

Мансур балалар баҡсаһына ағаһы менән бер төркөмгә йөрөй башланы. Эргәһендә арҡаланыр кешеһе булғас ни, малай ят мөхиткә тиҙ ылыҡты. Тора-бара үҙен бөтөнләй иркен тота башланы. Йә берәйһенең тәтәйен тартып алып илата, йә көсө етһә лә, етмәһә лә үҙенән ҙурыраҡтарға барып йәбешә! Кисен өйгә ҡайтып инеү менән улар кем уҙарҙан тытылдарға тотона.
–Әсәй, мин ҡустымды берәүҙән дә әбижәт иттермәйем.
–Анау Илшат машинаһын тартып алырға уйлағайны, үҙен этеп ебәрҙем.
–Ағайым булғас, миңә эрәхәт, берәүҙән дә ҡурҡмайым, – тип бытылдай бәләкәсе.
Балалар баҡсаһында ғына түгел, бөтә ғүмер буйына яныңда бер кешең кәрәк шул. Йүнлерәк эш табайым тиһәң дә, түрә-ғараларҙың ҡырын-мырын ҡарашынан да. Хатта юҡ ҡына эшеңде ҙур итеп күрһәтергә лә.
Фото: yandex.ru