

Бөгөн Красноусол ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Вилдан Әйүп улы Шәриповҡа 100 йәш тулды.
Ошо уңайҙан муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙға Рәсәй Президенты В.Путиндың һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Хәбировтың Ҡотлау хаттарын, шулай уҡ муниципаль район хакимиәтенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
-Туҡһанды туҡмап, йөҙгә йөҙөп килеп инергә яҙһын, - тиҙәр бит. Бына, Аллаға шөкөр, бөгөн беҙ Һеҙҙең йөҙ йәшлек юбилейығыҙға килдек. Иҫәнлек-һаулыҡ биреп, артабан да балаларығыҙҙың матур ихтирам-хөрмәтендә ғүмер итергә яҙһын, - тине Фәнзил Фәйез улы.
Ғүмере буйы тормош уртаһында ҡайнап йәшәгән, район һәм республика гәзиттәрендә төрлө темаларға мәҡәләләр яҙған ил уҙаманы донъя хәлдәре, райондағы иҫән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының тормошо менән ҡыҙыҡһынды.
Сығанаҡ: "Табын" гәзитенән.