Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кәсеп
22 Апрель 2023, 11:23

Табыш аяҡ аҫтында

Сөнки һатып алыусыларҙың бер ышанысын юғалтһаң, кире ҡайтарыуы, ай-һай, ауыр. Шуға ла, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләрҙәй ышаныслы ауылдаш­та­рыбыҙҙың булыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс ҡына.

Табыш аяҡ аҫтында
Табыш аяҡ аҫтында

Ҡауарҙы Ғафури районының төпкөл ауылдарынан һанала. Ҡайҙа тыуған яҡтар башлана, шунда юл бөтә тигәндәй, Архангел трассаһынан уңға боролғас, таш ҡына түшәлгән соҡор-саҡырлы юлдан егерме саҡрым самаһы келтер-келтер бараһың да бараһың. Цивилизация тигәндәре лә был яҡтарҙа саҡ халыҡ файҙаһына эшләй башланы. Яҡын-тирәләге бер нисә ауыл менән ҡауарҙылар ҙа күптән түгел генә газлы-һыулы булды. Колхоздар бөтөрөлөп, ауыл халҡының күпселеге эшһеҙ ҡалһа ла, ҡул ҡаушырып, зарланып ултырыусылар һирәк. Береһенән-береһе матурыраҡ, күркәмерәк йорттарҙа заман менән бер ҡатарҙан атлаған йор күңелле, уңған халыҡ йәшәй бында. Шундай ғаиләләрҙең береһе Луиза һәм Азат Исмәғилевтар менән таныштырмаҡсымын.

Тормош уларҙы иркәләтмәй...

Азат менән Луиза икеһе лә Ҡауарҙыныҡы. Бәләкәйҙән бер-береһен белгән егет менән ҡыҙ биш йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәс, ғаилә ҡора.
Дүрт йәштәр самаһында әсәһе ташлап сығып киткәс, Азатҡа олатаһы менән өләсәһе ҡулында үҫергә тура килә. Байтаҡ йылдар Карагандала шахтала тир түгеп, тыуған ауылы мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып эшләгән олатаһы Рөфҡәт Иҙрис улы менән өләсәһе, башҡорт теле уҡытыусыһы Зәйтүнә Мырҙагилде ҡыҙы ейәндәрен хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Үҙҙәренең биш балаһы менән бергә буй еткергән Азатҡа наҙ ҙа, эш тә күп тейә. Хәйер, үҙе бәләкәйҙән бөтмөр, булдыҡлы егет булмаһа, XI класта уҡығанда ике гектар картуф сәсеп һата, 18 йәшендә үк (ул ваҡытта ауылда беренселәрҙән тигәндәй) үҙе йыйған хәләл аҡсаһына машина ала алыр инеме ни?! Бынан тыш уҡыған сағында олатаһы менән ағас көрәктәр эшләй, селек һеперткеһе бәйләй, ә ҡулына төшкән хеҙмәт хаҡын үҙе тотона. Буласаҡ тормош иптәшенең үҫмер саҡтарын иҫләп, Луиза: “Азат бәләкәйҙән алып-һатыуға оҫта булды бит ул. Ауылда бәрәңгегә ҡарбуз алмаштырып йөрөгән саҡтарын да иҫләйем”, – тип көлә-көлә хәтерләй.
БДАУ-ға инә алмағас, Красноусол ауылында урынлашҡан һөнәрселек училищеһын тамамлай. Олатаһына бәләкәйҙән ҡорт ҡарашҡан егет, дипломлы белгес булғас, борондан килгән шөғөлгә ныҡлап тотона. Әсәһе юҡлыҡҡа түләнгән аҡсаны йыйып, өләсәләре улдарына йорт та һалып бирә. Шулай итеп, 50 баш умарталы, өйлө фырт кейәү егете була Азат.
Луизаны ла тормош артыҡ иркәләтмәй. Ун һигеҙ йәше тулғанда әсәйһеҙ ҡала. “Ул саҡта СДПА-ның (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт филологияһы факультетында уҡый инем. Һеңлем Нәркәс тә колледж студенты. Стипендия, пенсия килеү менән иң кәрәкле нәмәләргә исемлек төҙөп ҡуябыҙ, ауылға ла сиратлап ҡына ҡайтабыҙ. Атайыма эш юҡ, ә уның янына ҡайтҡы килә, тыуған ауыл һағындыра, – ти Луиза студент йылдарын иҫләп. – Шулай осон-осҡа ялғап йөрөгәндә, Себерҙә йәшәүсе апайымдар үҙҙәре янына саҡырҙы. Диплом алыу менән китәм тип ниәтләгәйнем, Азат кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Бер ай самаһы уйланып йөрөгәс, ризалаштым. Аҡсалы тормошҡа ҡарағанда, бәхетле булыуҙы өҫтөнөрәк күрҙем. Һәм яңылышманым. Тырышһаң, һәр ерҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы табырға була”.

Луизаһыҙ ҡорттар бал бирмәй...

Луиза менән Азаттың татыу, мөхәббәтле ғаилә ҡороуҙарын, бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәрен йылдар дауамында бүҫкәрт­мә­йен­сә һаҡлауҙарын, һәр ваҡыт иркә, матур һүҙҙәр менән генә өндәшеүҙәрен уртаҡ таныштар аша ишетеп белә инем. Был хаҡта үҙҙәренән һорашҡас: “Беҙ һәр саҡ бергә, уй-ниәттәребеҙ ҙә, шөғөл-эштәребеҙ ҙә тап килә, шуғалыр”, – тип яуапланылар.
Луиза кейәүгә сыҡҡансы ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһынмай ҙа тиерлек. Эйе, ваҡытында үҙҙәрендә лә умарталар булған. Әммә ул саҡта күҙәтеүсе ролен генә башҡарған. Ә ғаиләле булғас, был шөғөлгә шул хәтлем тиҙ эҫенеп китә. Хатта йөклө саҡтарында ла иренә ярҙамлаша. Шуға ла таныштары бындай мәлдәрҙә лә ире менән бер ҡатарҙан йөрөгән ҡатынды күреп, Азатты: “Луизаһыҙ ҡорттар бал бирмәйме әллә?” тип шаярталар икән.
Әлбиттә, 200-ләп умарта ҡортто, береһенән-береһе бәләкәй дүрт баланы ҡарауы еңелдән түгел. Исмәғилевтарҙың үҙҙәре әйтмешләй: “Икеһе лә “өф” итеп кенә торғанды ярата”. Иртә таңдан тороп ҡорт айырғанда, ҙур ҡалаларҙа үтәсәк йәрминкәләргә урын алыр өсөн бер көн алдан юлға сығып киткәндә, балаларҙы ла, донъяны ла ҡарарға кеше кәрәк. Был саҡта ике яҡтың да туғандары, күршеләре ярҙамлаша икән. “Балаларҙы һәр ваҡыт күрше Рәмилә әбей ҡараша. Ул минең уң ҡулым тиһәң дә була. Азат яңғыҙы бал һатырға, йә такси хеҙмәтен үтәп, Петербург кеүек ҡалаларға алыҫ юлға сыҡҡанда, берәй хәл килеп тыуһа, иң тәүгеләрҙән булып күршебеҙ Илгизәр Ғәлинға мөрәжәғәт итәм. Ә ҡаршыла йәшәгән Хәбир бабай аттарҙы ҡараша. Сөнки ҡышын туғыҙ атты ашатып-эсереүе, тәрбиәләүе минең генә ҡулдан килмәй. Ә бал айырған мәлдә, ике яҡ туғандар араһынан кем буш – барыһы ла ярҙамға килә, ағайым Рәмзил ҡыш буйы Азатҡа дәдәндәр эшләшә. Отпуск мәлдәрендә ситтән дә ҡайталар. Эш аралаш ял итеп, күстәнәскә бал тейәп китәләр. Ғөмүмән, беҙҙән кеше өҙөлмәй, яңғыҙыбыҙ ғына донъя көткәнебеҙ юҡ. Атайым да йәшләй генә гүр эйәһе булғас, һеңлем Нәркәс беҙгә ҡайтып йөрөнө”, – ти хужабикә. Ысынлап та, Исмәғилевтар ғаиләһен ауылда хөрмәт итәләр, үҙҙәре лә кәрәк саҡта һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Хатта балаларына ауылдаштарының исемдәрен ҡушҡандар. “Оло ҡыҙыбыҙ тыуыр алдынан күрше Таңсулпан тигән апай йәшләй генә мәрхүмә булып ҡуйҙы. Уның хөрмәтенә бағышлап Сулпан тип ҡуштыҡ. Азаттың Венера исемле матур, аҡыллы бер әбеһе бар, уға ла оҡшар тип уйланыҡ. Ә Рамаҙан менән Фатима бөгөнгө көндә киң таралған мәғәнәле исемдәр булыуҙары менән күңелгә ятты. Кинйә ҡыҙыбыҙға иһә, күрше әбейебеҙ кеүек алсаҡ, аҡыллы, уңған булһын тип, Клара исемен һайланыҡ”.

Хеҙмәт – кешегә тормош

Балаларын да бәләкәйҙән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә Исмәғилевтар. Улар әле үк ҙур маҡсаттар менән алға ынтыла белә. “Сулпан ҡыҙыбыҙҙың уҡыуға теләге ныҡ ҙур. “Мәктәпте тамамлағас, Петербургта уҡыясаҡмын“, – ти. Шуға унда бер нисә йыл элек ипотекаға төҙөлә башлаған фатир алдыҡ. Ҡыҙыбыҙ ҙурайып сығып китеүгә әҙер булыр тип өмөт итәбеҙ. Рамаҙан тыуыуға Красноусолда йорт һалдыҡ һәм улыбыҙға тип инселәнек. Үткән йыл Өфөнән дә бер бүлмәле фатирға эйә булдыҡ. Ҡайһы бер кеше балаларығыҙҙы ниңә эшләтәһегеҙ, тип аптырай. Йәнәһе лә, хәҙерге заманда ҡул көсө менән эшләй торған хеҙмәт баһаланмай, кәрәге лә юҡ, тип иҫәпләйҙәр һәм яңылышалар. Беренсенән, эшләп үҫкән балала белемгә ынтылыш көслө була. Үҙендә ышаныс арта. Икенсенән, хеҙмәттә тир түгеп үҫмәгән бала, “үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел” тип, булғанын да туҙ­ҙы­ра­саҡ һәм бер нәмәһеҙ ҡаласаҡ. Һәр хәлдә, беҙ­ҙе хеҙмәт ярҙамында тәрбиәләнеләр. Беҙ ҙә шуға баланың киләсәген алдан хәстәрләү маҡсатында ҡул­дарынан килгән, булдыра алған тиклем эш-йомошто ҡушабыҙ. “Ҡыйынлыҡ, ҡыйралыш, тәртип­һеҙлектән ҡасыу юлы бер – ул хеҙмәт”, – тигән бит Әбүғә­ли­сина ла”, – ти атай менән әсәй.
Ә әлегә дүрт балалы татыу ғаилә бөтә уңайлыҡтары булған, заманса йыһазлан­дырылған ике ҡатлы өйҙә йәшәй. “Беренсегә бәпәйләргә дауаханала ятам. “Минең өйөмдә бар уңайлыҡтар ҙа буласаҡ”, – тип хыялдарымды палатала бергә ятҡан ҡатындарға һөйләйем. Тегеләр минән: “Әллә ҡайҙа ятҡан төпкөл ауылға цивилизация ингәнсе һаҡалың билеңә етер”, тип көләләр генә. Аллаға шөкөр, барыһы ла беҙ уйлағанса, беҙ теләгәнсә килеп сыҡты. 2013 йылда районда “Иң матур йорт, ихата” бәйгеһендә еңеп сыҡтыҡ. Беҙҙең ғаиләне күптәргә өлгө итеп ҡуялар”, – ти Луиза.

Бизнеста конкуренттар юҡ

Билдәле булыуынса, Ғафури районы иң баллы төбәктәрҙең береһе һанала. Йүкә балының тәмен һәм шифаһын бер белгән кеше, хаҡы күпкә арзан булһа ла, ситтән килтерелгән балға әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Исмәғилевтарҙың күләмен арттырыу өсөн теләһә нәмә ҡушыл­маған экологик яҡтан таҙа продукцияһын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә килеп алалар. “Бер ниндәй рекламаһыҙ эшләйбеҙ, – ти улар. – Бер-береһенән ишетеп – йүкә телефон аша эҙләп табалар”. Үҙ­ҙә­ре лә төрлө этно­фес­тивалдәргә, бал йәр­мин­кәләренә йыш йөрөй. Эшҡыуарлыҡта белемен арттырыу маҡсатында Луиза быйыл Өфөлә махсус курс тамамлаған.
“Беҙ ожмахтың үҙендә йәшәйбеҙ, – ти Азат. – Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнер өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Яҡын-тирәлә колхоздар булмағас, баҫыуҙарға химикаттар ҙа һибелмәй. Шуға ла сифатлы бал етештереү өсөн ҡулай беҙҙең яҡ. Әммә йүкә ағастарының кәмеүе, ҡартайыуы күңелде ҡыра. Йүкә – иң оҙаҡ өлгөргән ағастарҙың береһе. Сәскәһенең һутын алыр өсөн генә утыҙ йылдан ашыу көтөргә кәрәк. Ә иң һәйбәте – илле йыллыҡ йүкә сәскәһе. Шунлыҡтан, һәр йыл һайын тиерлек алмашҡа йүкә үҫентеләрен ултыртыу зарур. Ләкин был эш беҙҙә ныҡ һүлпән бара. Тағы ла беҙҙең яҡта юлдар ныҡ насар. Шул арҡала өс йыл һайын тиер­лек машина алмаш­тырырға мәжбүрбеҙ”.
Үҙҙәре менән бергә ауылдаштарын да был шөғөлгә ылыҡтырырға тырыша уңған ғаилә. Бер туған йәш егеттәр – Азат һәм Азамат Әлмөхәмәтовтар менән яңы бизнес-пландарын тормошҡа ашырыу маҡсатында янып йөрөйҙәр. Киләһе биш йылда урмандан ер алып эко-туризм ойошторорға уйлайҙар. Ҡорт менән дауалау курс­тары булдырыу, апиөйҙәр, мунса, ҡунаҡ өйҙәре төҙөү, Киндерле, Уҡлығая мәмерйәләренә экскурсиялар ойоштороу ҡаралған. “Ауылығыҙҙа ҡортсолоҡ менән шөғөллә­неү­селәр артып китһә, һеҙгә конкуренттар артыр тип ҡурҡмай­һығыҙмы?” – тигәс, был бер ҡатлы яңғы­раған һорауҙан рәхәт­лә­неп көлдөләр ҙә: “Юҡ, ҡурҡ­майбыҙ. Һәйбәт эшләнелгән бизнеста конкуренттар юҡ, партнерҙар ғына бар, – тип яуапланылар. – Бер йылды ситтән бал алырға килделәр. Ә беҙ һатып өлгөргән инек. Клиенттарыбыҙға шунда Әлмөхәмәтовтарҙың продукцияһын тәҡдим иттек. Әлбиттә, уларҙыҡы ла беҙҙеке кеүек сифатлы булмаһа, әйтмәҫ инек. Сөнки һатып алыусыларҙың бер ышанысын юғалтһаң, кире ҡайтарыуы, ай-һай, ауыр. Шуға ла, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләрҙәй ышаныслы ауылдаш­та­рыбыҙҙың булыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс ҡына. Тағы ла йәштәр боронғо шөғөлдәребеҙҙе тергеҙеп, үҙҙәре етештергән тауарҙы йәрмин­кәләргә сығарһа, тыуған ерендә төпләнһә, ауылыбыҙҙың киләсәге лә өмөтлө булыр ине. Балалар баҡсаһы, мәктәп ҡасан ябылыр икән тип ҡурҡып ятмаҫ инек”.
Эйе, уй-ниәттәре лә, хыял-маҡсаттары ла изге Исмәғилевтарҙың. Йәшәйем тигән кешегә табыш аяҡ аҫтында ята тип иҫәпләй улар. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡта балдан төрлө продукциялар ҙа әлегә тиклем етештерелмәй тип бошоналар. Быйыл 12–14 июлдә Имәндәш ауылында үтәсәк “Табын – 2019” этнофестиваленә балдан эш­­лә­нелгән төрлө кремдар, шәмдәр тәҡдим итмәкселәр.

Исмәғилевтар менән аралашҡанда улар­ҙың һәр саҡ “беҙ” тип һөй­ләү­ҙә­­ренә иғтибар иттем. Әлбиттә, баш­­­ҡорт ир-егеттәренә хас Азат аҙ һүҙ­­­ле, баҫалҡы кеше. Әммә алсаҡ, тел­­­сән Луизаның “Азат менән кә­ңәш­ләш­­тек тә”, “Азат шулай тигәс” тип һөй­­ләүенән, был ғаиләлә “мин” тип айы­­рылып тороу, үҙеңде өҫтөнөрәк ҡу­­йып ҡарау кеүек сифаттар бө­төн­ләй юҡ икәнлеген аңланым. “Ир – баш, ҡатын – муйын” тигән әйтем дә юҡ­тан килеп сыҡмағандыр. Азат ме­нән Луиза ла шулай һәр саҡ бер йү­нә­­лешле булып, аныҡ бер маҡсат-һы­ғым­таларға килеп, бал ҡорттарылай уңған булғанға ғаилә тәгәрмәсе һәр саҡ алға тәгәрәйҙер.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

2019 йыл.

Автор:
Читайте нас: