Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
15 Октябрь 2022, 06:00

Рәхмәт әйтеп ҡалдылар

Луганск Халыҡ Республикаһының Петровск ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпте төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан Ғафури егеттәре Радик Ҡорманов, Рәмил Кинйәбаев, Айҙар Рафиҡов, Фәнзил Хәбибуллин һәм Владимир Антоновҡа Өфө ҡалаһы округының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Рәхмәт әйтеп ҡалдыларРәхмәт әйтеп ҡалдылар
Рәхмәт әйтеп ҡалдылар

Төрлөһө төрлө өлкәлә эшләһәләр ҙә туғандаш республикаға ярҙам кәрәк саҡта берҙәй булып эшкә барырға теләк белдергән улар.
- Бер көн эсендә хәл итеп, документтарҙы тултырҙыҡ та алыҫ юлға ҡуҙғалдыҡ, - тип эш сәфәрҙәре тураһында Рәмил Кинйәбаев һөйләне. - Райондан Өфөгә хакимиәттең машинаһы илтеп ҡуйҙы, алып ҡайтты. Өфөнән Луганск Халыҡ Республикаһына 150-ләп кеше барҙыҡ. Беҙҙән һуң да республиканан эшкә килеүселәр булды. Ике ҡатлы мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләп өлгөртөү өсөн ике сменала эш барҙы. Беҙ кластарҙың, коридорҙың стеналарын гипслы ҡатырға менән тигеҙләнек. Мәктәптең һәр мөйөшөндә, шулай уҡ биләмәһендә эш ҡайнап торҙо. Бар төҙөлөш материалдары менән республика өҙөклөкһөҙ тәьмин итте. 1 сентябргә мәктәп бик күркәм, матур төҫ алды. Беҙ ҡайтырға ҡуҙғалғанда урындағы халыҡ, ата-әсәләр, уҡыусылар: “Беҙҙе мәктәпле итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!” – тип оҙатып ҡалдылар. Тырышлығыбыҙҙы баһалап, рәхмәтле булып ҡалыуҙары беҙгә ҙур ҡыуаныс булды.
Яңы уҡыу йылы алдынан балаларға ҙур бүләк эшләп, мәктәпте сафҡа индереүҙә ярҙам күрһәткән ир-егеттәргә “Афарин!” тиергә генә ҡала.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите. 

 

Автор:
Читайте нас