Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ғинуар 2023, 15:20

"Мине бер төн өйҙә йоҡлатып ерләрһегеҙ”

Һуңғы тапҡыр ул “наҙлы бишеге”нә ноябрь айында, Әсәләр байрамы алдынан ҡайтҡан.

"Мине бер төн өйҙә йоҡлатып ерләрһегеҙ”
"Мине бер төн өйҙә йоҡлатып ерләрһегеҙ”

Һуңғы тапҡыр ул “наҙлы бишеге”нә ноябрь айында, Әсәләр байрамы алдынан ҡайтҡан. Күңеле һиҙгәндәй: “Улай-былай үҙ аяғымда ҡайтып кермәһәм, мине бер төн өйҙә йоҡлатып ерләрһегеҙ”, - тигән.

 Һуңғы ҡайтыуында Фәнис биләмә башлығына, ауылдаштарына: “Иҫән-имен ҡайтһам, юлдарҙы ремонтларбыҙ, ауылды гөл итербеҙ!” – тип киләсәккә матур хыялдары, пландары менән уртаҡлашҡан.

- Егеттең был хыялдары күктә аҫылынып ҡалмаҫ, уның һүҙҙәрен ысынбарлыҡҡа ашырырға тырышырбыҙ. Исемен йөрәк түрендә ҡәҙерләп һаҡларбыҙ! – тип белдерҙе ҡайпандар матәм сараһында.

 Фәнис Хөсәйеновты уҡытҡан уҡытыусылар, класс етәкселәре егеттең һәр саҡ шаян, шуҡ булыуын, ихлас аралашырға яратыуын, еңел атлетика буйынса спорт ярыштарында гел беренселек алыуын иҫкә алып үтте.

 Үрге Тәтешлелә, аҙаҡ Яңы Ҡайпан ауылында уҙған матәм сараһына килгән халыҡ һис кенә таралышырға ашыҡманы.

 Ябай ауыл малайы, республика башлығы Радий Хәбиров указы менән генерал Шайморатов орденына лайыҡ булған аҫыл егетебеҙ, ҡурҡыу белмәҫ батырыбыҙ Фәнис Хөсәйенов бар республика халҡын берләштерҙе. Уны оҙатырға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән апайҙар-ағайҙар, утты-һыуҙы кискән яугирҙар, ил һаҡсылары, баш ҡаланан билдәле шәхестәр килде.

 Ил батыры менән хушлашырға килгән республика башлығы яңыраҡ ҡына Украина ерлегендә һәләк булған Ринат Гәрәевтың әсәһенең хәлен белешеп китергә лә онотманы.

 Һис шикһеҙ, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө яҡташтарым батырҙарын онотмаҫ, исемдәрен данға төрөр...  

 

Гөлшат СӘЙЕТБАТТАЛОВА.    

Автор:
Читайте нас: