Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Февраль 2023, 11:55

Төркиәгә, ярҙамға!

«Ошондай осраҡтарҙа нисек эш итергә белгән ҡотҡарыусылар, отпуск алып, зыян күреүселәргә ярҙамға ашыҡты. Эшләгеҙ, туғандар!», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төркиәгә, ярҙамға!
Төркиәгә, ярҙамға!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн Төркиәгә осҡан ҡотҡарыусылар тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

«Бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарыу — Башҡортостанға хас традиция. Беҙ Донбасс халҡына ярҙам иттек. Әле лә уларҙы ярҙамдан ташламайбыҙ. Пандемия ваҡытында беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстанда, Абхазияла, Рәсәйҙең алты төбәгендә эшләне. Ошо һәләкәт ҡорбандарының яфа сигеүен күреп, ирекмәндәребеҙ ситтә тороп ҡала алманы. Уларҙың тәүге отряды Газиантепҡа юлланды. Ирекмәндәрҙе төрөк коллегалары көтә, тиҙҙән улар емереклектәрҙе аҡтарыу эшенә тотона», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, ирекмәндәрҙең күбеһе — профессиональ ҡотҡарыусылар.

«Ошондай осраҡтарҙа нисек эш итергә белгән ҡотҡарыусылар, отпуск алып, зыян күреүселәргә ярҙамға ашыҡты. Эшләгеҙ, туғандар!», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың эҙләү-ҡотҡарыу командаһы составында 25 ирекмән бар. Улар махсус өйрәтелгән Торин ҡушаматлы этте лә үҙҙәре менән алған. Яҡын көндәрҙә тәбиғәт һәләкәте урынына республиканан бөтәһе 80-гә яҡын ҡотҡарыусы ебәреләсәк. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: