+22 °С
Ямғыр


Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов Луганск Халыҡ Республикаһында һигеҙ айлыҡ командировканан һуң үҙ вазифаһын башҡара башланы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә уға әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Луганск Халыҡ Республикаһында уға рәхмәтлеләр, яҡшы эшләнегеҙ, рәхмәт», - тине Радий Хәбиров.
Автор:Азат Ғиззәтуллин