Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2023, 21:10

Өфөлә ике улын һәм үҙен үлтергән ир тураһында нимәләр билдәле

Һуңғы ваҡытта ир төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән һәм эштә проблемалары булған, тигән фараз бар.

Өфөлә ике улын һәм үҙен үлтергән ир тураһында нимәләр билдәле
Өфөлә ике улын һәм үҙен үлтергән ир тураһында нимәләр билдәле

Бөгөн иртән Өфө ҡанлы фажиғә булған. «Башинформ» хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, өс бала атаһы әлегә билдәһеҙ сәбәптәр буйынса 7 һәм 13 йәшлек улдарын үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, 41 йәшлек ир «Нефтеавтоматика» компанияһында инженер булып эшләгән. Психиатрҙа иҫәптә тормаған. 33 йәшлек ҡатыны менән өс бала: 7 һәм 13 йәшлек ике ул, 10 йәшлек ҡыҙ тәрбиәләгән. Енәйәт ҡылынған иртәлә айныҡ булған. Ир ҡатынының муйынына йәбешкән дә быуа башлаған, ул ҡыҙы менән фатирҙан йүгереп сыҡҡан һәм күршеләренән ярҙам һораған. Ошо мәлдә уның ире ишекте эстән бикләп ҡуйған һәм ике улының да ғүмерен ҡыйған, аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Һуңғы ваҡытта ир төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән һәм эштә проблемалары булған, тигән фараз бар.

Мәғлүмәт агентлығына «Нефтеавтоматика»ның үҙәк офисында ирҙең уларҙа эшләгәнен раҫланылар.

«Эйе, бындай хеҙмәткәр эшләне, ләкин бер ниндәй ҙә комментарий бирмәйбеҙ, әлегә тикшереү бара», — тинеләр предприятиела.

Ғаилә ыңғай яҡтан баһалана, иҫәптә тормаған. Күршеләре лә «Честно говоря» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә быны раҫланы.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: