Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Февраль 2023, 18:05

26 йәшлек егет Силәбе юлында ғәйеп булған

Егеттең  һуңғы тапҡыр 31 ғинуарҙа Әбйәлил районының Әлмөхәмәт станцияһынан Магнитогорскиға киткәне билдәле.

26 йәшлек егет Силәбе юлында ғәйеп булған
26 йәшлек егет Силәбе юлында ғәйеп булған

«Легионспас» ирекмәндәре үҙен Илья Ермолаев тип йөрөткән 26 йәшлек Илһам Ялаловты эҙләй. Егеттең  һуңғы тапҡыр 31 ғинуарҙа Әбйәлил районының Әлмөхәмәт станцияһынан Магнитогорскиға киткәне билдәле. Артабан ул Силәбегә китергә уйлаған. Билдәләре: оҙон буйлы, һоро күҙле, ҡара сәсле.

Юғалған кеше тураһында нимәлер белһәгеҙ, 8 800 300 85 99 телефоны буйынса хәбәр итегеҙ.

Сығанаҡ:News bash

Фото:News bash

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: