Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кәсеп
23 Июль 2018, 13:37

Декрет отпускыһы ялмы? Йәки эшлекле әсәйҙәр тураһында... (№4, 2018)

Нәҫел дауам итергә һәләтле һәр ҡатын-ҡыҙ, иртәме-һуңмы, йѳмлә донъя хәстәрен икенсе планға күсереп, хеҙмәт урынын ваҡытлыса ҡалдырып, декрет ялына китә...


Нәҫел дауам итергә һәләтле һәр ҡатын-ҡыҙ, иртәме-һуңмы, йѳмлә донъя хәстәрен икенсе планға күсереп, хеҙмәт урынын ваҡытлыса ҡалдырып, декрет ялына китә. Ә унда... кемеһелер баҙап ҡала, кемеһелер үҙен таба, бәғзеләре иһә, бала ҡараусы яллап, кире эшенә сыға. Һис шикһеҙ, бәпес бағып ѳйҙә ултырыу, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, еңелдән түгел. Яңы халәт ҡатын-ҡыҙҙы ян-яҡтан һынай тѳҫлѳ. Шулай булмай ни, декрет ялына тиклем улар тирәләй ѳйѳрѳлгән ҡыҙыҡлы донъя, бер кѳн килеп ѳй һәм бәпәй менән саф һауала йѳрѳүгә генә ҡайтып ҡала. Йорт хужаһы ҡара таңдан тѳнгә ҡәҙәр эштә, дуҫ-иш, әхирәттәр менән аралашыу кәмей, атай-әсәйҙең, туғандарҙың иһә үҙ хәстәре. Бына шул мәлдә күп кенә йәш әсәләр, яңғыҙлыҡтан интегеп, үҙҙәрен диуарҙар араһына бикләнгән әсир кеүек хис итә, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелә. Хатта оло түҙемһеҙлек менән кѳтѳп алған сабый ғынаһы ла маҙаһына тейгәндәй бәғзе ваҡыт. Әммә тап декрет отпускыһында бала тәрбиәләү, ѳлгѳр хужабикә булыу менән бер рәттән, ниндәйҙер яңы, ҡыҙыҡлы шѳғѳлдәр үҙләштергән, һѳнәр арттырған, шул арҡылы ғаилә бюджетына әҙме-күпме килем килтергән, ниһайәт, үҙ асылын, тәғәйенләнешен тапҡан эшлекле әсәйҙәр ҙә бихисап. Уларҙың бер нисәүһе менән аралашыу форсаты тейҙе. Кемгәлер, бәлки, ѳлгѳ, фәһем булыр, дәрте етмәй торған эшкә тәүәккәллек уятыр тигән изге ниәт менән, был һылыуҙар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Йәғни үрҙә телгә алған “үҙен тапҡан”дар хаҡында һүҙебеҙ.


Ѳфѳ дәүләт авиация техник университетында уҡып, иҡтисадтағы ғәмәли информатика тигән һѳнәр үҙләштергән Инера хәҙер инде икенсе сабыйы менән ѳйҙә ултыра. Ултыра, тип әйтеү дѳрѳҫ тә булмаҫ, ахырыһы. Сѳнки береһенән-береһе бәләкәс улдары менән мәж килеүҙән тыш, был йәш әсәй күңеленә ятышлы шѳғѳлдәр ҙә тапҡан. “Ислам ҡанундарына таянып йәшәүемде белепме икән, тәүге улым менән декрет ялында ултырған саҡта, бер ҡыҙ шылтыратып, никахҡа яулыҡ бәйләүемде һораны. Шунан икенсеһе, ѳсѳнсѳһѳ... Шулай итеп, үҙем дә һиҙмәҫтән, үҙенә күрә бер кәсепкә ылыҡтым. Был һѳнәрҙе нығытыу, камиллаштырыу йәһәтенән, күптән түгел Ѳфѳгә барып уҡып, сертификатлы ла булдым. Йәнә бер шѳғѳлѳм – никах ѳсѳн тѳрлѳ биҙәүес әйберҙәр эшләйем. Мәҫәлән, тѳрлѳ таштар менән биҙәлгән таж, маңлайға беркетеү ѳсѳн ҡулланылған биҙәүестәр ҡатын-ҡыҙ ғүмерендәге иң тулҡынландырғыс байрамда уны тағы ла күркәмерәк итер”, – тип йылмая ѳлгѳрбикә. Бынан тыш, Инераның Интернет селтәрендә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ѳсѳн тәғәйенләнгән шәхси тѳркѳмѳ лә бар. Ѳфѳләге мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ѳсѳн кейем теккән ойошма менән килешеү тѳҙѳп, уларҙан күмәртәләп күлдәктәр һатып алып, ошо тѳркѳмдә тәҡдим итә икән. “Бындай уй юҡтан ғына барлыҡҡа килмәне. Был, тәү сиратта, үҙ ихтыяжым менән бәйле. Тәндең яланғас ѳлѳштәрен мѳмкин тиклем күберәк ҡаплап торған оҙон итәкле, еңле, шул уҡ ваҡытта зауыҡ менән тегелгән матур күлдәктәрҙе, үкенескә ҡаршы, беҙҙең магазиндарҙа табыуы еңел түгел. Шәхсән үҙем күлдәк алыр ѳсѳн Ѳфѳ ҡалаһына йѳрѳй торғайным. Ислам ҡанундарын теүәл үтәп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, никахҡа инергә торған һылыуҙар ҙа йыш ҡына теге йәки был кейемде ҡайҙан алыуымды һорап мѳрәжәғәт итә торғайны. Бына шул саҡ башҡа килде лә инде күлдәктәр менән бәйле кәсеп. Аллаһҡа шѳкѳр, эштәребеҙ ыңғай бара, күлдәктәргә, яулыҡтарға, биҙәүестәргә ихтыяж бар. Был йәһәттән үҙем дә мѳмкин тиклем күберәк мәғлүмәт таратырға, тѳркѳмдѳң эшен йәйелдерергә тырышам”. Әлбиттә, яҡындарының ярҙамынан тыш, бер үҙе генә был ҡәҙәр эште атҡарып сыға алмаҫ ине Инера. Йыш ҡына юлға сығырға ла тура килә. Ике яҡтан да атай-әсәйҙәре, бикәстәре, тормош иптәше һәм бүтән туғандары һәр саҡ хуплап, ҡеүәтләп кенә тора йәш ҡатынды. “Тәү сиратта, күңел йыуанысы алам был шөғөлдәрҙән. Кеше менән аралашыу, матурлыҡ тыуҙырыу, ғөмүмән, нимә менәндер мәшғүллек бойоғоп ултырырға ирек бирмәй. Киреһенсә, үҙемде һәр саҡ тонуста тоторға ярҙам итә”, – тип йылмая ул.




Дыуан районының Мәсәғүт бала табыу йортонда неонатолог булып эшләгән Белорет ҡыҙы ЭЛЬЗА ҒӘНИЕВА ла декрет ялынан сикһеҙ ҡәнәғәт. Һуңғы йылдарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында популярлыҡ яулаған милли биҙәүестәр – традицион һәм стилләштерелгән һаҡал-селтәрҙәр, күҙ яуын алырлыҡ үҙенсәлекле алҡалар эшләй ул. “Ҡул эштәренә маһирлығым әсәйемдән килә, әсәһенән күргән – тун бескән, тигән ҡарһүҙҙең ни ҡәҙәр дѳрѳҫ булыуына инандым бына. Янымда ѳйѳрѳлѳп-сѳйѳрѳлгән кескәй ҡыҙым да, ана, миңә ярҙам итергә маташа”, – ти Эльза күҙҙәрендә нур уйнатып. XXI быуат гүзәл заттарының зауығына яраҡлаштырып, замансалатып эшләнгән селтәр-һаҡалдар һорап мѳрәжәғәт итеүселәр бихисап икән. Бындай селтәр эшләр ѳсѳн Эльзаға ике кѳн етә. Ә инде традицион һаҡалға күберәк ваҡыт талап ителә. Декрет ялы булыуға ҡарамаҫтан, был әсәй ҙә иртәсел, юғиһә милли биҙәүестәр менән бер рәттән, заказ буйынса сувенир һабындар ҙа эшләй бит. “Төрлө сығанаҡтарҙан ѳйрәнеп, ғаиләм ѳсѳн тәбиғи компоненттарҙан торған һабындар эшләнем башта. Һуңғараҡ иһә һәр байрамға тәғәйенләп, һатыу, бүләк итеүҙе күҙ уңында тотоп, һабындың сувенир тѳрѳнә күстем”, – ти уңған хужабикә.


Белорет ҡалаһында йәшәүсе ЮЛИӘ ХӘЛИЛОВАНЫҢ да кѳйһѳҙләнеп ултырырға шыпа ваҡыты юҡ. Декрет отпускыһына тиклем Гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу бүлегендә эшләгән был һылыу, сабыйы бер аҙ ҙурайғас, матурлыҡ индустрияһына ҡараған шѳғѳлдәргә ѳҫтѳнлѳк бирә. Тәүҙә туғандары, әхирәттәре керпектәрен ҡуйыртып, тырнаҡтарын ипкә килтерһә, хәҙер инде оҫта әсәйҙең бихисап даими клиенттары бар. Әйткәндәй, декрет ялына сыҡҡас, Юлиә эштә ҡыҫҡартыуға эләгә. Һәм бындай хәлдең килеп сығыуына хатта ҡыуанып та ҡуя. Сѳнки тәүәккәл йәш ҡатын яҡын киләсәктә әлеге кәсебе буйынса шәхси салонын асырға уйлай. Ҡатын-ҡыҙҙы күркәмләндереүҙән тыш, һорау буйынса сағыу вә килешле кәпәс-шарфтар, бейәләй-ойоҡтар, кофта-кардигандар бәйләй, матур итеп йомшаҡ уйынсыҡтар, балалар бәүелсәгенә мендәрҙәрҙән торған йомшаҡ ҡырҙар тегә, ѳй түрҙәрен йәмләр күҙ яуын алырлыҡ топиарий ҙа эшләй. “Ваҡыт тигән нәмә бѳтѳнләй етмәй, клиенттарым иртәнге һигеҙҙән киске алтығаса килә. Тормош иптәшемдең сабырлығы, мине аңлап, дәртләндереп тороуы, хәленән килгәнсә ярҙам итеүе, әлбиттә, алтынға бәрәбәр”, – ти бәхетле әсәй.



Үҙ күҙлегенән сығып ҡына тар фекер йөрөткән ҡайһы берәүҙәрҙең, хәҙер ҡыҙҙар донъя көтөргә һәләтһеҙ, үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтен ҡайғыртыуҙан, кәйеф-сафа ҡороуҙан башҡаны белмәй, тигән мыҫҡыллы ауыҙ ҡыйшайтыуҙарына яуап итеп, шуны әйтке килә: бар, һис шикһеҙ, бар ул донъя тотҡаһы булырҙай, ҡулдарынан гөл тамыҙған, булмышынан нур ағылған тәүәккәл вә тырыш, илһамлы вә ныҡыш, сабыр вә бай рухлы гүзәл заттар! Улар дауам ҡылған нәҫел ебе лә, тимәк, емешле, сәләмәт булыр. Хәйер, шундайҙарҙың бер нисәүһе менән әле генә таныштығыҙ ҙа инде...
Читайте нас: