Ҡауарҙы ауылы Ғафури районының төпкөл ауылдарынан һанала. Ҡайҙа тыуған яҡтар башлана, шунда юл бөтә тигәндәй, Өфө – Стәрлетамаҡ трассаһынан ... саҡрым һул яҡҡа боролғас, таш ҡына түшәлгән соҡор-саҡырлы юлдан егерме саҡрым самаһы келтер-келтер бараһың да бараһың. Цивилизация тигәндәре лә был яҡтарҙа саҡ халыҡ файҙаһына эшләй башланы. Яҡын-тирәләге бер нисә ауыл менән ҡауарҙылар ҙа күптән түгел генә газлы-һыулы булдылар. Колхоздар бөтөрөлөп, күпселек ауыл халҡы эшһеҙ ҡалһа ла, ҡул ҡаушырып, зарланып ултырыусылар һирәк. Береһенән-береһе матурыраҡ, күркәмерәк йорттарҙа заман менән бер ҡатарҙан атлаған йор күңелле, уңған халыҡ йәшәй бында. Шундай ғаиләләрҙең береһе Луиза һәм Азат Исмәғилевтар менән таныштырмаҡсымын. Тормош уларҙы иркәләтмәй...
Азат менән Луиза икеһе лә Ҡауарҙыныҡы. Бәләкәйҙән бер-береһен белгән егет менән ҡыҙ биш йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәс ғаилә ҡора.
Азатҡа, дүрт йәштәр самаһында әсәһе ташлап сығып киткәс, олатаһы менән өләсәһе ҡулында үҫергә тура килә. Байтаҡ йылдар Карагандала шахтала эшләп, тыуған ауылы мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып эшләгән олатаһы Рөфҡәт Иҙрис улы менән өләсәһе, башҡорт теле уҡытыусыһы Зәйтүнә Мырҙагилде ҡыҙы ейәндәрен бәләкәстән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Үҙҙәренең биш балаһы менән бергә буй еткергән Азатҡа наҙ ҙа, эш тә күп тейә. Хәйер, үҙе бәләкәйҙән бөтмөр, булдыҡлы егет булмаһа, XI класта уҡығанда ике гектар картуф сәсеп һата, 18 йәшендә үк (ул ваҡытта ауылда беренселәрҙән булып тигәндәй) үҙе йыйған хәләл аҡсаһына машина ала алыр инеме ни?! Бынан тыш, уҡыған сағында олатаһы менән ағас көрәктәр эшләй, селек һеперткеһе бәйләй, ә ҡулына төшкән хеҙмәт хаҡын үҙе тотона. Буласаҡ тормош иптәшенең үҫмер саҡтарын иҫләп Луиза: “Азат бәләкәйҙән алып-һатыуға оҫта булды бит ул. Ауылда бәрәңгегә ҡарбуз алмаштырып йөрөгән саҡтарын да иҫләйем”, – тип көлә-көлә хәтерләй.
БДАУ-ға инә алмағас, Красноусол ауылында урынлашҡан һөнәрселек училищеһын тамамлай. Олатаһына бәләкәйҙән ҡорт ҡарашҡан егет дипломлы белгес булғас, борондан килгән шөғөлгә ныҡлап тотона. Әсәһе юҡлыҡҡа түләнгән аҡсаны өләсәләре йыйып улдарына был ваҡытта йорт та һалып бирә. Шулай итеп, 50 баш умартаһы булған, өйлө фырт кейәү егете була Азат.
Луизаны ла тормош артыҡ иркәләтмәй. Уға ун һигеҙ йәш тулғанда әсәһе үлеп ҡала. “Ул саҡта СДПА-ның (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт филологияһы факультетында уҡый инем. Һеңлем Нәркәс тә колледж студенты. Стипендия, пенсия килеү менән иң кәрәкле нәмәләргә исемлек төҙөп ҡуябыҙ, ауылға ла сиратлап ҡына ҡайтабыҙ. Атайыма эш юҡ, ә уның янына ҡайтҡы килә, тыуған ауыл һағындыра”, – ти Луиза студент йылдарын иҫләп. – Шулай осон-осҡа ялғап йөрөгәндә, Себерҙә йәшәүсе апайымдар үҙҙәре янына саҡырҙы. Диплом алыу менән китәм тип ниәтләгәйнем, Азат кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Бер ай самаһы уйланып йөрөгәс, ризалаштым. Аҡсалы тормошҡа ҡарағанда, бәхетле булыуҙы өҫтөнөрәк күрҙем. Һәм яңылышманым. Тырышһаң, һәр ерҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡын табырға була”.
Луизаһыҙ ҡорттар бал бирмәй...
Луиза менән Азаттың татыу, мөхәббәтле ғаилә ҡороуҙарын, бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтте йылдар дауамында бүҫкәртмәйенсә һаҡлауҙарын, һәр ваҡыт иркә, матур һүҙҙәр менән генә өндәшеүҙәрен уртаҡ таныштар аша ишетеп белә инем. Был хаҡта үҙҙәренән һорашҡас: “Беҙ һәр саҡ бергә, уй-ниәттәребеҙ ҙә, шөғөл-эштәребеҙ ҙә тап килә, шуғалыр”, – тип яуапланылар.
Луиза кейәүгә сыҡҡансы ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһынмай ҙа тиерлек. Әлбиттә, ваҡытында үҙҙәрендә лә умарталар булған. Әммә ул саҡта күҙәтеүсе ролен генә башҡарған. Ә ғаиләле булғас, был шөғөлгә шул хәтлем тиҙ эҫенеп китә. Хатта йөклө саҡтарында ла аҙаҡҡа тиклем иренә ярҙамлаша. Шуға ла таныштары бындай мәлдәрҙә лә ире менән бер ҡатарҙан йөрөгән ҡатынды күреп, Азатты: “Луизаһыҙ ҡорттар бал бирмәйме әллә?” – тип шаярталар икән.
Әлбиттә, 200-ләп умарта ҡортто, береһенән-береһе бәләкәй дүрт баланы ҡарауы еңелдән түгел. Исмәғилевтарҙың үҙҙәре әйтмешләй: “Икеһе лә “өф” итеп кенә торғанды ярата”. Иртә таңдан тороп ҡорт айырғанда, ҙур ҡалаларҙа үтәсәк йәрминкәләргә урын алыр өсөн бер көн алдан кистән үк юлға сығып киткәндә, балаларҙы ла, донъяны ла ҡарарға кеше кәрәк. Был саҡта ике яҡтың да туғандары, күршеләре ярҙамлаша икән. “Балаларҙы һәр ваҡыт күрше Рәмилә әбей ҡараша. Ул минең уң ҡулым тиһәң дә була. Азат яңғыҙы бал һатырға, йә такси хеҙмәтен үтәп Петербург кеүек ҡалаларға алыҫ юлға сыҡҡанда, берәй хәл килеп тыуһа, иң тәүгеләрҙән булып күршебеҙ Илгизәр Ғәлинға мөрәжәғәт итәм. Ә ҡаршыла йәшәүсе Хәбир бабай аттарҙы ҡарай. Сөнки ҡышын туғыҙ атты ашатып-эсереүе, тәрбиәләүе минең ҡулдан ғына килмәй. Ә бал айырған мәлдә, ике яҡ туғандар араһынан кем буш – барыһы ла ярҙамға килә, ағайым Рәмзил ҡыш буйы Азатҡа дәдәндәр эшләшә. Отпуск мәлдәрендә ситтән дә ҡайталар. Эш аралаш ял итеп, күстәнәскә бал тейәп китәләр. Ғөмүмән, беҙҙән кеше өҙөлмәй, яңғыҙыбыҙ ғына донъя көткәнебеҙ юҡ. Атайым да йәшләй генә гүр эйәһе булғас, һеңлем Нәркәс беҙгә ҡайтып йөрөнө”, – ти хужабикә. Ысынлап та, Исмәғилевтар ғаиләһен ауылда хөрмәт итәләр, үҙҙәре лә кәрәк саҡта һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Хатта балаларына ауылдаштарының исемдәрен ҡушҡандар. “Оло ҡыҙыбыҙ тыуыр алдынан күрше Таңсулпан тигән апай йәшләй генә мәрхүм булып ҡуйҙы. Уның хөрмәтенә бағышлап Сулпан тип ҡуштыҡ. Тағы ла Азаттың Венера исемле матур, аҡыллы бер әбеһе бар, уға ла оҡшар тип уйланыҡ. Ә Рамаҙан менән Фатима бөгөнгө көндә киң таралған мәғәнәле исемдәр булыуҙары менән күңелгә ятты. Кинйә ҡыҙыбыҙға иһә, күрше әбейебеҙ кеүек алсаҡ, аҡыллы, уңған булһын тип, Клара исемен һайланыҡ”.
Тулыһынса "Шоңҡар" журналының июнь һанында уҡығыҙ.