Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
28 Апреля 2023, 03:45

Бөгөн - Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө.

Хөрмәтле, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бөгөн - Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө.Бөгөн - Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Бөгөн - Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө.

Илдә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат булыусылар һаны һаман юғары булып ҡала.  Оҙайлы физик көсөргәнеш, эҫе һауа йоғонтоһо артериаль баҫымдың күтәрелеүенә килтереүе мөмкин, был артериаль гипертензия менән яфаландарға  айырыуса мөһим.

Түбәндә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоу билдәләрен килтерәбеҙ:

 - көсһөҙлөк, ҡулда, аяҡта йәки кәүҙәнең яртыһында һиҙеү һәләтенең боҙолоуы;

- биттең ойоуы һәм асимметрияһы;

 - телмәр боҙолоу;

- күреү даирәһе сикләнеү, әйберҙәр икәү булып күреү;

- баш әйләнеү, координация боҙлооу, атлап йөрөүҙә ҡыйынлыҡтар;

 - көслө баш ауыртыуы.

Был билдәләрҙең береһе беленеү менән кисекмәҫтән ашығыс медицина ярҙамы саҡыртырға кәрәк. Медицина ярҙамын ваҡытында алмау ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килгәнсе пациентты мендәргә һалып ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҡоҫоу барлыҡҡа килһә –  ҡабырғаға һалырға, яңы һауаның даими ағымын тәьмин итергә, бинаны елләтергә, ҡыҫынҡы кейемде сисергә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас