Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
13 Октября 2022, 05:45

Ғәзизгә ни бары ун һигеҙ ине

Ҡулына агросәнәғәт колледжы дипломын алған егет 28 майҙа хәрби хеҙмәткә алына...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәзизгә ни бары ун һигеҙ инеҒәзизгә ни бары ун һигеҙ ине
Ғәзизгә ни бары ун һигеҙ ине

Украиналағы махсус хәрби операцияла Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан 18 йәшлек Ғәзиз Мөхәмәҙиев һәләк булған. Ғәзизгә 10 мартта 18 йәш тула. Ҡулына агросәнәғәт колледжы дипломын алған егет 28 майҙа хәрби хеҙмәткә алына, ә август аҙағында 2 йылға контракт төҙөй. Ҡайғылы хәбәр менән социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уртаҡлашты:

– Бөгөн бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил беҙҙең менән бергә ҡайғыра – беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы Мөхәмәҙиев Ғәзиз Рәғип улын һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Беҙҙең хәтерҙә ул Ватаныбыҙ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалып, ғүмерен илдең азатлығы, яҡты ҡиләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.

Уның ваҡытһыҙ үлеме беҙҙең йөрәктәрҙе әрнетә, күңелдәрҙе борсоуға һала. Илебеҙҙең азатлығы өсөн, ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итеп баш һалған яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек, күңел ныҡлығы теләйбеҙ.

Хөрмәтле ил һаҡсыһы – Ғәзиз Рәғип улы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Башҡортостаным/ яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас