Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ғинуар 2023, 13:05

Тәтешлелә Фәнис Хөсәйеновты оҙаталар

Унда ҡатнашыу өсөн  Тәтешле районы үҙәгенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми кешеләр килде.

Тәтешлелә Фәнис Хөсәйеновты оҙаталар
Тәтешлелә Фәнис Хөсәйеновты оҙаталар

Тәтешлелә Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙаталар.  Унда ҡатнашыу өсөн  Тәтешле районы үҙәгенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми кешеләр килде.

- Фәнис Хөсәйенов тәүгеләрҙән булып үҙе  ҙур теләк менән хәрби операцияға китте, - тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров. - Ул батырҙаса, ҡыйыу көрәште, яраланды, күптән түгел сафҡа баҫты һәм ауыр алыштарҙа геройҙарса башын һалды. Хөрмәтле Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы, яугирҙең олатаһы  Миңлемәғҙән Муса улы! Һеҙ лайыҡлы ул һәм ейән тәрбиәләгәнһегеҙ. Ышаныслы  һүҙ бирәм: беҙ уны йөрәктәребеҙҙә һаҡлаясаҡбыҙ, бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Был  беҙҙең үҫеп килеүсе быуынға бик кәрәк. Уның тормош юлы ҡатмарлы, бик ҡатмарлы булды. Әммә ул Герой булып ҡалды.

Тәтешле районы хакимиәтенән батыр яугирҙең исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, батыр!

Гөлшат Вәлиева фотолары. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: