусы түгел, мин дә – элекке уҡытыусы. Нимә эшләргә кәрәклеген үҙебеҙ ҙә аңламайбыҙ. Унан-бынан тауар йыйып алдым. Сауҙа вәкиле эшенән килгән аҡсаға тулыһынса тауар алам да, магазинға тығам. Йәй айҙарында эшләүе еңелерәк булды: туңдырма, һыу һатып булһа ла килемгә сыға инек, ә көҙ еткәйне кәмәнең төбө ҡомға тейә башланы. Магазинда нимә һатырға тип аптырашабыҙ. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде... Кешеләр килә, ҡарай, ә ассортимент күршеләрҙеке кеүек. Беҙгә йөрөүҙең мәғәнәһе лә юҡ кеүек. Шунан мин 2015 йылдың ноябрь айында Өфөгә күркә ите алырға сығып киттем. Унан тәүге партияны машинамдың багажнигына ғына тейәп ҡайттым, күп булһа ете ҡумта булғандыр. Күркә ите тигәс тә, түшкәләре түгел, ә боттары, түштәре, ҡанаттары айырым. Шулай итеп, бер аҙна эсендә уны һатып бөттөк. Күркә итен Мәләүез ҡалаһындағы бер компания етештерә ине. Киләһе аҙнала ике йөҙ килолай күркә ите алып ҡайттым, уныһын багажникка һәм салонға тултырырға тура килде. Был партияны ла бер аҙна эсендә һатып бөтөрҙөк. Сауҙа ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Аҙаҡ хатта тегеләр үҙҙәре беҙгә «Газель» микроавтобусы менән ит ташый башланы. Күҙ алдына ғына килтер: тонна ярым итте яҡынса бер аҙна эсендә һата торғайныҡ! Шулай итеп, 2015 йылдың аҙағында – 2016 йыл башында күркә ите һатыусылар менән ныҡлап хеҙмәттәшлек иттек. Сибайҙа яңы һатыу нөктәләре астыҡ. Тағы бер магазинды ҡуртымға алдыҡ. Яңы тауарҙар өҫтәнек, ассортиментты ҙурайттыҡ.

Шул 2015 йылдың ноябрь айында Интернетта Белорустарҙың бер магазиндар селтәре барлығы хаҡында мәҡәлә табып уҡыным. Ул магазинда тик Беларусь республикаһында ғына етештерелгән тауарҙар һатыла икән. Шунда уҡ минең башҡа уй килде: ә ниңә Башҡортостанда “Башмаркет” тигән магазиндар селтәре юҡ? Был магазинда мин нимә һата алыр инем, тип уйлай башланым. Ниндәй тауарҙар менән тултырырға? Нимәләр Башҡортостанда бар һәм уларҙы нисек бер урынға алып килеп тултырырға тигән идея менән йәшәй башланым. Күҙ алдыма “Башмаркет”тигән логотип килеп баҫты. Дуҫтарым менән шул идея хаҡында кәңәшләштем. Әммә ул тотоп ҡына бер көндә эшләй торған эш түгел бит инде. Финанс яҡтан да, логистиканан да сығымдар талап итә. Әлеге ваҡытта буласаҡ селтәрҙең беренсе магазины Сибайҙа эшләп тора.

Яйлап, күркә ите менән генә сикләнмәй, Башҡортостандың башҡа етештереүселәренә лә сыға башланым. Мәҫәлән, Благоварҙан – өйрәк ите килә, Күгәрсен районы Тәүәкәндән – көнбағыш майы, картуф, Мәләүездән – һөт һәм бик сифатлы ҡорот, Асҡын районының “Танып” шифаханаһында етештерелгән минераль һыуҙар, Стәрлетамаҡтан – хәләл билмән, манты ярымфабрикаттары, Сибайҙан – колбасалар, он, бишбармаҡ, һалма.

“Башмаркет”тың концепцияһы – башҡорт халҡының милли кухняһын, аҙыҡ-түлектәрен бөтөн донъяға танытырҙай кимәлгә күтәреү. Башҡалар күрергә тейеш: башҡорттарҙың бал, ҡымыҙ, ҡорот, буҙа, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡаҙы кеүек уникаль ашамлыҡтары бар. Улар башҡа һатыу селтәрҙәрендә күренә һалып бармай һәм юҡ кимәлендә, ә “Башмаркет” тап шулар буйынса эшләйәсәк. Икенсе яҡтан “Башмаркет” Башҡортостандағы тауар етештереүселәргә ярҙам булырға тейеш, сөнки беләм: беҙҙең ыуаҡ-һыуаҡ етештереүселәргә ҙур селтәрҙәргә инеп китеү мөмкин түгел тигәндәй, ә тауарҙы ҡайҙалыр һатырға кәрәк.

– Тимәк, шундай милли аҙыҡ-түлек етештереүселәр һиңә килеп, әйҙә миңә тауарымды һатырға ярҙам ит, тиһә, һин ярҙам итәсәкһең?

– Һис шикһеҙ! Был турала мәғлүмәтте барлыҡ ерҙәрҙә лә таратып йөрөйөм, буласаҡ эшкә нигеҙ әҙерләйем. “Башмаркет” үҙебеҙҙең халыҡҡа яҡын булырға тейеш һәм буласаҡ та. Бер нисә шарт та бар инде – мөмкинлек буйынса хәләл стандарттарына ярашлы, сифатлы һәм адекват хаҡлы тауар булһын. Сөнки баҙар, нимә тиһәң дә, ул – баҙар. Тауарыңдың сифаты менән хаҡы тап килмәһә, уны һатып булмай, ә етештереүсенең дә, һатыусының да килеме тауар үтәме-юҡмы икәнлегенә бәйле.

Аңлаған кеше күрә, белә: ябай халыҡ башҡа магазиндарҙан арыған. Уларҙа бит бер үк тауарҙар. Кемгәлер күстәнәскә тотоп барырлыҡ, ҡыуандырырлыҡ, аптыратырлыҡ уникаль нәмәләр ҙә ҡалманы тигәндәй. Шулай уҡ “Башмаркет”тың тағы бер принцибын әйтеп үтергә кәрәктер: беҙҙә спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке һатылмай. Был – минең тормошҡа ҡарашымдың сағылышы. Аллаға шөкөр, бөгөн ул тауарҙарһыҙ ҙа эшләп була.


Диңгеҙебеҙ булмаһа ла…


– Һин эш буйынса бик күп ерҙәргә йөрөйһөң. Башҡа яҡтарҙа тормош нисек?

– Быйыл йәй көнө Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә тура килде, дуҫ егет менән Белгород ҡалаһына барҙыҡ. Юлдағы күргәндәремде Башҡортостан менән сағыштырҙым. Юлдар, юл буйындағы баҫыуҙар, ауылдар... Айырмалыҡтар күп. Яҡшы яҡҡа ла, насарға ла. Шулай уҡ Ҡара диңгеҙ ярына ялға барып ҡайттым. Унда беҙҙе бер көн таң менән экскурсияға алып киттеләр. Бер ауылға барып еттек. Адыг-шапсуг халҡы йәшәй икән. Беҙгә адыг халҡының милли аҙығы булған сырҙы нисек эшләгәндәрен күрһәттеләр, шунда уҡ дегустация уҙҙы, аҙаҡ теләүселәр өсөн махсус һауыттарға һалынған сырҙарҙы һатыу ҙа ойошторолдо. Был сырҙың төрҙәре бик күп, һатып алыусылар ҙа байтаҡ булды. Аҙаҡ беҙҙең туристар төркөмөн бер подвалға төшөрөп адыгтар етештергән шарапты ауыҙ итергә, ул шарапты нисек эшләүҙәрен ҡарарға саҡырҙылар. Унан һуң беҙҙе сәй плантацияһына алып киттеләр. Мин Кавказда сәй плантациялары барлығы хаҡында ғүмерҙә лә ишеткәнем юҡ ине, ныҡ аптыраным. Пластик һауыттарға һалынған сәйҙәрҙе һаттылар. Мине уларҙың һатыу итеү алымдары хайран ҡалдырҙы: кеше ашап ҡараны, эсеп ҡараны, ә улар барыһы ла ялға бөтөн Рәсәйҙән йыйылып аҡса алып килгәндәр ҙәһә, әлбиттә, нимә лә булһа аласаҡтар, һәм бик яҡшы хаҡҡа! “Ә ниңә беҙ Башҡортостанда шулай итеп эшләй алмайбыҙ?!” – тигән һорауым тыуҙы. Киләһе һорау – шуның кеүек туристарҙы ҡайҙан алырға? Беҙҙең диңгеҙ юҡ... Яҡын киләсәктә булмаҫ та инде... (көлә) Әммә беҙҙә йөҙәрләгән күл, һыуһаҡлағыстар, шифаханалар бар! Ял итергә килеүселәр күп. Күрше өлкәләрҙән дә киләләр. Силәбе, Ырымбур... Төмән, Себер яҡтарынан эшләп ҡайтыусыларҙың аҡсаһы күп. Уларға башҡорт халҡының милли тормошон күрһәткән, мәҫәлән, нисек бейә һауып, бейә һөтөн ҡымыҙға әйләндереп, эсереп күрһәтеп һатҡанда халыҡҡа аҡса булыр ине. Хаҡтарҙы ла яҡшы итеп ҡуйырға мөмкинлектәр асыласаҡ. Мәскәүҙән килгән кешегә литр ярым ҡымыҙҙы ике йөҙ һумға һатып алыу бер ни ҙә тормай. Ҡорот, киптерелгән ҡорот, ыҫланған ҡорот, шул уҡ ҡымыҙҙы ыҫлап һатырға... Төрлө варианттар эшләп шул продукцияны ҡырҙан килгән халыҡҡа һатып аҡса эшләргә мөмкин тип әйтергә теләйем. Халыҡты күлдәр буйынан да йыйырға була, уларҙың ҡайһы берҙәре аҙналар буйына шунан ҡайтмай ята бит! Палаткалар ҡороп йәшәйҙәр. Шуларҙы аттарға һыбай ултыртып, берәй бәләкәй генә арбаға ултыртып йөрөтөп аҡса эшләргә була. Быларҙың барыһы ла атҡарып сығарырлыҡ нәмә, бары тотонорға ғына кәрәк. Башҡортостанда тағы ла бөтөн донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе бар, унда күптән түгел яңы һүрәттәр таптылар. Шул уҡ Бөрйәндә генә һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ кәсебе, ул бит донъяла башҡа бер ҡайҙа ла юҡ! Силәбе өлкәһендә ятҡан Арҡайымыбыҙға ла кемдәр генә килмәй – индустар ҙа, фарсылар ҙа... Бары шундай урындарҙы тоташтырыусы тигеҙ һәм тура юлдар ғына етешмәй. Ғөмүмән, беҙҙә туризм инфраструктураһы ныҡ аҡһай. Алыҫ юлдарға йөрөгәндә кешеләргә туҡтап ял итергә, йыуынырға, ашарға урындар кәрәк. Шул уҡ бәҙрәфтәр ҙә таҙа һәм йылы булырға тейеш. Юғиһә ултыраһың ҡышҡыһын бер ереңде туңдырып. Был – ни бары цивилизация талаптары. Беҙҙең илдән башҡа ерҙә быларҙың барыһы ла әллә ҡасан эшләнгән!

– Халҡыбыҙға күберәк эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә кәңәш итәһең, тимәк?

– Эштең насары юҡ. Башҡорттар өсөн эш – ул көрәк, салғы, лом тотоп эшләһә генә эш булып күренә. Шуға ла күптәр Себергә вахтаға сығып китә. Һатыуҙы улар эшкә һанамай. Ә һатыу ҙа шундай уҡ көс талап итеүсе шөғөл дәһә! Ул башҡаларға ҡарағанда килемлерәк тә! Бөтөн кешеләр ҙә Себергә йөрөй алмай, күптәренең барғыһы ла килмәй. Шуға боронғо Римдә әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк – аҡсаның еҫе юҡ. Башыбыҙҙа булған кәртәләрҙе алып ташларға һәм тыуған ерҙәребеҙҙе ташлап китмәҫкә кәрәк. Беҙ бында ла яҡшы йәшәй алабыҙ. Шул уҡ ауылдарҙа ла үҙ эшеңде башларға мөмкин. Әлбиттә, ҡайһы берҙәрҙең “ҡалай был егет рәхәт кенә әйтә лә ҡуя” тигән һүҙҙәрен дә иҫәпкә алырға кәрәктер. Эйе, бер эште лә буш урындан башлап ебәреп булмай, һәр нәмәгә иң тәүҙә аҡсамы, көсмө, тырышлыҡмы һалыу фарыз. Шул уҡ трактор алыуғамы, йә булмаһа, инструментҡамы... Ә эште башлап уны яйға һалыу алымдарын һәр береһе Интернет селтәре аша ла ҡарай ала. Мәҫәлән, Башҡортостан өсөн бик килемле йүнәлеш – ул ағастан йорт йыһаздары яһау. ДСП, фанера кеүек шаҡы-шоҡонан түгел, ә ағас массивынан. Ундай мебелдең хаҡы баҙарҙа юғары. Ни бары ағасты һатып алырға һәм унан мебель эшләргә өйрәнергә кәрәк. Һатыу баҙары буйынса һеҙ Башҡортостан менән генә сикләнмәгеҙ. Сөнки донъя ҙур. Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ кеүек ҡалаларҙа һата алмаһағыҙ ҙа, Төмән, Сорғот кеүектәре лә бар бит әле! Унда халыҡтың аҡсаһы күберәк. Сиктәрҙе генә емереп сығығыҙ! “Башмаркет” кеүек үҙебеҙҙең магазин селтәрҙәре Башҡортостандан “Магнит”, “Пятерочка” кеүектәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарһын ине, тигән теләктә ҡалам.

– Рәхмәт, Рөстәм, эшеңдә уңыштар теләйем, хыялдарың тормошҡа ашһын!



Читайте нас: