Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Март 2023, 13:25

СВО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға 100 мең һум аҡса ебәргән

Улын юғалтҡан әсә бөгөнгө махсус операцияның ауырлығын һәм мөһимлеген аңлай.

СВО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға 100 мең һум аҡса ебәргән
СВО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға 100 мең һум аҡса ебәргән

Көйөргәҙе районында йәшәүсе Мәүлиҙә Мәҡсүтованың улы Илсур мәктәп йылдарынан әүҙем, тормошто яратыусан, шуҡ малай була. Ауылдаштары уның ауыл клубында «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә уйнағанын әле лә һағынып иҫкә ала. Ғәмһеҙ бала саҡ, күңелле мәктәп йылдары йәһәт кенә үтеп тә китә. Һәм Чечнялағы һуғыш. Илсур әсәһен хәстәрләп хатты йыш яҙа. Үҙе яҡындарынан ҡайҙа хеҙмәт итеүен йәшерә, һуңға тиклем әйтмәй. Һуңыраҡ 19 йәшлек кенә һалдат Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуы асыҡалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мина ярсығынан яраланып һәләк була. Бөгөн һалдаттың хаттары Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһы музейында һаҡлана.

Ошо көндәрҙә Чечняла һәләк булған егеттең әсәһе бар йыйған аҡсаһын район хакимиәтенә алып барып тапшырған. Хакимиәт был аҡсаға генератор, төҙөлөш материалдары, шөрөп борғостар һатып алып, фронтҡа ебәрәсәк.

Улын юғалтҡан әсә бөгөнгө махсус операцияның ауырлығын һәм мөһимлеген аңлай.

- Тәүҙә был аҡсаны балалар йорттарына тапшырырға уйланым. Әммә бөгөн беҙҙең өсөн, балаларыбыҙ, тыуған илебеҙ өсөн һуғышҡан һалдаттар бар бит. Шуларға аҡсамды ебәрергә булдым, - ти Мәүлиҙә Мәҡсүтова.

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: