Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Хәүефһеҙлек
24 Октября 2022, 14:45

Өс балалы атайҙар ошо көндәрҙә ҡайтарыласаҡ

Шул уҡ мәлдә Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә өйҙәренә ҡайтарылғандар урынына саҡырыласаҡ ир-егеттәрҙең исемлеген әҙерләргә ҡушты.

Өс балалы атайҙар ошо көндәрҙә  ҡайтарыласаҡӨс балалы атайҙар ошо көндәрҙә  ҡайтарыласаҡ
Өс балалы атайҙар ошо көндәрҙә ҡайтарыласаҡ

Мобилизацияға эләккән өс балалы атайҙар ошо көндәрҙә хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыласаҡ. Быны Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ҡушты.

«Әйҙәгеҙ, хәрби уҡытыу урындарындағы 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған атайҙарҙы ҡайтарайыҡ. Миңә хәбәр итеүҙәренсә, был 200-ҙән артыҡ кеше. Был ғәҙел буласаҡ», - тине төбәк етәксеһе.

Шул уҡ мәлдә Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә өйҙәренә ҡайтарылғандар урынына саҡырыласаҡ ир-егеттәрҙең исемлеген әҙерләргә ҡушты.
«Беҙгә мобилизация планын үтәр өсөн был кешеләрҙе икенселәре менән алмаштырырға кәрәк. Аңлау өсөн шуны әйтәм, беҙ республикала булған мобилизация резервының бәләкәй процентын саҡырабыҙ. Зинһар быны эшләгеҙ», - тине ул.

"Башинформ"

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас