Хәтерегеҙҙәлер, элек хат алышыу, байрам көндәрендә бер-береңә открыткалар бирешеү модаһы көслө ине. Бәләкәй саҡта яңы килгән хуш еҫле гәзит биттәре араһынан конверт килеп сыҡһа, ҡыуанысымдың сиге булмай торғайны. Башта йәбештерелгән маркаларын, унан эсендәге открыткаһын ләззәтләнеп ҡарайһың. Байрам һайын күпләп килгән ҡотлауҙарҙы йәдкәр кеүек ҡәҙерләп йыяһың, һаҡлайһың, йылдар үткәс йәнә шул хәтирәләргә бирелеп алаһың.
Бала саҡтағы әлеге ише танһыҡ тойғоно күптән түгел тағы бер тапҡыр татыу бәхете тейҙе. Ғәҙәттә, түләү ҡағыҙҙары, төрлө реклама гәзиттәренән артығын күрмәгән почта йәшниге төбөнән хат табыуым көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Эсендә “С праздником!” тигән яҙыулы шау сәскәгә күмелгән ғәҙәти гөлләмә һүрәте түгел, ә милли орнаменттар менән зауыҡлы итеп биҙәлгән башҡорт телендәге шиғырлы открытка ята ине. Үҙ телемдә теҙелгән ҡотлау һүҙҙәрен дә уҡығас, күңелем күтәрелде, йәнемә йылылыҡ йүгерҙе.
Эйе, бөгөн йәнһеҙ заман технологиялары тормошобоҙға нығыраҡ тамыр йәйергә маташыуына ҡарамаҫтан, заман сиренә ҡаршы тороусы милләтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы егет һәм ҡыҙҙары бар. Улар киләсәк быуынға таяныс булырҙай туғанлыҡ, дуҫлыҡ, халыҡ, милләт тойғоһо ҡалдырыу, рухи аҙыҡ алыр өсөн телде өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Әлеге открытканың хужаһы – башҡорт телендә открытка-значоктар, сувенирҙар ижад итеүсе тыумышы менән Ейәнсура районы Сирғол ауылы егете Арыҫлан Бикбай тап шундайҙарҙан.
– Арыҫлан, бөгөнгө көндә һин “Бикбайман” тигән исем аҫтында билдәлеһең. Кем ул “Бикбайман”?
– Иң беренсе сиратта мин – рәссам. Атайым, рәссам булараҡ, мине лә был өлкәгә ылыҡтырырға тырышты. Әммә Сибай ҡалаһында яңы асылған башҡорт мәктәбенә VIII синыфҡа килгәс кенә үҙ теләгем менән художество мәктәбенә яҙылдым. Бер заман брошюрала рәссам Фәрит Ерғәлиевтың милли орнамент, тамғалар менән байытылған абстракт картиналарын күреп, хайран ҡалдым. Атайымды өгөтләп тигәндәй, уның менән танышырға Өфөгә алып киттем. Бер нисә тапҡыр күҙгә-күҙ осрашып аралашҡандан һуң был донъяның минең күңелемә шул тиклем яҡын икәнен тойҙом. Әммә эргә-тирәмдә өлгө алырҙай кеше табылмағас, үҙ аллы эҙләнә, орнаменттарҙың асылына төшөнә башланым.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында уҡығанда әлеге мауығыуым икенсе планға күсте, атайым менән ағас һындар эшләүгә тотондоҡ. Ирәмәл паркында “Урал батыр” темаһына ағастан художестволы образдар юнып йөрөгәндә, башыма “Ә ниңә үҙебеҙҙең шәхси оҫтахананы асмаҫҡа? Атайым ағастан һын эшләр, ә ҡатыным менән мин рәсем төшөрөр инек” тигән уй килде. Әллә мөмкинлек, әллә тәүәккәллек самалы булды ул ваҡытта, шәхси эш асыу теләк рәүешенән уҙманы.
Уҡыуҙы тамамлап, Республика Халыҡ ижады үҙәгенә эшкә урынлашҡас, этнодизайн менән мауығып киттем, биҙәлеш буйынса ҙур мәктәп үттем. Төрлө сараларға афиша, логотиптар әҙерләнем, башҡорт телендә открыткалар сығарыу идеяһы ла шул ваҡытта тыуҙы. Бер нисә төрөн баҫтырып та ҡараным. Әммә ун йылдан һуң ғына уны шәхси эш кимәленә еткереп, йәйелдереп ебәрергә форсат сыҡты.
– Улайһа һине рухлы эшҡыуар тип тә әйтергә була инде?
– Әлегә өйрәнсек кенә мин. Ҙур ҙа, яуаплы ла өлкә бит. Эшҡыуар булыр өсөн йәшәү рәүешен, фекерләүҙе үҙгәртергә кәрәк. Был тәңгәлдә эшләнәһе эштәр күп, әҙәбиәт уҡыу ҙа, кешеләр менән аралашыу ҙа зарур. Республикабыҙҙы сит илдәргә танытыр, телебеҙҙең бәҫен күтәрер өсөн сифатлы эш итеү мөһим. Был йәһәттән башҡорт телендәге открыткаларым бик отошло булды тип уйлайым. Посткросинг тигән хәрәкәтте беләһегеҙҙер. Донъя күләмендәге бер модаға әүерелде ул. Төрлө ил вәкилдәре үҙенсәлекле открыткалар менән алышына, шәхсән үҙем дә бер нисә мәртәбә ҡатнашып ҡараным. Ысынлап та, сит ил мәҙәниәтен, зауығын сағылдырған милли һүрәттәр ылыҡтыра. Һәр һыҙығынан мәғәнә эҙләйһең, уйланаһың, илһамланаһың. Унан ниндәйҙер бер күңел йылылығы ла һиҙелә. Изге ниәтле, саф йөрәкле кеше генә был шөғөлдө үҙ итә алалыр. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең открыткаларыбыҙ ярҙамында халыҡта Башҡортостаныбыҙға, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү хисе тәрбиәләй алабыҙ. Ошо хаҡта уйланһаң, нисек итеп эшләмәй түҙеп ултыраһың? Беҙгә ҡарап башҡалар ҙа юғарыраҡ сифатҡа ынтылырға тырышасаҡ.
– Тимәк, конкуренция бар?
– Бар һәм булырға тейеш. Конкуренция ике яҡ өсөн дә ҡулай: етештереүсегә, әйтеп китеүемсә, бер урында оҙаҡ тапанырға форсат ҡалдырмай, ә һатып алыусының һайлап алыу мөмкинлеге буласаҡ. Конкурент һәләтле булыу, һәр ваҡыт яңынан-яңы идеялар менән янып тороу зарур. Юғиһә был майҙандан төшөп ҡалыуың ихтимал.
– Ә башҡорт открыткалары тәүге тапҡыр һатыуға нисек сығарылды һуң?
– Үткән йыл декабрь айында Александра Хисаметдинова, Алина Иманғоловалар ғаилә йылына арналған заманса маркет – этнофестваль үткәрергә булды. Әлеге сараға логотип төшөрөп биргәс, ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Ике аҙна тигәндә булған әҙерлегемде тулыландырып, яңы йыл темаһына 50 дана тираж менән 7-8 төрлө открыткалар баҫтырып сығарҙым. Интернет селтәрендәге реклама шәп эшләне, маркетта улар уңышлы таралып бөттө. “Һеҙҙең открыткаларығыҙ өсөн генә килдек” тиеүселәр ҙә булды хатта. Халыҡ башҡа темаларға арналғандарын һорай башланы, ихтыяж артҡандан-арта барҙы. 8 март байрамына ҡатыным Айгөл менән эшләгән открыткалар олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килде, башҡорт ҡыҙы һүрәтләнгән бер нисәһе интернет селдәрендә туҡтауһыҙ әйләнештә булды. Бөгөн Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында һатыу нөктәләре уңышлы эшләй, почта аша ла таратыла.
– Открыткалар күберәк ҡағыҙ рәүештә һатыламы, әллә электрон вариантты үҙ итәләрме?
– Открыткаларҙың бөтә варианттары да ҡағыҙ форматында ғына әҙерләнә. Шуға ла улар үтемлерәк. Өлкәндәр күпселек тыуған көн, юилейҙарға арналған ябай ҡотлау отҡрыткаларын һорай. Ә йәштәр күберәк мөхәббәт һүҙҙәре яҙылған, мөнәсәбәттәрҙе сағылдырғандарҙы ала. Ә интернет селтәренә логотибым менән реклама рәүешендә бер нисә төрө генә һалынды. Киләсәктә темаларҙы байытып, дизайнын төрләндереп, һатыуҙы йәйелдереү тураһында хыялланам.
Тулыһынса журналдың июнь һанында уҡығыҙ.