

Украинала махсус хәрби операция башланғандан алып Луганск һәм Донецк Халыҡ Демократик республикалары биәләмәһендәге дауалау учреждениеларында бер меңдән ашыу табип һәм шәфҡәт туташы эшләй. Әле лә яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү, яраланғандарҙы яу яланынан алып сығыу өсөн фельдшерҙар, анестезиолог-реаниматологтар, травматологтар, хәрби хәрәкәттәр зонаһында йәки һәләкәттәр медицинаһы системаһында эш тәжрибәһе булған ортопедтар талап ителә. Күптәр йөрәк ҡушыуы буйынса бурысын үтәү өсөн үҙҙәре теләп махсус хәрби операцияһы зонаһына юллана.
Шундайҙарҙың береһе Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының табип-эндоскопсыһы һәм онкологы, яратҡан эшенең оҫтаһы Нурғәли Бикбулатов. Шул көндәрҙә тәжрибәле табипты тантаналы рәүештә оҙаттылар. Нурғәли Йыһанур улы Пенза ҡалаһынан медицина батальоны составында яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарасаҡ. Табиптың тынғыһыҙ эшендә уңыштар юлдаш булһын. Уның иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Сығанаҡ: "Йүрүҙән".