Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кәсеп
23 Февраль 2023, 20:05

Туҡлыҡлы ла, шифалы ла

Бал – тәбиғәттең иҫ киткес байлығы ул. Уны ҡорттар бал һуты бүлеүсе үҫемлектәрҙән ала.

Туҡлыҡлы ла, шифалы ла
Туҡлыҡлы ла, шифалы ла

Ивнәй Вахит улы Шафиҡов 1936 йылда Мәсетле районы Әбдрәхим ауылында тыуған. 1968 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт ауыл хужалығы академияһын тамамлай һәм шунда уҡ ғалим Г. А. Аветисян етәкселегендә Бөрйән ҡорттарын тикшереүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1969 – 1971 йылдарҙа – Йылайыр районы “Һүрән” совхозының директоры, 1971 – 1981 йылдарҙа – Башҡорт һәм Шүлгәнташ ҡур­саулыҡ­тарында ғилми хеҙ­мәткәр һәм директор. Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау һәм үрсетеү буйынса күп эш башҡара. Умар­тасылыҡ өлкәһендә көслө белгес булараҡ, уны 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы инсти­тутының умартасылыҡ кафед­раһына эшкә саҡыралар. Унда Ивнәй Вахит улы 2002 йылға тиклем йәш быуынға умартасылыҡ серҙәрен өйрәтә. Уның “Бал ҡортоноң наҙы бар” тигән баҫмаһын умартасылар өҫтәл китабы булараҡ файҙалана.

Бал – тәбиғәттең иҫ киткес байлығы ул. Уны ҡорттар бал һуты бүлеүсе үҫемлектәрҙән ала. Ҡорттар бына ошо татлы тамсыларҙы йыя һәм яңы матдәгә әүерелдерә – бал итеп эшкәртә.
Бал һутында 70%-ҡа тиклем һыу бар, ҡалған өлөшөн ҡатмарлы шәкәр тәшкил итә. Ҡоро матдәлә глюкоза – 35%, фруктоза – 40%, сахароза – 3%, аҡһым 0,3% тәшкил итә.

Бал да калий, натрий, магний, тимер, йод, хлор, фосфор һәм башҡа матдәләрҙең тоҙҙары ла осрай. Күп кенә минераль матдәләрҙең күләме кешенең ҡанындағы матдәләрҙең күләменә тура килә. Уның составында марганец, кремний, алюмин, бор, хром, баҡыр, цинк һәм башҡа микроэлементтар ҙа бар. Бал ферменттар, витаминдар, егермегә яҡын аминокислота, хуш еҫле һәм буяу матдәләре барлығы ла билдәле. Балдың составы һәм сифаты һут алынған үҫемлектәр төрөнә, улар үҫкән тупраҡҡа бик ныҡ бәйләнгән. Балға баһа биргәндә, уның өлгөрөүенә һәм унда һыуҙың күпме миҡдарҙа булыуына, нигеҙҙә ҡайһы үҫемлектәрҙән алыныуына, төҫөнә, тәменә һәм хуш еҫенә иғтибар бирелә.
Әгәр ҙә бал туғай һәм урман аҡландарындағы үлән сәскәләренән йыйылһа, ул ҡиммәтле дауалау сараһы булып һанала. Сөнки үләндәрҙең, ҡыуаҡтарҙың күбеһе – әлморон, мәтрүш­кә, һары мәтрүшкә, һуҡыр кесерткән, бәпембә, юл япрағы һәм башҡалар – тәбиғи дарыу үләндәре.
Балға сәскә һеркәһе ҡатнашҡан була. Уның иҫәбенә бал витаминдарға һәм аҡһым матдәләренә байый. Ғәҙәттә, бер килограмм балда алты мең самаһы һеркә бөртөктәре була. Балда һеркә бөртөк­тәренең булыуы уның яҡшы сифатлы булыуы хаҡында һөйләй. Балды оҙаҡ һаҡлағанда, ул аҡрынлап ҡуйыра, тоноҡ­лана һәм, глюкозаның кристаллашыуы һөҙөм­тәһендә, ярмалана. Ҡуйырыу осоро балдың ниндәй үләндән алыныуына бәйләнгән.
Үҙенең умарталыҡтары, тәмле хуш еҫле йүкә балы менән Башҡортостан элек-электән үк дан тота. Йүкә балы сәскә балдары араһында тәүге урынды биләй. Уның бер ни тиклем ҡырҡыуыраҡ, әммә хуш еҫен һәм тәмен, аҡһыл төҫөн һәм үтә күренеүсәнлеген һәүәҫкәрҙәр ҙә, белгес­тәр ҙә һәр ваҡыт юғары баһалай.
Башҡортостан балы бөтә донъяға танылды, уның төп һәм дауалау сифаттары юғары баһаланып, Халыҡ-ара күргәҙ­мәләрҙә уға өс алтын миҙал бирелде.
Тәүге алтын миҙал – 1900 йылда Парижда уҙғарылған Бөтә донъя йәрминкәһендә, икенсеһе – 1961 йылда Эрфуртта Халыҡ-ара күргәҙмәлә, өсөн­сөһө 1971 йылда Мәскәүҙә умартасы­ларҙың Халыҡ-ара конгресында бирелде.

Кәрәҙ күҙәнәге

Бал ҡорттары өсөн төҙөлөш материалы булып хеҙмәт иткән балауыҙҙың ҡайҙан алыныуын күп кешеләр, хатта ҡайһы бер умартасылар ҙа белмәй.
Яңы төҙөлгән ап-аҡ кәрәҙгә ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ, сөнки бал ҡорттары һәр күҙәнәкте бер-береһенә оҡшатып, бер тигеҙ итеп төҙөп ҡуя. Кәрәҙле рамда уртаса 8 – 9 мең күҙәнәк иҫәпләнә, улар алты мөйөшлө булыу сәбәпле, һәр береһе алты күҙәнәк менән сикләшә. Кәрәҙҙең бер яғындағы күҙәнәк­тең төбө икенсе яғындағы өс күҙәнәктең төбө менән сикләшә. Шулай итеп, һәр күҙәнәктең туғыҙ күршеһе бар.
Һәр күҙәнәк бал ҡорто өсөн ял итеү бүлмәһе, аш бүлмәһе, бал һәм һитә һаҡлау өсөн һарай, бала тәрбиәләгәндә бишек һәм төҙөлөш майҙаны булып та хеҙмәт итә. Яңы төҙөлгән күҙәнәк аҡ төҫтә була. Төҙөп бөткәндән һуң, уның эске яғын ҡорттар елем менән ҡаплау сәбәпле, ул, аҡһыл алтын төҫкә инеп, бер аҙ һарғая.
Күҙәнәктә 10 – 12 бала тәрбиәлә­гәндән һуң, ул ҡарая һәм бәләкәйләнә. Бындай күҙәнәктәрҙә тәрбиәләнгән бал ҡорттары вағыраҡ булып тыуа. Ҡарайған, иҫке кәрәҙле умарталарҙа бал ҡорттары йышыраҡ ауырый. Күп умартасылар сифатлы, таҙа кәрәҙҙәрҙе ҡалдырып, ҡарайғандарын иретеп, балауыҙға әйлән­дерә.
Балауыҙҙы эшсе ҡорттарҙың балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығара. Балауыҙ бүлеүсе һигеҙ биҙ бал ҡортоноң эсендә урынлашҡан. Биҙҙәрҙең ныҡ үҫеше ҡорттоң 12 – 20 көнлөк ваҡытына тура килә. Шулай итеп, йәш ҡорттоң эсенән бер үк ваҡытта 0,25 миллиграмм ауырлығында һигеҙ балауыҙ пластинкаһы бүленеп сыға (бер килограмм балауыҙ алыр өсөн 4000000 пластинка бүленә). Умартала төҙөлөш майҙансығы булмаһа (ваҡытында балауыҙлы рам ҡуйылмаһа), был балауыҙ пластинкалары юғала, тышҡа сығарылып ташлана.
Ғалимдар иҫәпләүенсә, бал ҡорто ғаиләһенән йәйге осорҙа 2 – 3 килограмм балауыҙ алырға мөмкин. Умарта­ларҙы баҙҙан сығарғас, ғаиләлә ҡорттар һаны егерме көн самаһы бер кимәлдә ҡала, сөнки ҡышлап сыҡҡан ҡорттар күпме үлһә, шул тиклем йәш ҡорт тыуа, күс йәшәрә. Ҡышлап сыҡҡан ҡорттар йәштәре менән алмашынғас, һауа шарттарын иҫәпкә алып, умартасы ояны буш кәрәҙ һәм балауыҙлы рамдар менән киңәйтә. Беҙҙең республикала күстәрҙең ояларын балауыҙлы рамдар менән киңәйтә башлау ваҡыты уртаса 10 – 15 майға тура килә. Күстәрҙең ишәйеүе һәм йәш ҡорттарҙың күпләп балауыҙ бүлеүе лә уртаса шул осорҙан башлана. Беренсе балауыҙлы рамды ояның ситенә, бал һалынған кәрәҙ эргәһенә урынлаштыралар. Көндәр йылына төшкәс, (бал һуты бүлеүсе үҫемлектәр сәскә атҡас), ике-өс балауыҙлы рамды ояның уртаһына, бал һалынған рамдар менән аралаштырып, бер юлы ҡуйырға мөмкин.
Көслө бал ҡорто ғаиләһе йәйге осорҙа кәмендә 20 – 25 балауыҙлы рамды төҙөй ала. Алдынғы умарта­сыларҙың умарталығында ҡайһы бер күстәр 30 – 35 балауыҙлы рамды төҙөгән йылдар ҙа булды. Балауыҙҙы күп төҙөгән умарталыҡтарҙа бал ҡорттары эрерәк тә, көслөрәктә була, ауырыуҙарға ла тиҙ бирешеп бармай, күсте аҙ айыра, һәм һәр күстән балауыҙ алыу ҡырҡа арта.
Магазиндан һатып алынған балауыҙ­ҙың бер килограмында уртаса ун дүрт табаҡ иҫәпләнә. Шунан сығып эш иткән­дә, умарталыҡтағы һәр бал ҡорто ғаиләһе өсөн кәмендә бер килограмм балауыҙ һәм сым үткәрелгән ун дүрт рам әҙерләп ҡуйыла.
Төп бал йыйыу осоронда файҙаланыу маҡсатында, һәр бал ҡорто ғаиләһе өсөн кәмендә 24 кәрәҙле рам әҙерләнә. Бала­уыҙ һыуҙан еңелерәк һәм 60 – 65°С-та ирей. Уның иреү температураһы ни ҡәҙәр юғары булһа, сифаты шул хәтле яҡшыраҡ була.
Элегерәк балауыҙҙан шәм, балауыҙлы буяу яһағандар. Хәҙерге көндә балауыҙ­ҙы ҡулланмаған бер генә сәнәғәт тармағы ла юҡтыр. Ул медицина өлкәһендә лә киң ҡулланыла.

Инә һөтө

Теге йәки был умарталыҡтан быйыл 10 килограмм һөт алынған, тип һөйләү һуңғы йылдарҙа йыш ишетелә башланы, сөнки сит илдәрҙә һәм беҙҙең илдә лә күп кенә умарталыҡтарҙа бал ҡорто һөтөн етештереү йылдан-йыл арта бара.
Эшсе ҡорттарҙың башында дүрт төкөрөк биҙе урынлашҡан. Шуларҙың яңаҡ һәм йотҡолоҡ биҙҙәре һөт бүлеп сығара. Бал ҡорттары был һөттө балаларына – ҡарышлауыҡтарына ашата.
Бигерәк тә буласаҡ инә ҡортто тәрбиәләгәндә күп һөт тотоналар. Унда һалынған йомортҡанан ҡарышлауыҡ сыҡҡас, эшсе ҡорттар инә көбөн 3 – 4 көндә һөт менән тултыралар. Буласаҡ инә ҡорто ҡарышлауығы шул һөттә йөҙә, уны ашай һәм бик тиҙ үҫә. Өс-дүрт көнлөк ҡарышлауыҡты инә көбөнән алып ташлап, ундағы һөттө йыйып, аҙыҡ һәм дарыу итеп киң ҡулланалар. Бер инә көбөнән 0,3 –0,5 грамм һөт алырға мөмкин. Бал ҡорто ғаиләһенән йәйге осорҙа уртаса 80 грамм самаһы һөт алып була. Инә ҡорт һөтө – аҡһыл һары төҫтәге ҡуйы шыйыҡлыҡ. Уның химик составы бик ҡат­мар­лы. Унда аҡһым – 20 – 45%, шәкәр – 15 – 40% һәм май 5 – 10% самаһы тәш­кил итә. Бал ҡорто һөтөндә амино­кислота­ларҙың барыһы ла бар. Ул микро­элемент­тарға һәм витаминдарға бай. Микро­элемент­тарҙан тимер, марганец айырыу­са әһәмиәтле, сөнки улар ҡан эшләне­шендә ҡатнаша. Кеше өсөн бик файҙалы булған ҡорт инәһе һөтө медицинала киң ҡулланыла башланы, уны ҡушып төрлө таблеткалар (мәҫәлән, апилак) яһайҙар. Бал ҡорто инәһенең һөтөн таҙа хәлдә ноль градуста 2 – 3 ай һаҡларға мөмкин. Умарталыҡта уны бер аҙ балға ҡушып та һаҡлап һәм ҡулланып була. Бер инә көбөнән алынған һөткә 100 грамм бал ҡушып ашарға мөмкин. Бындай аҙыҡ һәр кешегә файҙалы.
Бал ҡортоноң ағыуы

Бал ҡортоноң сағыу ҡоралы – ҡаяуы – уның эсендә урынлашҡан. Был ҡаяу инә һәм эшсе ҡорттарҙа бар, ә әре ҡорттарҙа юҡ. Инә ҡорт ҡаяуын йомортҡа һалғанда һәм икенсе инә ҡорттар менән көрәштә файҙалана. Ул кешене һәм хайуандарҙы, бөжәктәрҙе бер ваҡытта ла саҡмай. Эшсе ҡорт ҡаяуын ояһын дошмандарынан һаҡлау өсөн ҡуллана. Улар кешене, ауыл хужалығы малдарын саҡҡанда, ҡаяуы өҙөлөп ҡалыу сәбәпле, күп йәшәмәй, үлә. Тәбиғәттә бындай хәл башҡа хайуандар араһында осрамай, тип әйтһәк тә була. Ҡаяуҙың тәнгә ҡаҙалған өлөшөндә өҫкә ҡарап торған ҡырҙары (ҡармаҡ теленә оҡшаған) булыу арҡаһында, саҡҡандан һуң бал ҡорто уны кире тартып ала алмай. Ҡаяу өҙөлөп ҡалғас, мускулдарҙың хәрәкәте ярҙамында бөтә булған ағыу йәрәхәткә эләгә. Бының өсөн кәмендә бер минут ваҡыт кәрәк. Ҡаяуҙың мускулдары бишәр минут хәрәкәт итеүе ихтимал. Шуның өсөн, бал ҡорто саҡҡас та, уның ҡаяуын алып ташлаһаң, тәнгә ағыу аҙ эләгә. Киреһенсә, бал ҡорто ағыуы менән дауаланғанда, тәндән ҡаяуҙы 2 – 3 минут үткәс кенә алып ташлайҙар.
Эшсе ҡорттар үҙ-ара көрәшкәндә һәм ҡайһы бер бөжәкте саҡҡанда, уларҙың ҡаяуы өҙөлмәй, ә сағылған ҡорт бик тиҙ үлә. Бал ҡортоноң сағыуы күп кешегә файҙалы. Ул организмдың, нервы системаһының тәбиғәт шарттарына ҡулайлашыуын көсәйтә. Шулай ҙа ҡайһы бер кеше ҡорт саҡҡандан һуң ныҡ ҡына ауырый, ҡоҫоу, эс китеү, тын ала алмау, йөрәк тибешенең йышайыуы, аң юғалыу осраҡтары була, бик һирәк саҡта кешенең үлеүе ихтимал. Ҡорт сағыуы менән ағыуланған кешегә ярҙам итеү маҡсатында, сағылған урынға йод йәки араҡы һөртөргә кәрәк. Ныҡ ауырыған кешегә бер аҙ араҡы эсереү ҙә файҙалы, ә, ғөмүмән, ҡаты ауырыған кешене врач ҡына дауаларға тейеш.
Бал ҡорто умартасыны ла йыш ҡына саға, сөнки һәр саҡ унан һаҡланып тороп та булмай. Файҙаһы, зыяны тураһында ла уйламайһың. Сағылған урын шешмәй ҙә, ә быуындарҙың һыҙлауы баҫыла. Шуның өсөн оҙаҡ йылдар умартасылар һаулыҡтарына зарланмай, улар ревматизм һәм подагра менән ауырымай.
Ҡорт ағыуын борон-борондан ауырыу­ҙарҙы дауалау маҡсатында ҡулланғандар, һәм быға һуңғы йылдарҙа иғтибар көсәйә бара. Бал ҡорто ағыуын алыу һәм уны ҡулланыу ысулдары камиллаштырыла.

Бал ҡорто елеме

Эшсе ҡорттар был елемде ағас бөрөләренән ала. Урмандағы үҫкән ағастарға бәйле ҡорт елеменең төҫө лә бер аҙ үҙгәреүсән. Башлыса ҡараһыу йәшел төҫтә була. Ҡарағай урманы аҡланында урынлашҡан умарталыҡтан алынған ҡорт елеме ҡараһыу ҡыҙғылт була һәм башҡа төҫтә булыуы ла ихтимал. Ағас бөрөһө биҙҙәре бүлеп сығарған был матдәне өҫкө тештәре менән тешләп, эшсе ҡорт артҡа сигенә һәм өҙөп ала. Өҙөп алынған был елемде бал ҡорто артҡы аяғының тышҡы яғында урынлашҡан кәрзиненә урынлаштырып алып ҡайта. Умартаға ҡайтҡас, бик ауырлыҡ менән бушата, сөнки һалҡыныраҡ көндәрҙә был елем бал ҡортоноң сирағына йәбешеп ҡата. Уны шыйыҡлатыу маҡсатында эшсе ҡорт умарта алдына сығып ҡояшта ҡыҙынып инергә лә мәжбүр була. Ҡорт елеме күстә киң ҡулланыла. Киндер япманы рамдарға йәбештергәндә, умартаның ярыҡтарын һылағанда, кейәһен тарайт­ҡанда улар елемгә бер аҙ балауыҙ ҡушып файҙаланалар. Кәрәҙ күҙәнәген төҙөп бөткәс, уның эске яғы ҡорт елеме менән эшкәртеп ҡуйыла. Былай эшкәр­телгән күҙәнәк бик таҙа була, ситтән ҡарағанда ялтырап тора. Эшсе ҡорттар кәрәҙ күҙәнәген бала тәрбиәләү алдынан ҙур тырышлыҡ менән таҙарталар һәм елем менән ялтыраталар. Умартаға инеп үлгән сысҡанды эшсе ҡорттар елем менән ураталар. Был ҡорт елеме менән уралған сысҡан боҙолмай һаҡлана, һәм умартаға уның еҫе сыҡмай, ғаиләнең йәшәүенә зыян килмәй.
Умартасы ҡорт елемен йәй көнө йыя. Тимер ҡасау ярҙамында рам өҫтәренән, кейәнән, киндер япманан ҡырып ала. Йәйге осорҙа һәр умартанан йөҙ грамм самаһы ҡорт елеме йыйып була. Ҡорт елемен 100 – 300 грамм самаһы ҙурлыҡ­тағы йомғаҡҡа йомарлап, яҡшы ябылған һауытта, ҡараңғыла һаҡлайҙар. Балауыҙ­ланған ҡағыҙға урап та һаҡлап була. Яңы йыйылған ҡорт елеменең сағыштырмаса ауырлығы 1,27 грамм, ә иреү темпера­тураһы 80°С самаһы. Уның химик составы бик ҡатмарлы. Дөрөҫ һаҡлағанда, ул дауалау сифатын биш йылда ла юғалтмай. Ҡорт елеме, көслө антибиотик булараҡ, медицина өлкә­һендә киң ҡулланыла.
Умарталыҡтың төп байлығы – бал ҡорто ғаиләһе. Бал ҡорто етештергән байлыҡ – бал, балауыҙ, бал ҡортоноң һөтө, елеме, ағыуы – кеше тарафынан аҙыҡ һәм дарыу итеп киң ҡулланыла, һуңғы йылдарҙа был тәбиғәт хазинаһына кешенең һорауы арта. Һуңғы ваҡытта бал ҡорто продукттарына хаҡ бер аҙ үҙгәрҙе.

Ивнәй ШАФИҠОВ.

Автор:
Читайте нас: