Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Февраль 2023, 17:55

Актер өйөндә марихуана үҫтергән

Һорау алыу ваҡытында ғәйепләнеүсе марихуананы үҫтереүен таныған. Уның өйөнән 2,5 килограмм самаһы марихуана тартып алынған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Актер  өйөндә марихуана үҫтергән
Актер өйөндә марихуана үҫтергән

Өфөлә полиция күпләп наркотиктар һаҡлау факты буйынса енәйәт эше асҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Наркотиктарға ҡаршы контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһында йәшәүсе 38 йәшлек ирҙе ҡулға алған. Уның шәхси йортонда 10 наркотик үҫентеһе һәм хәүефле матдәләр табыла.

Полиция алдан билдәләгәнсә, ғәйепләнеүсе тыйылған үҫемлектәрҙе баҡсаһында үҫтергән. Лампалар һәм вентиляторҙар, һауаны дымландырыусы һәм йылытыусы приборҙар урынлаштырған, шулай уҡ махсус ашлама алған.

Һорау алыу ваҡытында ғәйепләнеүсе марихуананы үҫтереүен таныған. Уның өйөнән 2,5 килограмм самаһы марихуана тартып алынған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Ғәйепләнеүсе элек Өфө телеканалдарының береһендә эшләгән, театр актеры. 

Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: