Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
11 Май 2023, 10:55

Урының йәннәттә булһын, Диана!

33 йәшлек Диана Сәфәрова ҡунаҡтан Honda Civic машинаһында ҡайтып килгән була. Уның юлын Toyota Camry автомобиле ҡыйып үтә.

Урының йәннәттә булһын, Диана!Урының йәннәттә булһын, Диана!
Урының йәннәттә булһын, Диана!



Кисә Шишмә ҡасабаһында фажиғәле һәләк булған блогер, күп балалы әсә Диана Сәфәрованы һуңғы оҙаттылар. Мәрхүмә - билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың яҡын туғаны.

«Бөгөн иҫерек водитель ҡот осҡос фажиғәле рәүештә һеңлемде һәләк итте, уның арҡаһында өс бала әсәйһеҙ, ә ата-әсә ҡыҙҙарын юғалтты.. Диана уларҙың ғаиләһендә берҙән-бер ярҙамсы булды. Тыныс йоҡла, туғаным. Балаларҙы үҫтерәсәкбеҙ, Алла бирһә, туғаным, урындарың йәннәттә булһын», — тип яҙған артист.

Йырсының яҙылыусылары ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан, тәүлек эсендә меңгә яҡын комментарий яҙылған.

Башинформ хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы кисә Шишмә ҡасабаһы урамдарының береһендә булған. 33 йәшлек Диана Сәфәрова ҡунаҡтан Honda Civic машинаһында ҡайтып килгән була. Уның юлын Toyota Camry автомобиле ҡыйып үтә. Диананың автомобиле бағанаға бәрелә һәм ул алынған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була. Ваҡиға урынынан ғәйепле кеше ҡаса, уны күҙәтеү камералары аша табып полиция бүлегенә килтергәндәр.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:
Читайте нас