"Ҡәҙерле туғандар!Мин әле Сәйетбабанан Өфөгә ҡайтып керҙем.Иртәгә таңғы 5 -тә һуғышҡа оҙатыла торған егеттәрҙең туғандарын күрҙем. Атайымдың 17 йәшендә һуғышҡа киткәнен, олатайым биргән доға ярҙамында тере ҡалғандарын яҙырға булдым. Атайым һуғышта связист булып, иң беренсе немецтәр тылына улар керә. Днепрҙы йөҙөп сығып, бәйләнеш урынлаштырырға тигән задание булғас, уларҙың взводын билдәренән һалға бәйләйҙәр. Икенсе ярға сыҡҡансы 2 генә кеше тере ҡала:атайым һәм взвод командиры. Атайым доға уҡып бара, Александр исемле взвод командиры ҡабатлап бара.Доғаның көсө тураһында китә торған егеттәргә аңлатырға ярҙам итегеҙ. Атайым ут эсенән бер ниндәй йәрәхәтһеҙ йөрөп ҡайта. Түшендә Әбйәлил олатайым яҙған доға менән".
Гөлнур Барый ҡыҙы Сәфәрғолова.
P.S. Доғаның транскрипцияһы юҡ, яҙыуҙы үҙе менән йөрөтөп алып ҡайтһа, шул еткән.