Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
8 Декабрь 2022, 16:25

Тамерлан Илһамов - почта маркаһында

Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерланға үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелә. Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан һәм хәтер!

Тамерлан Илһамов -  почта маркаһындаТамерлан Илһамов -  почта маркаһында
Тамерлан Илһамов - почта маркаһында

Әбйәлил егете, РӘСӘЙ ГЕРОЙЫ, махсус операцияла ҡатнашыусы Тамерлан Илһамов хәҙер почта маркаһында ла мәңгеләштерелгән. Был хатҡа райондың "Осҡон" гәзите хәбәр итә. "Берҙәм Рәсәй" партияһы башланғысы менән илебеҙҙә 9 декабрҙә билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөнә махсус серия сығарылды. Гвардия зенит ракета батареяһының хәрби расчет командиры, гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған һәм үҫкән. 4 июлдә уның командованиеһы аҫтында хәрби расчет дошмандың һауа разведкаһын алып барып ракетаға ҡаршы һуғышҡа инә, дошмандың 9 ракетаһын тар-мар итә, шул уҡ ваҡытта үҙенең ғәмәлдәре менән утты үҙенә саҡыра. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерланға үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелә. Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан һәм хәтер!

Сығанаҡ: "Осҡон"

Автор:
Читайте нас