+22 °С
Ямғыр


Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге мөдире Динара Раил ҡыҙы Нотфуллина "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы" тигән билдә менән бүләкләнде. Был хаҡта Динара Раил ҡыҙының ағаһы, шағир Рәшит Зәйнуллин үҙенең сәхифәһендә яҙа. "Һеңлемде "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы" исеме тапшырылыу менән ихлас ҡотлайым! Һәр ваҡыт шулай, дарыуҙар менән генә түгел, ә яҡты йөҙөң, йылы һүҙҙәрең менән кешеләрҙе дауала, һеңлем! Ә уларҙың рәхмәттәре һинең үҙеңде ҡурсалаһын һәм яңынан-яңы изгелектәргә дәртләндерһен!" - тигән.
Динара - Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы.