+22 °С
Ямғыр


Бөгөн, 9 октябрҙә, Ғафури халҡы Украиналағы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Красноусолдың һөлөк кеүек егете Ринат Наил улы Ҡаранаевты һуңғы юлға оҙатты..
Ринатҡа ни бары 20 йәш була. Егет Красноусолдағы 1-се урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ химия-технология колледженда белем ала. 2021 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, һуңынан контракт буйынса ҡала. Мотоуҡсылар полкында отделение командиры вазифаһында хеҙмәт итә.
Сығанаҡ: "Табын" гәзите.