Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2023, 21:35

Бала саҡтан хәрби булырға хыяланнған

Айрат Моратов Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Уның атаһы менән асәһе, уҡытыусылар--Юлай Хәким улы һәм Айһылыу Солтан ҡыҙы 10 бала тәрбиәләп үҫтергән.

Бала саҡтан хәрби булырға хыяланнған
Бала саҡтан хәрби булырға хыяланнған

Айрат Моратов Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Уның атаһы менән асәһе, уҡытыусылар--Юлай Хәким улы һәм Айһылыу Солтан ҡыҙы 10 бала тәрбиәләп үҫтергән. Айрат Юлай улы ла нәҫелдән күсә килгән уҡытыусылыҡ һөнәрен үҙләштерә: заманында БДУ-ның Сибай институнының сит телдәр факультетын тамамлай. Бер нисә йыл Сибай гимназия-интернатында балалар уҡыта. Хәҙерге көндә ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Моратовтар ғаиләһе Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикаға музыкаль ғаилә булараҡ та билдәле. Һәүәҫкәр композитор Юлай Моратовтың ҡулынан бер ваҡытта ла баяны төшмәне. Уның музыкаль һәләте бөтә балаларына ла күскән. Айрат Юлай улы ла фортепиано, скрипка, баянда оҫта уйнай. Шулай ҙа ул бала саҡтан хәрби офицер булырға хыяллана. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң әрме сафында хеҙмәт итә. Сибай институтында юғары белем алғанда хәрби кафедрала шөғөлләнеп, лейтенант званиеһы ала. Уҡыу йортон тамамлағанда хәрби контракт төҙөргә лә ынтылып ҡуя, әммә туҡтап ҡала. Һәм бына йәше 40-тан үткәс кенә Айрат Юлай улының хәрби хеҙмәткә юлы асыла. Украинала хәрби операция башланыуҙан бер йыл алда ул илдең хәрби армияһы резервы (Барс) составына инә. 2022 йылдың йәйендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана.

-Яңылыҡтар тапшырыуы аша республикала генерал Шайморатов исемендәге батальонға кешеләр йыйыуҙарын белдем. Башҡалар ил сиген һаҡлағанда, мин бер нисек тә өйҙә ҡала алманым. Тейешле урынға мөрәжәғәт иткәс, мине А.Доставалов батальонына алдылар. Башҡорттар бит борон-борондан яусыл халыҡ булған, бер һуғыштан да ситтә ятып ҡалмаған. Был юлы шул уҡ хәл,--ти Айрат Юлай улы, хәрби юлы тураһында һөйләп.

Әлбиттә, уның был ҡарарын яҡындары хупламай. Әйткәндәй, уның менән бергә алғы һыҙыҡҡа юлланған ир-егеттәрҙең күбеһе туғандарына белгертмәй китә. Кемдер төҙөлөшкә эшкә барам тип әйтә, кемеһелер вахтаға, тип сығып китә. Айрат Моратов та башта әҙерләнгәндә бер нәмә лә өндәшмәй, ҡатыны Мәүлиҙә Нурғәле ҡыҙына уратып-уратып ҡына һүҙ ҡуша. Әммә уның тел төбәнән бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәген аңлай. Шулай ҙа китергә 3 көн ҡалғас, бөтә көсөн йыйып, был хаҡта ҡәҙерлеһенә белгертә. Ҡатыны бер нәмә лә өндәшмәй, сөнки иренең кире уйламаҫын белә. Туғандары ла уның ҡарарын хупламаһа ла, арҡыры төшмәй. Балалары иһә хәлде аңлап та етмәй, шуға ла 3-сө класта уҡыған Ибраһим улы, 5-се класта белем алған ҡыҙы Мәрйәм ҡаршы булмай. Яңы йылға ҡайтырмын, тип барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, юлға сыға. Әммә ул уйлағанса килеп сыҡмай. Алты айға тип китһә лә, 9 айҙан ғына ялға ҡайта. Ғаиләһенән оҙаҡҡа айырылыу уға еңелдән булмай, быға ҡәҙәр командировкаларҙа йөрөһә лә 1 ай була ла ҡайта, был юлы беренсе тапҡыр шулай алыҫ сәфәргә, етмәһә хәүефле урынға китә. Ибраһим көн дә әсәһенән атаһын таптыра. Май айында ялға ҡайҡанында уны яҡындары күҙ йәштәре менән ҡаршы ала.

Хәрби әҙерлекте Айрат Моратовтың батальоны көҙгә ҡәҙәр Нижегородка өлкәһенең Мулино ҡасабаһында үтә. Яугир һөйләүенсә, әҙерлек әрме хеҙмәтенән ҡырҡа айырыла. Бында махсус рәүештә пулеметсылар, гранатометсылар, экипаж әҙерләйҙәр. Инструкторҙар яҡшы итеп аңлата, улар ваҡытында Чечняла дислокацияланған тиҙ әҙерлек отрядтары әҙерләгән кешеләр. Әйткәндәй, шул ваҡытта ҡайһы берәүҙәр кире уйлап, ҡайтып китә. Айрат Юлай улын да ҡатыны контрактын өҙөп, кире әйләнергә өндәй. Ил сигенә сыҡмаҫ борон бындай аҙымды яһау ауыр булмай. Ә былай батальонға кем етте, шуны алмайҙар. Эскәндәрҙе, үҙҙәрен теләһә нисек тотҡандарҙы, мәҫәлән, әҙерлек мәлендә үк ҡыуып ҡайтарып бөтәләр.

Артабан уларҙың батальонын Запоржье өлкәһенә, унан һуң Луганск халыҡ республикаһына, Донецкийға ебәрәләр.

-Иң ҡыйыны Луганск халыҡ республикаһының Белогородский ҡасабаһы янында булды. Унда көн дә атыш ине. Ҡышты блиндажда сыҡтыҡ, тәүлек әйләһенә бәрелешкә әҙер торҙоҡ,--тип һөйләй яу яланындағы тормошо хаҡында яугир.-Снарядтар баш осонан осҡанда яман тауыш сыға, шул ваҡытта йәшенергә урын эҙләйһең. Дошман иһә поляктарҙың тауышһыҙ минометын ҡулланһа, эш харап, унан ҡасып ҡотолоуы ай-һай икеле...

Бер мәртәбә уларҙың батальоны дошмандың бетонлы блиндаждарын баҫып ала. Улар урынды яҡшы белгәнлектән, быларҙы көн дә ут аҫтында тота, хатта көнөнә өҫтәренә 30-ар снаряд яуҙыра. Дошман ул ваҡытта доставаловсыларҙан 3 саҡрым алыҫлыҡта ғына була. Яугирҙәргә позицияны һаҡлап ҡалыу бурысы йөкмәтелә.

-Иң ҡурҡысы алғы һыҙыҡта төндә дежурлыҡта торғанда танк ут асҡанда булды, тыныс ваҡытта окопты өңөп яһаған урындарға инеп кенә ҡотолоп ҡалдыҡ,--ти айрат Юлай улы.-Гуманитар ярҙам менән ҡуша ебәргән дрондар ныҡ ярҙам итә. Белгестәр уларҙы кәрәккәнсә көйләп ала, юғиһә, дошман алып ҡасыуы ихтимал. Шулай уҡ антидронлы мылтыҡтар кәрәк. Дошмандар квадрокоптерҙар менән ныҡлы эш итә, улары һауала өйлөгөшөп осоп йөрөй, ҡорбандар күберәк булһын, окоптар емерелһен өсөн блиндажға ингән урынға ғына граната ырғыта. Урындағы халыҡ беҙгә яҡшы мөғәлләмәлә, ҡатын-ҡыҙҙар керҙәребеҙҙе йыуып алып килә, уның өсөн хаҡ та һорамайҙар. Буш ваҡытта көндә иртәнсәк зарядка яһайбыҙ. Яуаплы кешенән һорап ҡалаға сығып киләбеҙ. Ашауға килгәндә уны һәр блиндаж үҙе әҙерләй. Газ баллондары һәм плитәләр бар. 10 көнгә бер тапҡыр аҙыҡ-түлек килтерәләр. Башлыса тушенканан аш, макарон, картуф, тиҙ бешә торған һалмалар бешереп ашайбыҙ . Ҡалаға барһаҡ, билмән ашап ҡайтабыҙ. Әйткәндәй, ҡыш көнө тыуған яҡтан ебәргән буржуйка мейестәр ныҡ ярҙам итте. Окоптарҙа интернет тотмай. Юлда булғанда тиҙ генә ғаилә менән бәйләнешкә сығабыҙ. Элемтә булған ерҙә фильмдар күсереп алабыҙ ҙа буш ваҡытта ҡарайбыҙ. Смартфондарҙы зарядкаға ҡуйып алыу өсөн генератор, пауербанктар етерлек.

Айрат Юлай улы шулай уҡ алғы һыҙыҡта иң ҡыйыны күсенеү, тип һөйләй. Әммә улар мобиль булырға тырыша. Ундай осраҡта беҙҙекеләргә республиканан ебәрелгән “Нива”, “УАЗ” автомобилдәре ныҡ ярҙам итә.

-Дөйөм алғанда алғы һыҙыҡта бөтәһе лә бар. Шуның өсөн бөтә батальон исеменән республика етәкселегенә, халыҡҡа ҙур рәхмәт белдерәм,--ти Айрат Юлай улы.

Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ингәс тә беҙҙең һалдаттар һәр ихатала грек стәләүе үҫеп ултырыуына хайран ҡала.

-Хәҙер инде уларҙы хатта ҡабып та ҡарамайбыҙ. Шулай уҡ урмандарҙа ҡыр кәзәләре, фазан, ҡабандар бик күп. Хатта һунар итергә лә өлгөрәбеҙ,--тип йылмая яугир.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялын Айрат Моратов өйөндә уҙғарырға тырышҡан. Ир-егет ҡулы етешмәгән урындарҙы: электр үткәргестәрҙе, кранды һәм башҡа ваҡ-төйәкте рәтләгән. Күршеләре, коллегалары менән осрашҡан. Барыһы ла улар өсөн доға ҡылыуын белеп һөйөнгән. Шулай ҙа уның өсөн иң иҫтәлекле ваҡиға--Бөйөк Еңеү көнө уңайынан баш ҡалала уҙғарылған тантаналы парадта ҡатнашыу булған. Айрат Моратов етәкләгән төркөм дошмандың утлы рубежын кире ҡайтырып, уларҙы сигенергә мәжбүр иткән. Ошо батырлыҡтары өсөн взвод командиры Айрат Моратов Шайморатов миҙалына лайыҡ булған. Юғары награданы Айрат Юлай улына Еңеү көнөндә Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырған. Бынан тыш яҡташыбыҙҙың түшен “Хәрби отличие өсөн” миҙалы биҙәй.

Әле ул тағы алғы һыҙыҡта. Уның хыялы--контаркттың аҙағына ҡәҙәр хеҙмәт итеп бөтөп, имен-һау тыуған яҡҡа әйленеп ҡайтыу. Дача һатып алырға теләге ҙур. Хәрби Архангель районы мәктәбендә “Земский уҡытыусы” программаһы буйынса балалар уҡытып йөрөгәндә контракт төҙөгән булған. Быйыл ялға ҡайтҡанда унда түләнмәй торған отпускыһын тағы оҙонайтҡан. Имен-һау йөрөп ҡайтһа, кире мәктәпкә барамы-юҡмы уныһын әлегә әйтә алмай.

-Яңы тупланған батальондар яугирҙәренә сыҙамлыҡ, түҙемлек, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ теләйем. Бер-береһенә ярҙам итһендәр, терәк-таяныс булһындар, махсус хәрби операция биләмәһендә беҙ барыбыҙ ҙа ағай-эне. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын иҫтә тотоп, гел алға ынтылайыҡ һәм еңеү менән ҡайтайыҡ,--тип һүҙен йомғаҡланы әңгәмәсем.

Фото Башинформдан.

Гөлдәр ҠАДАЕВАю

 

Автор:
Читайте нас: