+22 °С
Ямғыр


Яҡын арала республикала депутаттар хужаһыҙ ҡалған йорт хайуандары һанын көйләү тураһындағы законды үҙгәртергә ниәтләй.
Ғалимдар әйтеүенсә, берәҙәк эттәр ҡайһы бер һөтимәрҙәрҙең һәм ҡоштарҙың юҡҡа сығыуына сәбәпсе булған. Иреккә сыҡҡан эттәр ҡырағайлаша һәм әүҙем рәүештә аҙыҡ эҙләй башлай. Шуныһы сәйер - бығаса әллә күпме кешегә ташланыуы, сабыйҙарҙың ғүмерен ҡыйыуы иҫәпкә алынмаймы икән?!
Хәҙерге саралар — аулау, стерилләштереү һәм иреккә ебәреү — һөҙөмтә бирмәй.