Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар 2023, 15:00

Илгиз Латипов "Батырлыҡ" орденына лайыҡ булды!

Ғафури районы Сәйетбаба ауылының затлы нәҫелдәренең береһе - Латиповтар ҙа ғорурланырлыҡ ир-егеттәр үҫтерҙе.

Илгиз  Латипов "Батырлыҡ" орденына лайыҡ булды!Илгиз  Латипов "Батырлыҡ" орденына лайыҡ булды!
Илгиз Латипов "Батырлыҡ" орденына лайыҡ булды!

Егет яуҙа һынала, ти халыҡ мәҡәле. Яҡташтарыбыҙ ҡайҙа ла, ҡасан да һынатмай. Ғафури районы Сәйетбаба ауылының затлы нәҫелдәренең береһе - Латиповтар ҙа ғорурланырлыҡ ир-егеттәр үҫтерҙе.
Амур өлкәһендә йәшәгән хәрби яҡташыбыҙ Илгиз Шамил улы Латипов "Батырлыҡ" орденына лайыҡ булды! Батырлыҡ ордены  — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» 442-се Указына ярашлы булдырыла.
Илгиз Шамил улы ике тапҡыр СВО-ға барып ҡайтҡан. Хәләле менән өс ул тәрбиәләйҙәр. Кеселәре аталары СВО-ла саҡта тыуған, уға исемде Илгиздең былтыр йәшләй мәрхүм булған данлыҡлы тренер, көрәшсе Камил Әхтәм улы Латипов хөрмәтенә ҡушҡандар.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас