Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
9 Октябрь 2022, 03:50

Был йырҙы Артур Хәсәнов сәхнәлә башҡарырға тейеш булған да бит...

Ә һеҙгә был йыр оҡшанымы? 

Был йырҙы Артур Хәсәнов сәхнәлә башҡарырға тейеш булған да бит...Был йырҙы Артур Хәсәнов сәхнәлә башҡарырға тейеш булған да бит...
Был йырҙы Артур Хәсәнов сәхнәлә башҡарырға тейеш булған да бит...

"Кейек ҡаҙ юлдары". Построение ваҡытында йырлаған егеттең был йыры шунда уҡ йөрәктәргә үтеп инде лә  йәшен тиҙлегендәй тирә-яҡҡа таралды. Халыҡ уның менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡайҙан? Кем? Артур Хәсәнов атлы Илеш егете була ул. "Шәһри Казан" яҙыуынса, билдәле йырсы Филүс Ҡаһиров: “Артурҙың видеоһын күргәс тә, уны эҙләп таптым. Ул минең яҡташым икән, Башҡортстандан. Артур иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандан һуң, был йырҙы концерттарымда дуэт итеп башҡарасаҡбыҙ. Был хаҡта үҙенә әйттем дә", - тине Филүс. Артур Хәсәнов әлеге ваҡытта Пензала. Ә "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын ул үҙе эшләгән  Мәҙәниәт йортоноң миҙгелде асыу концертында йырларға тейеш булған. Тик йырҙы ул сәхнәлә түгел, ә хәрби кейемдә мобилизацияланған егеттәр алдында башҡарҙы. Артурҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! 

Фото: "Шәһри Казан"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас