Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
15 Ноября 2022, 04:50

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

Йәшерен-батырын түгел, бөгөн үҫмер армияға бик атлығып тормай. 18 йәшкә етәрәк ҡайһы бер егеттәр “армияға барырғамы-юҡмы?” тип уйлана башлай, хатта ныҡ борсола. Бының сәбәптәре ниҙә?

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөБөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө
Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

 

Үҫмер әрме хеҙмәтенә атлығып торһон.

Мөслим мәктәпте этеп-төртөп тигәндәй саҡ тамамланы, уны ла яҡын кешеһенең ярҙамы менән. Әсә кеше балаһын төрлө спорт секцияларына йөрөтөр, дәрес әҙерләтер, уның менән бергә тәбиғәткә сығыр урынға “ниңә малайыма икеле йәки өслө сәпәнегеҙ?” тип йыш ҡына мөғәллимдәргә “һөжүм итте”. “Атай һүҙе ҡайҙа һуң?” тип аптырарһығыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғаиләлә бөтә осраҡта ла “һауа торошон” әсәй билдәләй ине шул.

Иларғамы, көлөргәме?

Мәктәп директоры урынба­ҫарының “Улығыҙ отҡор, хатта сәмсел кеүек сифаттары ла бар, өйҙә өҫтәмә шөғөлләнергә кәрәк” тигән кәңәшенә лә ҡолаҡ һалманы Сәғиҙә. “Бишле” билдәһен һорап түгел, ә яуап биреп алалар” тигәнде ул ошо йәшенә етеп һаман да аңламаны. Хатта ки хәл шуға барып етте, әсәһе, төрлө һылтауҙар табып, улын физкультура дәре­сенән бушатты.

Ә Мөслим ялҡау, эшһөймәҫ, ҡурҡаҡ, ҡыҫҡаһы, өлкәндәрҙең ышығына йәшенеүсән булып буй еткерҙе. Шулай итеп, егет йәшен­дәгеләргә армияға барырға ла ваҡыт етте. Хәйер, уның тиҫтерҙәре бер-бер артлы ил һаҡларға юлланғанда, ул быҙау шикелле әсәһенә эйәреп, һаман да поликлиника юлын тапаны. “Башым ауырта” тип ила, кем һине ҡапылдан ҡарап торһон, бер нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡһаң, армияға бармаясаҡһың”, – тип аҡыл өйрәтте Сәғиҙә. Ысынлап та, Мөслим дауаханала дауаланды һәм, медицина кенәгәһендә табиптарҙың яҙыуы булғас, армиянан ҡотолдо. Ә инде “аҡ билет” алғанда, улынан бигерәк әсәһенең һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Сәғиҙә ханым ошондай хәйләле юлдар аша улын армияға ебәрмәй алып ҡалды.

Йәшерен-батырын түгел, бөгөн үҫмер армияға бик атлығып тормай. 18 йәшкә етәрәк ҡайһы бер егеттәр “армияға барырғамы-юҡмы?” тип уйлана башлай, хатта ныҡ борсола. Бының сәбәптәре ниҙә?

– Үҫмерлек осоронда уҡ унау­ҙың өсәүһе “бүтәндәрҙе алһындар, тик мине түгел”, “бай балалары хеҙмәт итмәгәс, мин дә бармайым” тигән кире фекерҙе күңеленә ныҡлап һалып ҡуя, – тип аңлатма бирә психологтар. – Өҫтәүенә, яҡындары ла уны даими ҡеүәтләһә, ваҡиғаның нимә менән тамамланырын күҙаллауы һис тә ауыр түгел. Атай-әсәйҙәрҙең үтә лә хәстәрлекле булыуы аптырата ла, уйландыра ла. Өлкәндәр үҙҙәренә үҙҙәре ҡәбер ҡаҙа, бына ошоно аңлап етмәйҙәр. Улы бөгөн Ватанды һаҡлауҙан баш тарта, ә иртәгә инде ҡул күтәреүсенән ата-әсәһен ҡурсаламаясаҡ, артабан ғаиләһен яҡламаясаҡ. Бына ниндәй быуын үҫә!

Үҫмерҙәр психологы Вәсилә Хәтмуллинаның һүҙҙәренә ҡара­ғанда, ҡайһы бер ата-әсәләр, бигерәк тә әсәйҙәр, малайҙарына иркенлек биреүгә ҡарағанда, уларҙы артыҡ әпәүләй. Күп нимәне уның алдынан алып эшләй, шуның арҡаһында баланың үҙ фекере булмай, баҙнатһыҙ, етмәһә, ҡыйыу­лыҡ, лидерлыҡ кеүек сифаттар унда аҡһай. Ябай ғына миҫал. Велосипедсы малайҙың тәгәрмә­сенең тыны бушаған, иң беренсе мәсьә­ләнең айышына төшөнөү урынына, ул уны атаһына килтереп тот­торған. Киләсәктә был баланан ни көтөргә?!

Өс улы ла – һалдат

Илебеҙҙә был тәңгәлдә хәл-торош шулай насармы? Шуныһы ғорурлыҡ тойғоһо уята: Рәсәй армияһының абруйы йылдан-йыл үҫә, хеҙмәт итеү шарттары ла яҡшыра. Хәҙер хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында уҡ үҫмерҙең әрмегә ҡайҙа барырға теләге иҫәпкә алына. Хәйер, элек тә ниндәй ғәскәргә эләгерең алдан билдәле ине. Ирекһеҙҙән Ейәнсура районы хәрби комиссары майор Таиров менән булған һөйләшеү хәтергә төштө.


– Һеҙҙе уҡсылар ғәскәренә яҙҙылар, улай ғына ла түгел, сержант мәктәбендә уҡыясаҡһығыҙ, – тине военком. – Архангельск өлкә­һенә юлланасаҡһығыҙ. Атай-әсәйегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫһегеҙ, тип ышанам, уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем!

Элекке шикелле хәҙер ҙә йылына ике тапҡыр егеттәрҙе армияға оҙатыу ойошторола. Яҙғы саҡыры­лышта ла (апрель – июль айҙа­рында), көҙгө саҡырылышта ла (октябрь – декабрь) планды арттырып үтәйбеҙ. Был тәңгәлдә Башҡортостан илебеҙҙә алдынғы­лар исемлегендә.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 18 – 27 йәшлектәр өсөн армияға барыу мотлаҡ һанала. Ер шарына, тотош илебеҙгә ниндәй генә афәт ябы­рылмаһын, һалдатҡа барыу туҡ­тамаған да, тыйылмаған да.

Йылдан-йыл сыныҡҡан һәм ҡарағай ише көслө егеттәрҙең армияға алыныуына ҡыуанысын йәшермәгән Башҡортостан хәрби комиссары Михаил Блажевич та был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләй.

– Дөйөм алғанда, егеттәрҙе армияға оҙатыу бурысына һәр кем яуаплы ҡарай, был йәһәттән аңлашылмаусанлыҡ юҡ, – ти полковник. – Коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн бөтә санитар-гигиена талаптары ла үтәлде. Һауа судноларында, поезда, автобуста һәр төрлө дезинфекциялар үткәрелде. Хеҙмәт итеү урынына юлланыр алдынан буласаҡ һал­даттар коронавирус инфекцияһын йоҡтороу-йоҡтормау­ға бәйле тест бирә. Тәүҙә – һәр береһе үҙҙәренә беркетелгән поликлиникала, аҙаҡтан Республика йыйылыу пунктында тест тапшыра.

Әрме хеҙмәте срогын саманан тыш ҡыҫҡарттылар. 12 ай нимә инде?! Дуҫым әйтмешләй, һалдат итеген кейеп тә өлгөрмәйҙәр, шунда уҡ уны сисергә лә ваҡыт етә. Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, йылдар уҙған һайын, ике йыллыҡ әрме тормошо йышыраҡ иҫкә төшә, ундағы ваҡиғалар ҡуйыраҡ төҫ ала барғандай тойола. Ике ай тирәһе мажараларға бик бай йәш һалдат курсын лайыҡлы үтеү, генерал һынлы генералдар менән бергә ҡайнаған, уларҙан дәрес алған дүрт айлыҡ сержант мәктәбендә уҡыу, унан инде йыл ярымға һуҙылған ғәскәри частағы оно­толмаҫ көндәр – береһе лә хәтерҙән юйылмай. Шул хәтлем тиҙ уҙҙы ла китте тиһәм, ҡайһы берәүҙәр ғәжәпкә ҡала. Әллә күпме айырылмаҫ дуҫтар таптым, бөгөн дә рус, белорус, украин, тажик, үзбәк, ҡаҙаҡ, латыш, ингуш, яҡут һәм башҡалар менән аралашыу дауам итә. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербург урамдарынан (ул саҡта Ленинград ине) ҡасан атлар инем әле?! Бынан тыш, ике ятып бер төшкә инмәгән үҙенсәлекле тәбиғәтле Архангельск өлкәһен арҡырыға-буйға киҫеү, “аҡ төн”дәрҙе күреү бәхете тейер инеме?! Ә инде яурында ысын мылтыҡ йөрөтөү – ҡайһылай ғорурлыҡ! Иң мөһиме, ике йыл ваҡытымды Ватанымды һаҡлауға арнаным, тип ауыҙ тултырып әйтә алам.

– Улдарың үҫеп килә, – тип ҡылын тартып ҡараным күршем менән бер осрашҡанда. – Әйт­кәндәй, һин армияла ҡайҙа хеҙмәт иттең әле?

– Магадан өлкәһендә, ундағы тәбиғәттең хозурлығы... – тип һөйләй башланы ул. – Ярты Рәсәйҙе тиерлек гиҙҙем. Малай­ҙарыма ла әрме хеҙмәте бурысын үтәргә кәңәш бирәм. Кирза итек кеймәгән егеттән нимә өмөт итергә, тип сәмләндерәм.

Ысынлап та, уның өс улы ла 18-е тулыу менән илде һаҡларға китте. Атайҙарының ауыҙынан бер ҡасан да “балаларҙы әрменән алып ҡалырға кәрәк ине” тигәнде ишетмәнем. Үҙе лә әрме һурпаһын эскән, малайҙарының да һалдат бутҡаһын ашауын теләне. Бөгөн уларҙың барыһы ла ғаиләле, үҙаллы бынамын тигән донъя көтә.

Күркәм йолалар

Армиянан уттан ҡурҡҡан шикелле шөрләгән ҡуян йөрәклеләрҙе нисек аңларға? Статистика күр­һәтеүенсә, “бабайлыҡ” төшөнсәһе күптәрҙе өркөтә. Ә ул беҙҙең осорҙа булманымы ни? Утты-һыуҙы ла кистек, беҙҙән ысын ирҙәрҙе тәрбиәләнеләр, эске ныҡлыҡты үҫтерҙек.

Үҫмергә һалдатта булыу нимә бирә? Ҡайһы берәүҙәр улының әсәһенең йылы ҡуйынынан айы­рылыуҙы рингка тәүге тапҡыр сыҡҡан боксер менән сағыштыра. Һин – яңғыҙың, яҡлаусы ла, ҡур­салаусы ла юҡ, тик үҙеңә генә ышанырға кәрәк, ошо тойғо күп­тәрҙә тиерлек йортоноң ҡапҡаһы аша сыҡҡанда уҡ күҙәтеләлер. Күмәк кеше араһында үҙеңде тоторға өйрәтә, һәр йәһәттән дә сыныҡтыра, юғалып ҡалмау сифатын үҫтерә. Юҡҡа ғына армияла булыуҙы тормош мәктәбе менән сағыштырмайҙар. Әрме хеҙмә­тенең тәртипкә, теүәллеккә өйрә­теүен әйтеү артыҡ. Тәғәйен ваҡытта йоҡонан уянаһың, шунса сәғәттә ашайһың һәм бүтәндәр. Буш сәғәттәреңде оҫта файҙаланырға, ғөмүмән, ваҡытыңды ғәмәлдәргә дөрөҫ бүлә белеүгә күндереү ҙә ул. Ә инде Ватан һаҡсыһы статусын алыуға шатланыусыларҙы осратыу – ҡайһылай ғорурлыҡ!

Үҫмер армияға теләп барһын өсөн ниндәй алымды ҡулланырға? Бөгөн нисектер, белмәйем, ә элек Ватанын һаҡлап ҡайтҡан һалдат кейемендә мотлаҡ мәктәпкә килеп күренеп китеү йолаһы бар ине. 23 февраль яҡынлашыу менән мәктәп күләмендә лә, айырым алғанда, кластарҙа ла төрлө фәһемле саралар уҙғарылды, малайҙар армияға бәйле һүрәттәр төшөрҙө, стена гәзиттәре сығарҙы. Мауыҡ­тырғыс НВП дәресен дә ҡалдыр­маныҡ, мажаралы “Зарница” уйынын оноторлоҡ түгел, физкультура дәресе лә һалдатҡа әҙерләүҙә ҙур роль уйнағандыр. Ә 9 Май байрамын ҡаршыларға нисек етди әҙер­ләндек, һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар ҡайһылай йөкмәткеле үтә торғайны! Былар балаларҙа ил һаҡсылары тәрбиәләүҙең, илһөйәрлек тойғоһо уятыуҙың һәм Ҡораллы Көстәргә ылыҡтырыуҙың бер остоғо ғына.

Балаларҙың төрлөһө осрай. Ғәҙәттә, дәрестә әүҙем ҡатнаш­ҡандар, төрлө сараларҙың урта­һында ҡайнағандар һалдат ҡайы­шы тағырға атлығып тора. Ул бала­ның яҡшы уҡымауы ла мөмкин, әммә унда “илде һаҡларға кәрәк” тигән тойғо ярылып ята. Һүҙ ҙә юҡ, белем усаҡтары егеттәрҙә илһө­йәрлек тойғоһон тәрбиәләй.

Бер ваҡиға иҫкә төштө X класта уҡып йөрөгәндә НВП уҡытыусыһы ялға ҡайтҡан һалдат менән осрашыу ойошторҙо. Камилдың армия тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйлә­үенән һуң кластағы бөтә егеттәр ҙә бөгөндән үк һалдат ҡайышы тағырға әҙер икәнлеген белдерҙе.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас