+22 °С
Ямғыр


Бөрйән районында бер ҡатын ҡаянан ҡолап һәләк булған
Межгорьенан туристар төркөмө Бөрйән районына ялға барған. Сәйәхәтселәр райондың иҫтәлекле урындында булған, Инсебикә ҡаяһына күтәрелгән.
Төркөмдәге сәйәхәтселәрҙең береһе, Татьяна (фотола һул яҡтан), үҙенең аяҡ кейемен рәтләргә ынтылып, ҡаянан аҫҡа осҡан.
Ҡатын ауыр тән йәрәхәттәре алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике көндән дауаханала вафат булған.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар.