Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Март 2023, 12:00

Баймаҡ оятһыҙҙары!

Етем тигәс тә шулай мыҫҡыл итергә яраймы? 

Баймаҡ оятһыҙҙары!
Баймаҡ оятһыҙҙары!

 Баймаҡ районында етемдәргә йәшәүгә яраҡһыҙ йорт биргәндәр

Баймаҡ районында етемдәргә дөйөм 19,3 миллион һумлыҡ 19 йорт бирелгән. Тораҡ йорттарҙа елләтеү каналдары, санузелдар юҡ, бүлмәләр бүленмәгән. Бәҙрәф урамға ҡуйылған. Был хаҡта РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.

Йорттар йәшәү өсөн хәүефле тип табылған, сөнки тәҙрә һәм ишектәр үңәҙ менән ҡапланған, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре боҙолған.

Урындағы хакимиәт етәксеһе урынбаҫары йорттарҙы тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе булараҡ, урынбаҫары өйҙәргә тикшереү үткәрмәгән. Ул үҙ ғәйебен таныған һәм эштән ебәрелгән.

Башҡортстаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: