Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2023, 11:25

Былау бешереү оҫтаһы һәләк булған

Фажиғә урынында тикшереү үткәрелә.

Былау бешереү оҫтаһы һәләк булған
Былау бешереү оҫтаһы һәләк булған

9 февралдә Өфөлә Әхмәтов урамындағы "Рәхәт" кафеһы янып китә. Янғын подвалда газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә сыға.

Фажиғәнән һуң биш кеше 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү бүлегенә оҙатылған. Улар араһында 1996, 1968 һәм 2000 йылғы дүрт ир-егет һәм 2003 йылғы ҡыҙ булғаны билдәле.

Кисә ыян күреүселәрҙең береһе алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Ул 1996 йылғы былау бешереү оҫтаһы булып сыҡҡан. Фажиғә урынында тикшереү үткәрелә.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: