Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар 2023, 12:55

Һөнәре – Ватанды һаҡлау

Милләтем башҡорт булғас, командирҙар һорап торманы, Салауат Юлаев тоҡомонанһың, аттар сабышында һин ҡатнашаһың тигән приказ да булды, шулай ике тапҡыр 120 км араға аттар ярышы марафонында ҡатнашырға тура килде.

Һөнәре – Ватанды һаҡлауҺөнәре – Ватанды һаҡлау
Һөнәре – Ватанды һаҡлау

Украина биләмәһендәге махсус операцияла хәрби бурысын ҡаһармандарса үтәгән ауылдашыбыҙ Данил Динир улы Хабибуллин ғаиләһе менән ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға, Яңы йылды әсәһе һәм туғандары менән ҡаршыларға ҡайтты.

Элек-электән халҡыбыҙҙа илдең терәге – ир-егет, ғаилә терәге – атай тип һаналған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡарағандар. Данил Динир улы ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы ир уҙаман: өлкән сержанттың күкрәгендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, кәләше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Яугир егет менән осрашып һөйләшеп ултырып ҙур ҡәнәғәтләнеү һәм ғорурлыҡ кисерҙем. Данил ике тапҡыр Сирия халҡына ярҙам хәрби операцияһында, Украина биләмәһендә беренсе көндән алып 10 ай буйы ялһыҙ хәрби бәрелештә булып үҙенең хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән һалдат.

Данил 1986 йылдың 12 октябрендә Динир һәм Зилә Хабибуллиндарҙың беренсе балары булып донъяға килә. Йәш ғаилә ул саҡта Дәүләкән районының алдынғы совхозында эшләй, Кировский поселогында йәшәргә йорт бирелгәс күсеп киткәйнеләр. 1996 йылда Хабибуллиндәр тыуған ауылдарына ҡайтып колхозда эш башланылар, ә Данил Мораҙым урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 2003 йылда мәктәпте тамамлағас, Мәләүез ҡалаһының ПУ-39-да элетрогазосварщик һөнәренә уҡый, практиканы үҙебеҙҙең колхозда үтә, ә инде йәйен “Урал” ауыл хужалығы кооперативында хеҙмәт юлын башлай. 2005 йылдың 15 майында Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыла, ике йыл Мари республикаһында стратегик ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 2007 йылдың 1 май көндә хәрби бурысын үтәп ауылға ата-әсәһе янына ҡайта.

Бер айға яҡын ауылда ҡәҙерлеләре янында булғанда, барыһында уйлап, Данил етди ҡарарға килә – хәрби хеҙмәт. «Контракт төҙөү минең аңлы аҙымым. Тормоштоң төрлө сағын татып, сынығып ауылда эшләп үҫтек бит. Ҡартатайым менән көтөү ҙә көттөм, атайым янында тракторҙа ла ултырып эшләнем, өйҙәге эштәрҙе, туғандарымды ҡарашыуҙы әйтеп тораһы түгел. Иптәштәрем Себергә эшкә саҡырҙылар, тик унда күңелем тартманы. 2007 йылдың 16 июль көндө Ауырғазы районының военкоматында контракт төҙөп, Свердлов өлкәһенең Асбест ҡалаһы эргәһендәге 12-се спецназ бригадаһы составында төҙөлгән разведка батальонында яңынан хәрби хеҙмәт юлы башланды. Унан һуң Төнъяҡ Осетияла Үҙәк разведчиктәр әҙерләү полигонында 4 ай хәрби әҙерлек үттек, ә инде 2017 йылдың декабрынан бөгөнгө көнгә тиклем Ҡәрасәй-Черкес Республикаһының N. ҡасабаһында хәрби хеҙмәтем бара. Әйтергә кәрәк, был махсус операцияға тиклем хәрби хеҙмәтем бик уңышлы булды. Санкт Петербург ҡалаһында махсус отрядта снайпер һөнәрен үҙләштерҙем, йылда хәрбиҙәр араһында илебеҙ һәм бөтә донья ярыштарында ҡатнашырға тура килде. Милләтем башҡорт булғас, командирҙар һорап торманы, Салауат Юлаев тоҡомонанһың, аттар сабышында һин ҡатнашаһың тигән приказ да булды, шулай ике тапҡыр 120 км араға аттар ярышы марафонында ҡатнашырға тура килде. Был ярыш ике көн бара, беренсе көн 100 километр үтәһең, ә иртәгәһен ҡалған егермеһен. 2020 йылда халыҡ-ара илдәрҙең хәрби-һыбайлылары араһында 3-сө урын, ә 2021 йылда бөтә Рәсәй хәрби-һыбайлылары араһында 2-се урынды алдым. 2020 йылда Көньяҡ хәрби округ буйынса атыу ярышында 1-се урынды алыуға ирештем. Шулай уҡ 2010 йылда Һиндостанда, 2015 йылда Италияла, 2018 йылда Пакистанда үткән берлектәге хәрби учениеларҙа ҡатнашырға тура килде. Минең хеҙмәт иткән отряд – “Тау”сы исемендә йөрөтә, шуға ла альпинизм беҙҙең мәжбүри спорт төрө. Әлегә мин менгән иң бейек үр 5642 метр, был Эльбурс тауының пигы».

2016-2017 йылдар Данил Хабибуллин ике тапҡыр Сирияла булып хәрби операцияла ҡатнаша. Унда күрһәткән шәхси ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

23 февраль көндө Данил хеҙмәт иткән махсус бригада приказ алып эшелонға тейәнәләр һәм 26 февраль Украина биләмәһендә махсус операцияла хәрби бурыстарын үтәй башлайҙар. Махсус бригада башҡа төр ғәскәрҙәр менән берлектә беренсе украин милләтселәренә ҡаршы бәрелештәрҙе уңышлы алып бара. Херсон ҡалаһын азат итәләр. "Николаев ҡалаһының эргәһенә үк килеп еттек, - тип һөйләп алды махсус операция тураһында Данил. - Ошо ваҡытта һиҙелә башланы инде, ғәскәребеҙҙең етешмәүе, боеприпастар менән өҙөклөктәр тыуыуы". Ауылдарҙа, ҡасабаларҙа һеҙҙе нисек ҡаршы алалар ине тигән һорауға: ”Күптәрҙең 2014 йылдан бирле көтәбеҙ бит тип шатланыусылар ҙа, шулай уҡ ниңә килдегеҙ, тыныс ҡына йәшәй инек, тип әйтеүселәр ҙә осраны. Иң аптырағыным һәм уларҙың ысын фашистар икәнен аңланым, йыраҡтан үҙҙәренең ауылдарын, район үҙәктәрен, үҙ халҡын минометтар менән ҡыйратыуҙарына. Күҙ алдына һаман ике йәш ҡыҙҙың мина ярсыҡтарынан һәләк булыуы, йәш кенә бер ҡыҙ баланың ҡаты яраланыуы. Уға тиҙ генә беренсе ярҙам күрһәтеп медчастҡа ебәрҙек, бына ошондай хәлдәр бик күп,” – тип яуапланы Данил.
– Ә бына Херсон ҡалаһын бер һуғышһыҙ ҡалдырҙығыҙ, был дөрөҫ булдымы?
– Эйе, беҙгә Днепрҙың һул ярына ҡала халҡын, шулай уҡ үҙебеҙҙең хәрбиҙәрҙе лә бәлә-ҡазаһыҙ сығарыу бурысы йөкмәтелде.Ҡаланы ҡалдырыу ауыр хәл булһала, командующийҙың был ҡарары дөрөҫтөр тип уйлайбыҙ, йылға аша боеприпастар менән тәьмин итеп өлгөрөп булмаҫ ине. Бик күп яугирҙәребеҙҙең ғүмерҙәре һаҡланып ҡалды”.
– Данил, һеҙҙең отделениелә, йәғни дуҫтарыңды юғалтыу булдымы?
– Тфьү, тфьү, тфьү, АллаТәғәләгә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең махсус отрядта 10 кешебеҙ ( ике офицер, механик һәм наводчик МТЛБ), барыбыҙҙа иҫән-һаубыҙ, бер нисә еңелсә яраланыу ғына.
Эйе, ҙур шатлыҡ, махсус отрядта, яуаплы яуҙарҙың уртаһында булған егеттәрҙең иҫән-һау һуғышыуҙарына. Был, әлбиттә, еңел бирелмәгән, йылдар буйы үткән хәрби әҙерлектең һөҙөмтәләре. Позывной “Ахиллес” беҙҙең Данилдың, хәрби кейеменең шевроны өҫтөндә Башҡортостан флагы эмблемаһы матур булып күренеп тора. "Мине яҡташтарым йыраҡтан уҡ флагыбыҙҙы күреп, ихлас килеп күрешәләр, бер беребеҙ менән Башҡортостан, районыбыҙ тураһында һөйләшеп күңелдәребеҙҙе күтәрәбеҙ", - тип аңлатып алды Данил.

Бына ун айҙан һуң, егеттәргә ҡыҫҡа ваҡытлы ял биргәндәр. Данил ғаиләһен алып тиҙерәк әсәһе, туғандары янына юл алған. Махсус операциялағы күрһәткән батырлыҡтары өсөн өлкән сержант, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры, тағы ла юғары хәрби наградаға тәҡдим ителгән.

Көтөп, шатланып, ғорурланып ҡаршы алды алты бала әсәһе Зилә Рифҡәт ҡыҙы берҙән бер улын, уның менән бергә иң ҡәҙерлеләрен, ейәне Даниэлды, ейәнсәрҙәре Камила һәм Әлисәне һәм киленен-серҙәшен Эльвина Камил ҡыҙын. Күңеле тыныс бөгөн Зилә Рифҡәт ҡыҙының, иң бәхетлеләрҙең береһе ул, һәр ваҡыт улынан һөйөнөслө хәбәрҙәр генә ишетеп торорға яҙһын.

Ил һағына баҫҡан егеттәребеҙҙең ауылдаштары, ата-әсәләре, яҡындары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй иҫән-һау Еңеү менән ҡайтырына ышанабыҙ.

Осрашҡанға тиклем, Данил!

Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ.

Фото: Ауыл йәме кешеләр.

Автор:
Читайте нас