+22 °С
Ямғыр


Тағы ла бәхетһеҙ осраҡ хаҡында хәбәр иттеләр. Тянь-Шань тауҙарындағы походта Өфө ҡыҙы Мария Нечаева һәләк булған. Альпинистар алтынсы категория ҡатмарлыҡтағы Хан Тенгри түбәһенә күтәрелгән. Тауҙың төньяҡ битләүенә төшкәндә - 5900 метр бейеклектә Марияның ҡулы ысҡынып киткән һәм 300 метр аҫҡа осҡан.
Маша тәжрибәле турист булған. "Ул альпинизм, ҡаяға үрмәләү, скайранинг менән етди шөғөлләнде, тауҙарҙы бик яратты. Был барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», - ти дуҫтары.
Фото: "Башинформ".