Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
15 Октябрь 2022, 13:40

Гуманитар ярҙам Ҡырымға юлланды

Әйткәндәй, гуманитар ярҙам араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Йөрәк йылыһы» акцияһы барышында йыйылған әйберҙәрҙең дә бер өлөшө бар. Барлыҡ әйберҙәр һәм кәрәк-яраҡтар Севастополь ҡалаһының Н.И.Пирогов исемендәге 1472-се Хәрби-диңгеҙ ҡыҙыл байраҡ госпиталенә тапшырыласаҡ.

Гуманитар ярҙам Ҡырымға юлландыГуманитар ярҙам Ҡырымға юлланды
Гуманитар ярҙам Ҡырымға юлланды

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә торған делегация гуманитар йөк менән Ҡырымға, Симферополь һәм Севастополь ҡалалары госпиталдәрендә ятҡан яҡташтарыбыҙ янына юлланды. Гуманитар ярҙам көндәлек кәрәк-яраҡтарҙан, республика халҡы йыған кейем-һалымдан, күстәнәстәрҙән тора.
- Башҡорт халҡы һәр саҡ, ил иңенә ятҡан ауыр осорҙарҙа берҙәмлек өлгөһө булды. Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс тормошобоҙҙо яҡлаған ватандаштарыбыҙ кеүек, беҙ әле лә берҙәм, маҡсатлы, – ти делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Әйткәндәй, гуманитар ярҙам араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Йөрәк йылыһы» акцияһы барышында йыйылған әйберҙәрҙең дә бер өлөшө бар. Барлыҡ әйберҙәр һәм кәрәк-яраҡтар Севастополь ҡалаһының Н.И.Пирогов исемендәге 1472-се Хәрби-диңгеҙ ҡыҙыл байраҡ госпиталенә тапшырыласаҡ.

“Йөрәк йылыһы” акцияһы сиктәрендә яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам Әбйәлил, Тәтешле, Дүртөйлө, Яңауыл райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм республиканың башҡа әүҙемселәре ҡатнашлығында йыйылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы менән бергә республиканың сәнғәт эшмәкәрҙәре лә яугирҙәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтергә юлланды. Һүҙ музыкант, автор-башҡарыусы, «Без башҡортлар» хәрәкәте ағзаһы Филүс Беркет, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солисы, ҡурайсы Динар Абдуллин һәм блогер, йырсы Ильяс Батыргәрәев тураһында бара.

– Гуманитар ярҙам ғына тапшырып ҡына ҡалмаясаҡбыҙ, Симферополь һәм Севастополь госпиталдәрендә һалдаттарыбыҙҙың рухын да күтәрергә барабыҙ. Классик репертуар, шулай уҡ “Салауат батыр”, “Ҡаруанһарай”, “Төньяҡ амурҙары” кеүек әҫәрҙәр, башҡа башҡарыусыларҙың йырҙары менән дә сығыш яһаясаҡбыҙ. Һис шикһеҙ, беҙ тыныс тормошто һаҡлау кеүек изге эштә берҙәмлек күрһәтергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Филүс Беркет.

Башҡортостандан һалдаттарға йөҙләгән куртка, йөҙәрләгән рюкзак, «Медтехника» компанияһынан кәрәк-яраҡтар һалынған пакеттар, сәй, печенье һәм башҡа әйбеерҙәр ебәрелде. Яугирҙарға бүләккә республика халҡы йөн ойоҡбаштар, термокейем, бирсәткәләр, бейәләйҙәр һәм хаттар тапшырған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Йөрәк йылыһы” акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итә, яугирҙарға әйберҙәрҙе Революция урамы, 43 адресы буйынса килтерергә мөмкин.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас