

"Был ҡайғылы хәбәр әллә ҡасан килеп етте, беҙ ҡурҡа-ҡурҡа, аҙ ғына өмөт менән (яңылыш хәбәр булһа ярар ине) яңылыҡты бирҙек. Һәм көтә башланыҡ: Бөйөк Ватан һуғышында ла яңылышыуҙар күп булған, кемделер үлде тип әйтеп тә, ул иҫән ҡайтҡан..., - тип яҙа "Юшатыр" гәзите. - Тик был юлы ла яңылышыу булманы. Пулатты иртәгә ерләйҙәр. Көйөргәҙе ауылында. Бәхил бул, егетебеҙ, йәшәп өлгөрмәнең, бигерәк йәл. Туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ". Шулай уҡ Яҡшымбәт мәктәбе (көйөргәҙе) уҡытыусылары, эшселәре һәм уҡыусылары ҡайғы уртаҡлашыуын белдерә. "2020 йылда белем усағыбыҙҙы тамамлаусы, кесе сержант булған хәрби уҡыусыбыҙ
Пулат Сайрам улы
БИКСУРИН
һәләк булыуы сәбәпле, уның әсәһенең, өләсәһенең, мырҙаларының һәм барлыҡ туғандарының, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша. Уларға сабырлыҡтар, түҙемлектәр теләй.
Мәрхүмебеҙҙең йәне йәннәттә булһын, ауыр тупрағы еңел булһын. Тыныс йоҡла, батырыбыҙ", - тип яҙған улар.
Фото: Юшатыр