Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Март 2023, 10:40

Уның батырлығы үлемһеҙ

1944 йылдың 8 мартында Украина ССР-ы Херсон өлкәһе Нововоронцов районыны Дудчаны ауылы өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай.

Уның батырлығы үлемһеҙ
Уның батырлығы үлемһеҙ

Миңлеғәли Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин 1923 йылдың 8 март Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған.

1940—1941 йылдарҙа Баҡы ҡалаһындағы нефть техникумында уҡый. 1942 йылда Буйнак пехота училищеһын тамамлағандан һуң, Төньяҡ Кавказ фронтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1943 йылдың авгусында Көньяҡ фронттың (октябрҙән 4-се Украина фронты) 28-се армия 109-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 309-сы гвардия уҡсылар полкы пулемёт взводы командиры. 1944 йылдың 8 мартында Украина ССР-ы Херсон өлкәһе Нововоронцов районыны Дудчаны ауылы өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай.

Ошо батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ленин ордены (03.06.1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (13.02.1944) ордены менән наградланған.
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тормошо һәм яу юлы тураһында Яңыбай Хамматов "Тыуған көн" романын яҙған.

 

Фото: forum.pogranichnik.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: