Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2023, 06:55

Беҙҙә лә ер тетрәгән

ҡайһы бер биналарҙың стеналарында ярыҡтар бар, ҡайҙалыр штукатурка ҡойолған, ә магазиндарҙа кәштәләрҙән тауарҙар иҙәнгә шыуып төшкән. С

Беҙҙә лә ер тетрәгәнБеҙҙә лә ер тетрәгән
Беҙҙә лә ер тетрәгән

3 апрелдә Камчаткала көслө итеп ер тетрәгән, магнитудаһы — 6,9 балл. Был хаҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Берҙәм геофизика хеҙмәтенең Камчатка филиалы хәбәр итә.

Эпиүҙәк Петропавловск-Камчатскийҙийҙан 64 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Урындағы киң мәғлүмәт саралары килтерелгән зыяндың фотоларын һала: ҡайһы бер биналарҙың стеналарында ярыҡтар бар, ҡайҙалыр штукатурка ҡойолған, ә магазиндарҙа кәштәләрҙән тауарҙар иҙәнгә шыуып төшкән. Социаль селтәрҙә Камчатка крайы губернаторы Владимир Солодов хәбәр иткәнсә, зыян күргәндәр һәм емерелгән биналар юҡ. Петропавловск-Камчатскийҙа ваҡытлыса электр уты һүнгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-04-03/v-petropavlovske-kamchatskom-v-rezultate-zemletryaseniya-tresnuli-steny-zdaniy-3202125

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас