Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Февраль 2023, 20:20

СВО-ла ҡатнашҡан артистың улы тыуған!

"Сибай" бейеү ансамбле солисы Илнар Хәтмуллин әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҡатыны Фидәлиә уға оло бүләк яһаған - малай тапҡан. Ҡотлайбыҙ! 

СВО-ла ҡатнашҡан артистың улы тыуған!
СВО-ла ҡатнашҡан артистың улы тыуған!

  “Сибай” бейеү ансамблендә талантлы егеттәр һәм ҡыҙҙар эшләй. Ә улар араһында йәштәрҙең күп булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Тимәк, был матур ҙа, ҡатмарлы ла, ҙур тырышлыҡ та талап иткән сәнғәт төрөнә киләсәк быуын битараф түгел.
Ансамблдә бейеү үҙенсәлек­ле ул: тиҫтәләгән бейеүсе бер ритмға бер төрлө хәрәкәт­тәр яһағанда артис­тарҙы бер-бере­һенән айырыу мөмкин түгел ке­үек. Әммә бар күңе­ле менән бейе­гән, йөрәген ошо сән­­ғәт­кә биргән ысын бейеү­се барыбер айырыла. Илнар Илдар улы ХӘТМУЛ­ЛИНҒА иһә тамашасылар һәр саҡ һоҡланып ҡарай: уның таланты күҙгә бәрелә, күңелгә үтеп инә.

– Илнар, бейеүгә ынтылыш һиндә ҡасан барлыҡҡа килде?
– Әсә ҡарынында саҡталыр тип уйлайым. Атайым менән әсәйем икеһе лә профессионал бейеүселәр. Атайым Сибай дәүләт филармонияһында эш башлаған, миңә туғыҙ ай тулғас, әсәйемде лә бейеү ансамбленә саҡырғандар. Ике ай самаһы Баймаҡта йәшәгән өләсәйем менән ҡартатайым ҡараған. Ә аҙаҡ инде сәхнә артында үҫкәнмен. Әсәйемдәр һөйләүенсә, мин уларҙың репетицияһын ҡарап ултырам да, өйгә ҡайтҡас, хәрәкәттәрҙе ҡабатлайым икән. Ҡыҙҙар кеүек башыма сынаяҡ ултыртып ҡараған­мын. Егеттәр бейеүендә иһә мотлаҡ елән таптырам икән. Аптырағас, әсәйем үҙенең кофтаһын елкәгә ябып бейеткән. Әрһеҙ булып үҫкәнмен: арыһам – ултыр­ғысҡа ятып йоҡ­лаған­мын, асыҡһам – шешәнән кеҫәл эскәнмен, филармония бинаһы буйлап йүгереп уйнағанмын. Ә бейеүселәр ял иткән саҡта уларҙың көйөнә мин бейегәнмен. Атайым өсөн “Игзаков” бейеүен һалған саҡта, артынан эйәреп йөрөгәнемде күреп, мине лә бейетеп ҡарағандар. Шул мәлдә “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тигән концерт программаһы әҙерләнгән булған. Махсус рәүештә бейеү костюмы тектереп, мине лә сәхнәгә сығарҙылар. Ул саҡта миңә ни бары өс йәш булған. Тағы ла өйҙә, ауылда табын йыйылһа, ҡунаҡтар һәр ваҡыт аҡса биреп бейеткән. Тәмлекәстәрҙе “эшләп” ашағанмын шулай.
– Ә иҫ белә башлағас, сәхнәнән, тамашасы­ларҙан ҡурҡыу булманымы?
– Юҡ, ҡурҡыу ҙа, оялыу ҙа булманы. Ә бына күҙ тейгән, ныҡ һоҡланғандар, күрәһең. Филармония машинаһы менән мәсеткә өшкөртөргә алып барып, дауалап алғандар.
– Конкурстарҙа ҡатнаша инеңме?
– Эйе, алып барығыҙ тип атай менән әсәйҙе аптыратып бөтә инем. Гастролдәр арҡаһында мөмкинлектәре булмаһа, үпкәләй торғайным. Балалар баҡсаһынан алып бейеү конкурстарына йөрөнөм. Ә бына йырларға, шиғыр һөйләргә яратманым. Бер тапҡыр ғына “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр конкурсына барҙым. Уныһында ла уҡытыусы ҡушҡанға ғына. Нуриев исемендәге һәм Урал аръяғы студенттары араһында үткән бейеү фестивалдәрендә Гран-при яуланым.
– Тағы ла ниндәй бүләктәр иҫеңдә ҡалды?
– Ҡартатайым менән өләсәйем был йәһәттән мине ныҡ иркәләтте. Яҡшы уҡыуым өсөн башланғыс класта уҡ яҡшы телефон алып бир­ҙеләр. Әсәйҙә лә ундай юҡ ине. Бер нисә йылдан ҡиммәтле велосипед вәғә­ҙәлә­неләр. Ҡартатайым уны үҙенә резина кәмә өсөн йыйған аҡсаһына алып бирҙе. Һаман да хәтер­лә­йем, магазинға китеп бара­быҙ, ә ул миңә ипләп кенә: “Бәлки, кәмә алыр­быҙ?” – ти, мин ризалашмайым. Хәҙер уйлаһам, ул саҡтағы ҡылығыма оят булып китә.
Улар менән беҙҙең йылы, яҡын мөнәсәбәт булды. Өләсәйемә хәҙер ҙә серҙә­ремде һөйләп, кәңәшләшеп алам.
– Бала саҡтан атай-әсәйең менән гастролдәргә йөрөргә тура килгәндер инде...
– Бик һирәк алалар ине. Автобустың алғы урынына ултырып, юлды күҙәтеп барған хәтерҙә ҡалған. Башлыса ҡартатай менән өләсәй янында ҡалыуҙы хуп күрҙем. Элек бит гастролдәр оҙайлы була торғайны. Үҙем иҫләмәйем инде, әсәйем һөйләй, бер шулай мине алырға ҡайтһа, уны танымайым икән. Онотҡанмын. Ә хәҙер оҙайлы гастролдәр юҡ. Артист эше еңелерәк. Коммуналь фатирҙа йәшәгәндә күрше балалар менән күмәкләп ҡала башланыҡ. Сибайҙа йәшәгән туғандар менән дә ҡалғыланым.
Әйткәндәй, артист балалары үҙ аллы, эшкә шәп булып үҫә. Ә мин маҡтана алмайым: бешеренергә яратмайым. Әҙер ашты йылытып ашарға ғына маһирмын.
– Бейеүсе булырға бала саҡта уҡ хәл иткәнһеңдер, моғайын. Юғиһә, сәнғәт мәктәбенә уҡырға бармаҫ инең...
– Бейеүсе булам тигән һүҙ тәүҙә булманы. Сәнғәт мәктәбенә барып, үҙ теләгем менән ҡурай түңәрәгенә яҙылдым. Ҡурай моңдары оҡшай ине. Әммә бер аҙҙан сәғәттәр буйы тик тороп шөғөлләнеү күңелһеҙ була башланы, хәрәкәт етмәй. Етмәһә, танауға ла еҫ инә башлаған мәл, ә 1-се ҡатта “Осҡон” ансамбленең репетициялары бара, араларында матур ҡыҙҙар күренә. Тәүҙә тәнәфес ваҡытында ғына уларҙы күҙәтә инем, аҙаҡ донъямды онота башланым. Уҡытыусы Сания Хәйбуллина ҡыҙыҡһыныуымды күреп, бейергә саҡырҙы. Ҡурайҙы ташлап, күңел ятҡан шөғөлгә тотондом. 2014 йылда сәнғәт мәктәбенең бейеү класын тамамланым. Уҡытыусым Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография колледжына барырға тәҡдим итте. Ул саҡта ла буласаҡ һөнәр тураһында артыҡ уйланмай инем әле. Шулай ҙа өйҙән китеп, атай-әсәйҙән ситтә үҙ аллы тормош башлау ҡыҙыҡ күренде. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, медицина тикшереүе үтеп, 8-се класты Өфөлә уҡый башланым. Тик йыл ярымдан китергә тура килде.
– Белеүемсә, быға йәрәхәт сәбәпсе?
– Эйе, 9-сы кластың аҙағында тубығым шешә башланы. Физик көсөргәнеш ярамай, тинеләр. Көн һайын 12-әр сәғәт бейеү тураһында һүҙ ҙә булыу мөмкин түгел ине. Операция эшләгәс, ҡабат килеп ҡарарһығыҙ, тинеләр. Әммә башҡаса унда ынтылманым. Күңелем ҡалғайны, шикелле. Атайым да операцияға ҡаршы булды: операция уңышһыҙ булһа, тубығым бөтөнләй бөгөлмәй ҡалыу ҡурҡынысы бар ине. Ул осор бөтөнләй бейеүҙе ташланым.
– Уҡыуҙы ҡайҙа дауам иттең?
– 5-се мәктәптә 9-сы класты тамамлап, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжына уҡырға индем. Механик, водитель һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайланым. Ни тиһәң дә, мин бит егет кеше, ҡулың эш белһә, артыҡ булмай. Бер йылдан “Сибай” бейеү ансамблендә бейеүселәр етмәү сәбәпле, мине дуҫым Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллин менән Мәскәү ҡалаларына гастролдәргә алып барҙылар. Әйткәндәй, ул да бейеүселәр ғаиләһендә үҫкән: Эльвира Аҡназарова менән Фәнил Ғөбәйҙуллиндарҙың улы. Етәкселек, атай-әсәйем өгөтләй торғас, 17 йәштә контракт менән филармонияла эш башланым, шул уҡ ваҡытта уҡып та йөрөйөм. Ауыр булыр тип тәүҙә ҡурҡа инем, барыһы ла яҡшы булды.
Әйткәндәй, бында тегенсе ҡыҙҙар ҙа уҡый ине. Имтихандарҙа кейем өлгөләрен күрһәтеү өсөн моделдәр кәрәкһә, йыш ҡына мине саҡыра торғайнылар. Баш тартманым – төрлө сараларҙа ни тиклем күберәк ҡатнашаһың, шул тиклем маҡталаһың. Эшләп йөрөгәс, гастролдәр мәлендә дәрестәр ҡалдырырға тура килә. Ә уларҙы бит ҡыуып етергә кәрәк. Шулай әүҙем генә йөрөп колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланым.
– Ә йәрәхәт онотолдомо?
– Үҙен ҡайһы саҡ барыбер һиҙҙертеп ҡуйғылай. Трюктар, ҡатмарлы хәрәкәттәр булғанда бик һаҡ эшләйем.
– Бейеү минең тормошом, тип әйтә алаһыңмы?
– Уйланған юҡ. Тәүҙә хобби тип ҡарай инем. Ә хәҙер бейеү минең ҡанымда икәнен аңланым, Аллаһы Тәғәлә тарафынан нәҫелдән бирелгән. Тик һаман да үҙемдең урынымды таптыммы икән, тип ҡай саҡта уйланып ҡуям. Һәр хәлдә, бейеүселәр хаҡлы ялға иртәрәк сыға бит, бәлки, 10 – 15 йылдан икенсе юлдан китермен, кем белә. Бер нәмәне теүәл әйтә алам: бейеү сәнғәтенә ғашиҡмын. Юғиһә, өгөтләүҙәргә генә бирелеп эш башламаҫ инем.
– Әйтеп үтеүебеҙсә, атайың Илдар Хәтмуллин оҙаҡ йылдар “Сибай” бейеү театрында эшләне, художество етәксеһе лә булды. Әсәйең Лариса апай бөгөнгө көндә лә унда хеҙмәт итә. Һиңә хеҙмәттәштәрең тарафынан ҡырын ҡараш булманымы? “Әсәйең бейеүсе булғас...” – тип әйтеүсе юҡмы?
– Ундай ҡараш юҡ, беҙҙең коллектив татыу. Эш ваҡытында төрлө мәлдәр була: ҡысҡырышаһың да, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа осрай. Әммә асыу һаҡлап йөрөмәйбеҙ. Репетиция йәки концерт тамамланыу менән, ғәҙәти аралашыу башлана. Беренсенән, һәр артист үҙенсә талантлы. Бер командала эшләгәс, айырып ҡарау юҡ. Һәм миңә атай-әсәй тураһында әйткәндәре юҡ, киреһенсә: “Һиндә тәбиғи талант бар”, – тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр тир түгеп эшләгән миңә нисектер еңел бирелә. Әлбиттә, был уҡытыусым Марат Кәримовтың ҡаҙанышы, ул талантымды үҫтерҙе, эшкә илке-һалҡы ҡарамаҫҡа өйрәтте.
– Ә атай-әсәйең һиңә ҡарата талапсанмы? Улар һине бейеүсе булараҡ тәнҡитләйме?
– Башлыса кәңәш бирәләр. Әсәйем талапсаныраҡ: һәр ваҡыт уҡыуымды тикшерә торғайны. Хатта студент саҡта ла күҙәтеү көслө булды. Илке-һалҡы башҡарылған өйгә эштәрҙе күрһә, ҡабат ултыртып ҡуя ине. Атайым иһә бала саҡтан: “Арҡаңды төҙ тот! Матур итеп атла! Башыңды эймә!” – тип гел иҫкәрмә яһаны. Шуға ла мин һәр ваҡыт торошома, атлауыма иғтибар итәм. Уларҙың репетицияларын ҡарап, өйгә ҡайтҡас: “Шул ағай бейегәндә ҡулын дөрөҫ күтәрмәй, шул апай башын бормай”, – тип күҙәтеүҙәремде әйтә торғайным.
Атай менән әсәй миңә, тәү сиратта, терәк-таяныс булды. Улар кәрәк саҡта тыңлай ҙа, һөйләшә лә белә. Ҡысҡырып әрләп кенә баланы тура юлдан алып барып булмай.
– Ә һин кемгә оҡшағанһың?
– Холҡом да, буй-һыным да, ҡиәфәтем дә – атайҙыҡы. Хатта элекке бейеүҙәрҙә мине уның урынына ҡуялар. Тик мин – индивидуаль, айырым кеше. Беҙҙең бары тик дөйөм һыҙаттар ғына оҡшаш.
– Һин әрме хеҙмәте үткән егет. Барғаныңа үкенмәйһеңме?
– Юҡ, әлбиттә. Әрмегә үҙ теләгем менән барҙым һәм ил алдындағы бурысымды намыҫлы үтәүем менән ғорурланам. Пенза ҡалаһындағы ракета һәм артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Бейеүселәрҙең физик әҙерлеге һәйбәт була бит, шуға еңел булды. Унда ла бейеүҙән айырылманым: присягаға тиклем үк бейеүсе икәнемде белеп, урындағы үҙешмәкәр ансамблгә яҙҙылар. Был миңә файҙа ғына булды: әрме аҙағына тиклем Пензала ҡалдым. Юғиһә, ярты йылдан ҡайһы бер егеттәрҙе икенсе ҡалаға күсерҙеләр. Концерттар ҡуя инек, тик пандемия башланғас, сығыш яһауҙар туҡталды. Йәштәргә мотлаҡ әрме хеҙмәтен үтергә кәңәш итер инем. Күңелдә матур хәтирәләр ҡаласаҡ. Дуҫтар арта. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән аралашабыҙ, осрашып торабыҙ. Улар йәшәгән ҡалаға гастролдәр менән барһаҡ, мотлаҡ концертҡа киләләр.
– Ҡайтыу менән ҡабат сәхнәгә сыҡтыңмы?
– Бер аҙна ғына ял иттем дә, эшкә сығып та киттем. Шул уҡ йылда Сибай сәнғәт колледжының бейеү факультетына документтарымды тапшырҙым. Эшләгәс, профессиональ белем мотлаҡ кәрәк бит. Хәҙер мин дипломлы белгес.
– Тормошта һин ҡыйыу кешеме?
– Ғәҙәттә, сәхнәлә үҫкән балалар батыр, ҡыйыу, телгә шәп була. Миңә иһә был ҡылыҡтар хас түгел. Кеше менән артыҡ асылып китеп һөйләшеп бармайым. Ә сәхнәгә сыҡһам, киреһенсә, онотолоп китәм, ҡыйыуланам. Ҡайһы бер шаян бейеүҙәрҙе башҡарғанда миңә ныҡ килештерәһең, тиҙәр. Актер оҫталығы бар ул, әммә ул тик бейеүҙә генә сағыла.
Артыҡ һөйләргә лә яратмайым. Ансамблдең етәксеһе Азат Арыҫлан улы был йәһәттән беҙҙе әрләп тә ала. “Миңә бейегән генә түгел, һөйләй, фекерләй белгән дә артистар кәрәк!” – ти. Айырыуса йәштәргә эләгә.
– Сәхнәлә яңылышып китһәң, хәрәкәттәрҙе бутаһаң, нимә була?
– Бер нәмә булмағандай артабан бейергә кәрәк. Күңелгә ҡыйын ул, әммә сәхнәлә һытыҡ йөҙ менән йөрөргә ярамай, һәр ваҡыт йылмайыу булырға тейеш. Иң мөһиме, юғалып ҡалырға ярамай. Профессиональ артистың оҫталығы – һәр хәлдән сыға белеү. Шул осраҡта тамашасы аңламай ҙа ҡаласаҡ, шулай тейеш икән, тип ҡабул итә.
– Күңелеңә ниндәй бейеүҙәр яҡын?
– Академик һәм шаян бейеүҙәр оҡшай. Ә заманса бейеүҙәр күңелемә ятып етмәй. Килешмәгән кеүек. Әммә, беҙ артист булараҡ, һәр бейеүҙе, сығышты ихлас күңел биреп, оҡшай-оҡшамайға бүлмәйенсә башҡарырға тейешбеҙ.
– Матур буй-һын өсөн үҙеңә ниндәйҙер сикләүҙәр ҡуяһыңмы?
– Юҡ. Күптәр көнләшә: күпме ашаһам да, һимермәйем. Спорт менән дә артыҡ шөғөлләнмәйем, эштәге физик йөкләмә етә. Арыта, шуға эштән ҡайтҡас, мотлаҡ ятып, ял итеп алам. Ялдар ҙа тыныс ҡына үтә.
– Бейеүсе булыу өсөн таланттан башҡа нимә кәрәк?
– Күп кәрәк. Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, һаулыҡ, дисциплина һәм башҡалар. Мәҫәлән, сәхнә йәки репетиция залының иҙәне профессиональ ҡатлам менән ябылмаһа, аяҡтарға ныҡ көс төшә. Хатта оҙағыраҡ бейеһәң, һыҙлап йонсота башлаясаҡ. Умыртҡа бүҫере башланырға ла мөмкин. Шуға был һөнәргә еңел-елпе ҡарарға ярамай.
– Ә һеңлең ниндәй һөнәр һайланы?
– Алина ла бик талантлы, сәнғәт мәктәбенең бейеү класын тамамланы. Әммә был юлды һайларға теләмәне. Әлеге ваҡытта Сибай күп профилле колледжының иҡтисад факультетында уҡып йөрөй.
– Һинең быйыл шәхси тормошоңда ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Шул турала ла һөйләп үтһәң ине.
– Эйе, ошо арала үҙ ғаиләмде ҡорорға ниәтләйем. Кәләшемдең исеме – Фидалия, Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан. Сибай күп профилле колледжын тамамланы, һөнәре буйынса бухгалтер. Туйҙы йәй көнө үткәрергә ниәтләйбеҙ.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Илнар. Ғаиләңә именлек, мөхәббәт, үҙеңә ижади уңыштар, асыштар теләйбеҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: