Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Февраль 2023, 11:10

«Ысын командир кеүек һәләк булды..."

Һағыныуҙан, юҡһыныуҙан инде нисәнселер ҡабат ҡустымдың фотоларын, видеояҙмаларын барлай башлайым... “Апай!” - тип тағы берҙе генә булһа ла өндәшһәң ине ул...

«Ысын командир кеүек һәләк булды..."
«Ысын командир кеүек һәләк булды..."

«Ысын командир кеүек һәләк булды”...

Ысын командир кеүек һәләк булды. Атыш ваҡытында үҙенең төркөмөн ҡаплап алып ҡалды..."
Инсаааф...!!! Башҡа һыймаҫлыҡ хәбәрҙе ҡабул итә алмай йөрәгем, күкрәгемдән осоп сығырҙай булып, бәрелә лә һуғыла. Мейене шартлатырҙай булып төрлө уйҙар телгеләй. Улай булырға тейеш түгел!!! Ул йәшәргә тейеш!!! Иртән торғанда ла, кис ятҡанда ла, нимә генә эшләһәк тә бер генә теләгебеҙ булды: Инсаф имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын. Аллам, һаҡла Инсафыбыҙҙы...

1998 йылдың 8 ғинуары. Тышта ап-аҡ ҡар...
- Бөгөн ҡустығыҙ тыуҙы! Улыма, бергә хеҙмәт иткән дуҫым – Инсафтың исемен ҡушам! – тине атайым, шатлығы менән уртаҡлашып.
Шулай итеп, 8 һәм 10 йәшлек ағайым менән мин, ҡустылы булдыҡ.
Инсафыбыҙ бәләкәй сағынан шаян булды, һәр бер нәмәнән ҡыуаныс тапты, ҡыҙыҡтарын уйлап сығарып ҡына тора ине. Шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙгә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Ҡулы ла оҫта ине: ағастан юнып саңғы, солоҡ, төрлө һауыттар эшләп ҡуйыр ине.
9 класты тамамлағандан һуң Белорет педагогия колледжына уҡырға инде. Тхэквондо, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яуланы, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп торҙо.
2018-2019 йылдарҙа армия сафына алынып Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флотында кесе сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итте. Маҡтау билдәһе һәм яҡшы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Армиянан ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында инспектор булып эшләне. Унда ла, өлгөлө хеҙмәте өсөн, рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп торҙо, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Һөйгән йәрен - Нуриман районы ҡыҙы Элиданы осратып өйләнештеләр, улдары тыуҙы.
Һәм... һуғыш башланды...
- Апай, мин дә барам! Шайморатов исемендәге башҡорт батальонына барам! Апай, 6 айға ғына! Бәлки иртәрәк тә булыр әле..!
Ныҡыш булды Инсафыбыҙ, тырыш булды. Түҙер ваҡытта түҙҙе, ауырлыҡтарҙы еңә, үткәрә белде. Ә үҙе шул тиклем тормошто яратты! Олоно оло тип белде, тәртипле, кешелекле, алсаҡ булды. Әле лә ишектән йылмайып килеп инер төҫлө. Беҙҙең таянысыбыҙ, ярҙамсыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ.
- Һағындырҙың, Инсаф, - тим, яҙышҡанда.
- Апай, Өфөлә минең улым бар бит, бара һалып күреп ҡайт һуң, - тип яуап бирә. Рәхмәт инде, ҡустым, улың өсөн. Үҙеңә генә оҡшап торған улыбыҙ өсөн. 9 айлыҡ ҡына бәпесебеҙҙе ҡарашырбыҙ, үҫтерешербеҙ, киленгә ярҙам итербеҙ ҙә ул...
Һағыныуҙан, юҡһыныуҙан инде нисәнселер ҡабат ҡустымдың фотоларын, видеяҙмаларын барлай башлайым...
“Апай!” - тип тағы берҙе генә булһа ла өндәшһәң ине ул...
Улай булырға тейеш түгел! Ул бит беҙҙең Инсафыбыҙ! Ул беҙгә кәрәк! Ул әле йәшәп тә өлгөрмәне!!!
Меңәрләгән уй башта урала, мейене яра, күҙ йәше булып атылып сыға. “Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт тере булаһың, һәр ваҡыт иҫәнһең...” - тип шыбырлайым.
- Әсссәәә! – ҡыҙым бәләкәй генә бармаҡтары менән битемде һыйпағанына һиҫкәнеп киткәндәй булам.
- Бәхетле бул, ҡыҙым, оҙон ғүмерле бул... Имен булайыҡ, ҡыҙым!

Баш остарынан ут яуып тороуына ҡарамаҫтан, Инсафыбыҙҙы яу яланынан алып сыҡҡан хеҙмәттәштәренә рәхмәт! Иҫән-һау булығыҙ!

Әлфинә Ғәбиҙуллина.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: